Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы
Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы (9 декабрь 1945 йыл) — ғалим-башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2001), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[1].
Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1945 или 9 декабрь 1945 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, яҙыусы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәМирас Хәмзә улы Иҙелбаев 1945 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуа.
1963 йылда Өфө ҡалаһында 1-се интернат-мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1964—1967 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Университетты 1971 йылда тамамлай. Артабан Урал аръяғы зонаһында Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе, комсомолдың Сибай ҡала комитеты ойоштороу бүлеге мөдире, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире булып эшләй.
1974—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында аспирантурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Мирас Иҙелбаев 1983 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМирас Иҙелбаевтың төрки һәм башҡорт әҙәбиәттәре тарихы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәре боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтен өйрәнеүгә, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһына һәм методикаһына бағышланған. Алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. Башҡорт әҙәбиәте буйынса 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу-методик ҡулланма һәм дәреслектәр авторы. Шуларҙың йөҙҙән ашыуы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тормош юлы һәм ижадына бәйле яҙылған. М. Иҙелбаев — «Салауат Юлаев» энциклопедияһын төҙөүселәрҙең береһе.
Ижады
үҙгәртергәМирас Иҙелбаев әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. «Һынау»(1984), «Юлдаштар» (1989) исемле тәүге китаптарына ингән хикәйәләрендә замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Ул Салауат Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында «Юлай улы Салауат» тигән тарихи-документаль әҫәрен, В. И. Лениндың Ҡазан дәүләт университеты буйынса һабаҡташы һәм көрәштәше, Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуып үҫкән Мирсаяф Бейешев тураһында «Декабрь йондоҙҙары» повесын, шул уҡ Ирәндек төбәгендәге Байым ауылынан сыҡҡан башҡорт зыялыһы — әҙип, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымов хаҡында тарихи-документаль «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесын яҙҙы.
Мирас Иҙелбаевтың 2013 йылда «Иҙел йорт» романының «Үҫмер егет менән ат башы» тигән тәүге китабы донъя күрҙе. Икенсе китабы «Сүкеш менән һандал араһында» тип атала. Был тарихи әҫәрҙәрендә автор XV—XVI быуаттарҙа Башҡортостан биләмәһендә Нуғай ханлығы иҙеүе аҫтында йәшәгән башҡорт ырыуҙары тормошон һүрәтләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Салауат Юлаев ордены (2017)[1]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995);
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2009).
Китаптары
үҙгәртергә- Һынау. Өфө, 1984;
- Юлдаштар. Өфө, 1989;
- Юлай улы Салауат. Өфө, 1994;
- Ҡыҙыл ҡарҙар. Өфө, 2001;
- Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө, 2007;
- Боронғонан аманат: баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. Өфө, «Китап», 2013.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. Список награждённых (2017.06.08). pdf(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2017)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник. Уфа, 2006 г., стр. 202—203.
- Аралбай Ҡ. Ә. Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы. — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |