Моисеенков Фёдор Петрович
Федор (Феодор[2]) Петрович Моисеенков (Моисеенко, Мойсеенков[2]) (22 ноябрь (11 ноябрь) 1754 йыл — 5 октябрь (24 сентябрь) 1781 йыл) — Рәсәй империяһы тәбиғи фәндәр белгесе (химик, металлург, минералог), тәржемәсе, әҙәбиәтсе. Петербург фәндәр академияһы адъюнкты (1779), Санкт-Петербург Тау училищеһы уҡытыусыһы. Минералогия өлкәһе белгесе, әҙәби әҫәрҙәр һәм ғилми хеҙмәттәр авторы, шулай уҡ инглиз, латин, немец һәм француз телдәренән тәржемәсе; «Эдда» әҫәрен рус теленә беренсе булып тәржемәләгән.
Моисеенков Фёдор Петрович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Михаил Ломоносовтың ғилми эштәрен һәм идеяларын дауам итеүсе, һуңынан уның идея, беренсе рәсәй минералогы[3].
Биографияһы
үҙгәртергәҒәҙәттә, уның фамилияһы рәсми ҡағыҙҙарҙа Моисеенков булараҡ яҙылған, үҙенең ҡайһы бер әҙәби эштәренә ул Моисеенко тип ҡул ҡуя[4]; Фәндәр академияһы баҫмаларында ул Феодор Мойсеенков тип күрһәтелгән[2]. Рәсәй Фәндәр академияһында ул «Моисеенко (Моисеенков) Федор Петрович» тип яҙылған[5].
Харьков наместниклығының (хәҙер — Сумы өлкәһе, Украина) Лебедин ҡалаһында 11 (22) ноября 1754 года тыуған сығышы менән казактар старшинаһынан. Харьков коллегиумында (дини-донъяуи урта уҡыу йорто), аҙаҡ, 1766 йылдың июленән алып — Санкт-Петербург ҡалаһының Академиягимназияһында уҡый. бында ул яҡташы Василий Иванович Крамаренков ярҙамы менән уҡырға инә[6] Крамаренков (1732 — 1801 й. тирәһе) Хөкүмәт сенатында секретарь була, шулай уҡ граф Воронцовтың да секретары бурыстарын башҡарған була.
Гимназияны тамамлағандан һуң, Моисеенков студентлыҡҡа ҡабул ителә һәм профессорҙарҙың лекцияларын тыңлау хоҡуғын ала ( ошо осорҙа Академия гимназияһы Петербург фәндәр академияһының Академия университеты менән берләштерелә , берҙәм «Академия училищеһы» барлыҡҡа килә); ул химия һәм минералогияла махсуслашҡан була; уҡытыусылары араһында академик Каспар Вольф һәм Эрик Лаксман була. 1774 йылда Моисеенков сит илдәргә «минералдар һәм мәғдән (руда) ҡаҙыу эштәрен өйрәнершгә ебәрелә»[7]. Ул башта Фрайберг тау академияһында, һуңынан Лейпциг университетында уҡый; махсус предметтар менән бер рәттән шулай уҡ әхлаҡ, философия, тарих, география һәм инглиз телен өйрәнә. 1779 йылда минералогия буйынса эштәре өсөн Лейпциг иҡтисад йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана[6].
1779 йылда тыуған иленә ҡайта. 1779 йылдың 12 октябрендә Санкт-Петербург Император сәнғәт һәм фәндәр академияһының химия һәм минералогия адъюнкты итеп һайлана[8]. Шул уҡ йылда ул Тау училищеһында (ул замандың беренсе тау профилле юғары уҡыу йортонда) Карл Линнейҙың уҡыусыһы, тәбиғи фәндәр белгесе, яңы эш урынына ебәрелгән Александр Матвеевич Ҡарамышев урынына лекциялар уҡый. Был уҡыу йорто хәҙер — Санкт-Петербург тау университеты тип йөрөтөлә.: Ҡарамышев металлургия һәм химияны бер фән итеп уҡыта. Ул училищенан киткәс, Моисеенков металлургия һәм тау сәнғәте фәнен, ә Матвей Иванович Афонин химия һәм пробирка сәнғәтен уҡыта[9]. Махсус предметтарҙан тыш, Моисеенков тарих һәм сәйәси географияһын, ә һуңғараҡ, билдәле шағир һәм тәржемәсе Иван Хемницер училищенан киткәндән һуң — шулай уҡ француз һәм немец теле уҡыта[6].
Моисеенков Фәндәр академияһының Ҡырым ғилми экспедицияһының етәксеһе итеп тәғәйенләнә, әммә экспедицияның башланғыс этабында ауырып китеү сәбәпле Мәскәүҙә, йылдың 24 сентября (5 октября) 1781 года көнө кинәт кенә 26 йәшендә вафат була[6].
Ғилми баҫмалары
үҙгәртергәМоисеенков тере саҡта уның ике фәнни баҫмаһы нәшер ителә. «Минералогическое сочинение об оловянном камне» китабы немец телендә 1779 йылда Лейпциг ҡалаһында баҫылып сыға.
Фәнни хеҙмәтенең икенсеһе — «Примечания к русскому переводу книги „Минералогические известия о Саксонском рудном кряже“» (1780) — Моисеенковтың тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас яҙған китабы. Был китабын ул Иван Хемницер менән бергә «Минералогические известия о Саксонском рудном кряже» китабын тәржемәләгән осорҙа мөхәррирләгән[6].
- Минералогическое известие о саксонском рудном кряже / Переведено с немецкаго языка Горнаго училища студентом Андреем Пикароном. Разсмотренное и поправленное г. надворным советником Хемнитцером и г. маркшейдером Мартовым. С примечаниями Академии наук адъюнкта г. Моисеенкова. — СПб. : Печатано при том же Училище, 1780. — [2], 71 с. — Библиографическая карточка в РГБ. — Ҡалып:OCLC.
1955 йылда Моисеенковтың Фәндәр академияһы архивында һаҡланған ҡулъяҙмалары буйынса тьағы ла дүрт эше баҫыла[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 МОИСЕЕНКОВ Федор Петрович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 2: К—П (урыҫ) / под ред. А. М. Панченко — СПб.: Наука, 1999. — С. 296—297. — 2000 экз. — ISBN 5-02-028095-X
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Комедии Публия Терентия Африканскаго, 1774
- ↑ 3,0 3,1 Шафрановский, Раскин (сост.), 1955, с. 3
- ↑ Шафрановский, Раскин (сост.), 1955
- ↑ Моисеенко (Моисеенков) Федор Петрович : Историческая справка : [арх. 29.11.2019;— Российская академия наук; — 2 декабря;— Дата обращения: 29.11.2019.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Фундаминский, 1999
- ↑ ЭСБЕ, 1890—1907
- ↑ Моисеенко (Моисеенков) Федор Петрович : Историческая справка : [арх. 29.11.2019
- ↑ Чиркст, 2006
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Моисеенков, Федор Петрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Материалы Ф. П. Моисеенко в Архиве Академии Наук СССР. — М.; Л., 1955.
- Фундаминский М. И. Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 2. К—П. — СПб. : Наука, 1999.
ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/sodruzhestvu-metallurgov-i-himikov-gornogo-instituta-svyshe-230-let%7Cгод=2006%7Cref=Чиркст}}(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Моисеенко (Моисеенкова) Фёдора Петровича РФА рәсми сайтында (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2019)