Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы

кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплаған яугир
(Миннигали Губайдуллин битенән йүнәлтелде)

Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы (28 октябрь 1923 йыл[2] — 8 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң)[3].

Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин
Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР[1]
Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы, Миәкә районы, СССР
Вафат булған көнө 8 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны Нововоронцовский район[d], Херсон өлкәһе
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Эш урыны Ашинский металлургический завод[d]
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
 Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңлеғәли Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллин 1923 йылдың 28 октябрендә[2] Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[4] Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған.

1940—1941 йылдарҙа Баҡы ҡалаһындағы нефть техникумында уҡый. 1942 йылда Буйнак пехота училищеһын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1943 йылдың авгусында Көньяҡ фронттың (октябрҙән 4-се Украина фронты) 28-се армия 109-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 309-сы гвардия уҡсылар полкы пулемёт взводы командиры. 1944 йылдың 8 мартында Украина ССР-ы Херсон өлкәһе Нововоронцов районыны Дудчаны ауылы[5]) өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай.

Ошо батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[6]. Ленин ордены (03.06.1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (13.02.1944)[7] ордены менән наградланған.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Яныбай Хамматов. «Тыуған көн» (роман). — Өфө: «Китап», 2021. — С. 332 б.б..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1921 йылдың 8 мартында.
  3. http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=1467
  4. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы
  5. ОБД Мемориал|55803250
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Рафиков З. Горицветы //Славные сыны Башкирии: Очерки о Героях Советского Союза. Кн. 2. — Уфа, 1966;
  • Хамматов Я. День рождения. — М., 1979.

Һылтанмалар

үҙгәртергә