Мобил сәнғәт музейы

Мобил сәнғәт музейы (ингл. Art of Mobile Museum) — һынлы сәнғәт музейы Мобил ҡалаһында (Алабама) урынлашҡан. Музейҙа АҠШ-тың көньяғы һәм Европа сәнғәт әҫәрҙәре ҡуйылған. Музей бинаһында йыш ҡына төрлө белем биреү программалары үтә[4].

Мобил сәнғәт музейы
ингл. Mobile Museum of Art
Нигеҙләү датаһы 1963
Рәсем
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Алабама
Ойошма ағзаһы North American Reciprocal Museum Association[d][1] һәм Southeastern Museums Conference[d][2]
Рәсми асылыу датаһы 1963
Рәсми сайт mobilemuseumofart.com
Аккредитован Американский альянс музеев[d][3]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 2543
Карта
 Мобил сәнғәт музейы Викимилектә

Төп мәғлүмәт

үҙгәртергә

1963 йылда Мобил сәнғәт ассоциацияһы музейға нигеҙ һала. Бина «Ланган» ҡала паркы территорияһы мөлкәте булып тора. 2002 йылда 15 миллион доллар суммаға реконструкция эштәре алып барыла. Музейҙың үлсәме өс тапҡырға, йәғни 95 000 футҡа тиклем (826 8 кв. м.) арттырыла. Музей төньяҡ америка алмаш музейҙар программаһына инә[5].

Коллекциялары

үҙгәртергә
 
Ленган паркынан музейға ҡарағандағы күренеш

Музейҙа коллекциялар даими һәм ваҡытлыса нигеҙҙә тора. Даими коллекциялар үҙ эсенә Мария һәм Чарльз Роднингтарҙың африка битлектәре галереяларын, Европа сәнғәтенән Майзель галереяһын, америка сәнғәтенән Катрина К. Кокрейн, Риддиктың быялалар коллекцияһын һәм Фридмандың «Балалар сәнғәте» коллекцияларын ала. Африка коллекцияһында битлектәр, скульптура һәм башҡа төрлө йола әйберҙәре бар. Азия коллекцияһында боронғо замандарҙан алып XX быуат башына тиклемге әҫәрҙәр ҡуйылған. Америка галереяһында башлыса 1776 йыл менән күрһәтелгән скульптуралар, картиналар тора. Европа галереяһында Европала ижад ителгән картиналар, гравюралар, скульптуралар, шулай уҡ декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре ҡуйылған. Быялалар коллекцияһында боронғо рим быяла изделиелары һәм хәҙерге заман быяла изделиялары күрһәтелә. «Балалар сәнғәте» коллекцияһында 17-се, 18-се, 19-сы быуат балаларының һәм йәштәренең портреттары ҡуйылған[6].

Йыл һайын үткәрелә торған асыҡ сәнғәт һәм һөнәрҙәр йәрминкәләре музейға күп сәнғәт әҫәрҙәрен һатып алырға мөмкинлек бирә. Был йәрминкәләр сәнғәт һөйөүселәр лигаһы һәм Мобил сәнғәт музейы тарафынан байыҡтырыла. Һуңғы йылдарҙа коллекционерҙар үҙ коллекцияларын музейға бүләк итеп тапшыра. 2001 йылда музей өсөн яңы бина төҙөлә, Атлантанан Хэверти һәм доктор Дж. Роудс Хэверти музейға хәҙерге заман сәнғәт быяла изделиеларын бүләк итә. Улар барыһы 183 экспонатты музейға иғәнә итеп биргән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://narmassociation.org/wp-content/uploads/2022/09/NARM_FALL-2022.pdf
  2. https://www.semcdirect.net/
  3. http://ww2.aam-us.org/resources/assessment-programs/accreditation/accredited-museums
  4. Membership Opportunities. "Mobile Museum of Art". Дата обращения: 8 декабрь 2007. Архивировано 12 август 2007 года. 2007 йыл 12 август архивланған.
  5. Cultural & Civic Development: Mobile Museum of Art. "City of Mobile". Дата обращения: 8 декабрь 2007.
  6. Collection Exhibitions. "Mobile Museum of Art". Дата обращения: 19 октябрь 2014.