Миләүшә
Миләүшә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Миләүшә |
Этимологияһы
үҙгәртергәМиләүшә исеме башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән. Мәғәнәһе миләүшә сәскәһендәй нәфис, нәзәҡәтле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәМортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27 май 1926 йыл) — вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР‑ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм Салауат Юлаев (2011) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы (28 декабрь 1961 йыл) — музыка белгесе, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
Ҡолмөхәмәтова Миләүшә (Годбодь Миләүшә) — журналист.
Ғиниәтуллина Миләүшә Хизбулла ҡыҙы (1955 йыл) — ғалим-химик, хужалыҡ эшмәкәре. 1980 йылдан «Сода» йәмғиәтенең үҙәк лабораторияһы инженеры, 1987 йылдан — йәмғиәттең фәнни-технологик үҙәк лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр кандидаты (2007).
Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — билдәле шағирә һәм яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә«Миләш-Миләүшә» -Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Нәжиб Асанбаевтың шул уҡ исемле пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакле.
Ала миләүшә (рус. Фиа́лка трёхцве́тная, Аню́тины гла́зки, лат. Víola trícolor) — миләүшәләр үҫемлектәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа һабаҡлы, ялтыр яҫы япраҡлы, көрән, аҡ йәки төрлө төҫтәге сәскәле бер йыллыҡ, һирәк осраҡта ике йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үҫемлек.
«Миләүшә сәскәһе» — Әмир Гәрәевтың хикәйәһе.
Миләүшә — төҫ, шәмәхә фиолет төҫ.
Миләүшә (фиалка, сенполия) — сәскә, бүмә гөлө, мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл, бер-береһен яратҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |