Медведев Всеволод Иванович

Медведев Всеволод Иванович (11 декабрь 1924 йыл13 февраль 2008 йыл) — ғалим-физиолог. Рәсәй Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, С. В. Медведевтың атаһы, А. А. Ухтомский исемендәге премия лауреаты (1997).

Медведев Всеволод Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Витебск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 13 февраль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө физиология человека[d]
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Леон Орбели[d]
Аспиранттар Морозов, Владимир Петрович[d]
Уҡыусылар Морозов, Владимир Петрович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Всеволод Иванович Медведев 1924 йылдың 11 декабрендә Витебск ҡалаһында тыуған.

1947 йылда — Хәрби-медицина академияһын тамамлай һәм физиология кафедраһында адъюнкт итеп ҡалдырыла. 1955 йылға тиклем физиология кафедраһында кесе преподаватель, лекциялар ассистенты булып эшләй, һуңынан хәрби хеҙмәт физиологияһы кафедраһында, 1958—1962 йылдарҙа — махсус физиология кафедраһында эшләй.

1958 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1962 йылдан 1966 йылға тиклем нормаль физиология кафедраһы янындағы хәрби хеҙмәт физиологияһы ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе, 1966 йылдан — йәшәү мөхите ғилми-тикшеренеү лабораторияһы начальнигы урынбаҫары.

1966 йылда профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

1967 йылда — медицина хеҙмәте полковнигы хәрби званиеһы бирелә.

1975—1987 йылдарҙа — Хәрби-медицина академияһының нормаль физиология кафедраһы начальнигы.

1984 йыда — СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 1987 йылда — СССР фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1991 йылда — Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1987 йылдан — Фәндәр академияһы президиумында эшләй, тәүҙә Рәсәй фәндәр академияһының физиология бүлегенең академик-секретары урынбаҫары, аҙаҡ — Рәсәй фәндәр академияһының баш ғилми секретары урынбаҫары. Аҙаҡҡы көнгә тиклем Рәсәй фәндәр академияһы Президиумы советнигы һәм «Физиология человека» журналының баш мөхәррире булып тора.

2008 йылдың 13 февралендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[1].

Беренсе ҡатыны — Наталья Петровна Бехтерева (1924—2008) — СССР һәм Рәсәй нейрофизиологы, В. М. Бехтеревтың ейәнсәре. Улы — Медведев Святослав Всеволодович (1949) — СССР һәм Рәсәй физиологы, Рәсәй фәндәр академияһы академигы (2016; 1997 йылдан ағза-корреспонденты), Рәсәй фәндәр академияһының кеше мейеһе институты директоры.

Икенсе ҡатыны — Алдашева Айгөл Абдулхай ҡыҙы, психология фәндәре докторы.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге йүнәлештәре: анализаторҙар физиологияһы, хәтер, иғтибар, йоҡо, ауыртыу процестары менән нейропептидлы идара итеү. Кешенең ҡабул итеүе ихтималлыҡ теорияһын, хәрби белгестәрҙе профессиональ психофизиологик һайлап алыуҙың теоретик һәм ғәмәли нигеҙҙәрен эшләй, адаптацияның дөйөм теорияһын төҙөй.

Кешеләрҙең стресс шарттарына бәйле функциональ торошон өйрәнә.

Системалы дисциплина-ара характерҙағы яраҡлашыу теорияһын төҙөй. Уның нигеҙен организмдың физиологик системалары менән кеше психикаһының үҙ-ара тәьҫир итешеү механизмдарын тасуирлау тәшкил итә. Был эштең һөҙөмтәһе булып 2003 йылда «Человеческая адаптация» фундаменталь монографияһы баҫылып сыға..

Экология өлкәһендә фәнни эшмәкәрлек алып бара, «Тәбиғәт мөхитендә һәм климатта глобаль үҙгәрештәр» дәүләт фәнни-техник программаһы бүлеге етәксеһе була, уның маҡсаты тирә яҡ мөхиттең тәбиғәт-климат һәм техноген факторҙарының айырым кешегә һәм йәмғиәткә йоғонтоһон комплекслы экологик-физиологик, медицина, биологик һәм социаль-психологик тикшеренеүҙәр үткәреү була. Был өлкәләге эштәр глобаль масштабтағы кире экологик процестарҙы булдырмауҙың хәл иткес шарты булып йәмғиәттең менталитетын үҙгәртеү тора тигән һығымтаға килтерә. Был өлкәләге фәнни эшенең һөҙөмтәләре уның ҡатыны, психология фәндәре докторы Айгөл Алдашева менән берлектә әҙерләнгән «Экологик аң» монографияһында күрһәтелә..

Уның етәкселегендә 40 кандидатлыҡ һәм 20 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Почет ордены
  • Хәрби-медицина академияһының Почетлы докторы (1995)
  • РФА-ның А. А. Ухтомский исемендәге премияһы (1997) — хеҙмәт эшмәкәрлеге физиологияһы буйынса эштәр циклы өсөн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Профиль Всеволода Ивановича Медведева РФА рәсми сайтында
  • Медведев Всеволод Иванович (ИС АРАН) (неопр.). isaran.ru. Дата обращения: 7 января 2017.
  • Ученые и изобретатели России — Медведев Всеволод Иванович (неопр.). imyanauki.ru. Дата обращения: 6 января 2017.
  • Медведев Всеволод Иванович — Bookap (неопр.). bookap.info. Дата обращения: 6 января 2017.
  • Медведев Всеволод Иванович, некролог, журнал «Психологический журнал», № 4, 2008 год (неопр.). naukarus.com. Дата обращения: 6 января 2017.