Медведева Елена Александровна (1921)

дерматовенеролог. Медицина фәндәр докторы (1969), профессор (1969).

Медведева Елена Александровна (21 апрель 1921 йыл22 февраль 2005 йыл) — дерматовенеролог. Медицина фәндәр докторы (1969), профессор (1969). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Медведева Елена Александровна (1921)
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Новосибирск, Томск губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 22 февраль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө дерматовенеролог
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре[d] һәм медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Медведева Елена Александровна 1921 йылдың 21 апрелендә Новосибирск ҡалаһында тыуа. 1943 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң 2-се Украина фронтында хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1946—1959 йылдарҙа Башҡортостан тире-венерология ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, 1960—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина инстиутында: 1967—1989 йылдарҙа дерматовенерология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 9 йыл медицина институтының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры булып эшләй. Ул дерматовенерология кафедраһын үҫтереүгә ҙур өлөш индереп кенә ҡалмай, шулай уҡ институтта уҡыу процесын оптималләштереүҙең заманса алымдарын индереүгә лә булышлыҡ итә.

1967—1988 йылдарҙа республикала микологтар мәктәбен ойоштора. Был йылдарҙа кафедраның һәм клиниканың матди-техник базаһы нығытыла. Республика эске эштәр идаралығынан тыш, Өфөлә 300 койкалыҡ ҡала тире-венерология диспансеры асыла, Затонда яңы Республика тире-венерология диспансеры төҙөлә башлай [1]. 1988 йылдан алып дерматовененерологтарҙың Бөтә Союз ғилми йәмғиәтенең почётлы ағзаһы.

1970-1993 йылдарҙа БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында штаттан тыш баш дерматовенерологы[2].

Елена Александровна 1943—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашҡаны һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп миҙалдар менән бүләкләнә[3].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге венерик, йоғошло тире ауырыуҙарының микологияһы, эпидемиологияһы һәм иҫкәртеү проблемаларына; кешенең зооноз дерматофиттар тыуҙырған ауырыуҙарын, балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә гонорея менән сифилисты, республикала бәшмәк ауырыуҙарының таралыуын өйрәнеүгә арналған. Медведева ҡатнашлығында микроспория һәм трихофитияның яңы тыуҙырыусылары асыҡлана. Медведева эпидемик ауырыуҙарҙы күҙаллауҙың законлыҡтарын һәм алымдарын билдәләй, микозды тыуҙырыусыларҙы айырып күрһәтә, уны дауалау алымдарын тәҡдим итә.

Башҡортостан дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе (197—1993). 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Эшләй башлағандан алып уның етәкселегендә 8 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә