Янышев Фәнис Фәтих улы

Янышев Фәнис Фәтих улы (2 февраль 1950 йыл) — журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2010)[1].

Фәнис Янышев
Исеме:

Янышев Фәнис Фәтих улы

Тыуған көнө:

2 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Ереклекүл ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Премиялары:

М. Аҡмулла исемендәге премия

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнис Фәтих улы Янышев 1950 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ереклекүл ауылында тыуған. Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

1957—1961 йылдарҙа күрше Ҡолтай-Ҡаран, 1961—1966 йылдарҙа Боғҙан урта мәктәбендә уҡый. 1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, агроном һөнәренә эйә була. 1973—1993 йылдарҙа райондың колхоз һәм совхоздарынды эшләй, республика гәзиттәренең, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының хәбәрсеһе була.

1993—1996 йылдарҙа Силәбе ҡалаһында нәшер ителеүсе «Тыуған яҡ» (башҡорт телендә), «Дуслык» (татар телендә) өлкә гәзиттәре мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәби музейы директоры урынбаҫары, «Тамаша» журналының баш мөхәррире урынбаҫары вазифаларын башҡара.

2006 йылда Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы директоры итеп тәғәйенләнә.

Хәҙерге ваҡытта Миәкә районы Туҡһанбай ауылындағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы директоры.

Фәнис Янышев әҙәбиәткә журналистиканан килә. Тәүге мәҡәлә, очерктары республика гәзиттәрендә донъя күрә. Аҙаҡ көсөн хикәйә жанрында һынап ҡарай.

Әҙип фәнни-танып белеү, фантастик башҡорт балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыуға һәм уны фәнни-хужожестволы, фантастик әкиәт, хикәйә, повесть жанрҙары аша үҫтереүгә ижади өлөш индерә. Ул был йәһәттән — тиҫтәнән ашыу китап авторы.

Фәнис Янышевҡа «Аҡмулла васыяты» повесы башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булараҡ танылыу килтерә. Ул башҡорт, үҙ тәржемәһендә рус телдәрендә донъя күрә. Был әҫәре өсөн ул Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2010)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә