Кирилл һәм Мефодий: өлгөләр араһындағы айырма

православие һәм католик сиркәүенең изгеләре, ағалы-энеле миссионерҙар, боронғо славян әлифбаһы һәм сиркәү-славян телдәрен булдырыусылар,
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
"Кирилл и Мефодий" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:44, 15 апрель 2021 өлгөһө

Кири́лл (схимаға тиклем Константин, ҡушаматы «Фәйләсуф»[1], 827—869, Рим) һәм Мефо́дий (815—885, Моравия) — православие һәм католик сиркәүенең изгеләре, Солуни ҡалаһынан (хәҙерге Салоники) ағалы-энеле миссионерҙар, боронғо славян әлифбаһы һәм сиркәү-славян телдәрен булдырыусылар, христианлыҡ таратыусылар.

Көнсығыш (Көнсығыш сиркәүҙәрҙә) һәм Көнбайышта изгеләр тип канонлаштырылған. Славян православиеһында изге тиң хоҡуҡлы тәғлимәт таратыусы равноапостольный «слове́н уҡытыусылары» булараҡ хөрмәткә лайыҡтар. Телгә алғанда ҡабул ителгәнсә: фәнни һәм фәнни-популяр текстарҙа — тәүҙә Кирилл, ә һуңынан Мефодий; сиркәү-көнкүреш ғибәҙәтендә — кире тәртиптә килгән (моғайын, Мефодий, ҡустыһына ҡарағанда, юғарыраҡ дәрәжәгә (сан) эйә булғанғалыр).

Файл:Кирилл-и-мефодий-охрид-1045.jpg
Изге Кирилл һәм Мефодий. Охридтағы изге София соборынағы фреска (Македония), 1045 йыл тирәһе.

Сығышы

 
Кирилл һәм Мефодий кәүҙәләндерелгән, тип фаразланған боронғо һүрәт[2]

Кирилл һәм Мефодий тыуған византий ҡалаһы Фессалоникиҙа (Салоники, славянса «Солунь») тыуған. Атаһы Лев «иң яҡшы һәм бай ырыуҙан»[3], друнгарий, йәғни Фессалониканың фема стратегы (хәрби һәм граждан губернаторы) янында офицер була. Уларҙың олатаһы (атаһы йәки әсәһе яғынан микән, билдәһеҙ) Константинополдә ҙур вельможа булған, әммә һуңынан, бәлки, эҙәрлекләнгәндер, үҙенең ғүмерен Фессалоникала билдәһеҙлектә тамамлаған.[4]. Ғаиләлә ете ул була, Мефодий[5] — өлкәне, ә Константин (Кирилл) — кесеһе[6].

Күп милләтле Византияла Кирилл һәм Мефодийҙың этник сығышы аныҡ билдәләү мөмкин түгел тиерлек, һәм был сәбәп буйынса бәхәстәр хәҙер ҙә бара. Киң таралған фараздарҙың береһенә ярашлы, тиң хоҡуҡлы иәғлимәт таратыусылар сығышы буйынса грек[7]. XIX быуатта, уларҙың славян телен һыу кеүек эскәндәре өсөн, славян ғалимдары (Михаил Погодин, Герменгильд Иречек) уларҙың славян сығышлы булыуын яҡлай[8][9], бөгөн был хәл етерлек дәлил тип һаналмай[10]. Болгар традицияһы, «Житие Кирилла» (һуңғы редакцияһы) таянып, ағалы-энеле ир-егеттәрҙе болғар (XX быуатҡа тиклем уларға македон славяндары ла ҡаратылған), әйтер кәрәк, проложный «Кирилл житиеһы»на (һуңғы редакцияһы) таянып, былай тиелә: «родом съи блъгаринь от солоуна града»; хәҙерге болгар ғалимдарының күбеһе был идеяны хуплай[11].

Бер туған ағай-эне тыуған Фессалоника (йәки нәнСолунь, ике телле ҡала була. Грек теленән, башҡа, бында Фессалоника тирәләй урынлашҡан драговиттар, сагудат, ваюнита, смолянин[12] ҡәбиләләре славян теленең солун диалектында[13] һөйләшкән һәм, хәҙерге тел белгестәренең тикшеренеүҙәре буйынса, Кирилл һәм Мефодийҙың тәржемә теленең һәм бөтә сиркәү-славян теленең[14]нигеҙендә ята. Кирилл һәм Мефодийҙың тәржемә теле анализы күрһәтеүенсә, славян теле уларҙың туған теле булған. Һуңғыһы, иҫбатламаһа ла, уларҙың славян сығышы туған ҡалаһында йәшәүсе халыҡтар араһында уларҙы артыҡ дәрәжәлә айырылып торорлоҡ итмәгәндер. «Мефодий житиеһы» император Михаил III изгеләргә мөрәжәғәт иткән түбәндәге һүҙҙәрҙе килтерә: «вы бо ѥста селѹнѧнина, да селѹнѧне вьси чисто словѣньскы бесѣдѹютъ»[10].

Уҡыған һәм уҡытыусы булып эшләгән йылдары

 
Кирилл һәм Мефодий йәшәгән йылдарҙағы Византия империяһы

Ағалы-энеле бик яҡшы белем ала. Мефодий, ғаилә дуҫы һәм бағыусыһы бөйөк логофет (дәүләт ҡаҙна мөдире) алашар (евнух) Феоктист ярҙамына таянып, хәрби-административ карьераға өлгәшә, Македония территорияһында урынлашҡан Славиния стратигы вазифаһына күтәрелә[15][16]. Әммә һуңынан монахлыҡта ғүмер итеү маҡсатында сәсен киҫтерә.

 
Император Михаил III

Кирилл, ағаһынан айырмалы рәүештә, баштан уҡ рухи-ғалим юлын һайлай. «Житие»гә ярашлы, Фессалоникала тәғлимәтенә нигеҙ һалғандан алып, уҡыусылары даирәһендә яҙғанса, күп кешене үҙенең һәләте менән хайран ҡалдыра. Бер ваҡыт ул һунарҙа яратҡан ҡарсығаһын юғалта йәшлегендә яратҡан, һәм был уға шулай ныҡ тәьҫир итә, - ул бөтә кәйеф-сафаларҙан баш тарта һәм, үҙ бүлмәһендәге стенаға тәре һүрәте төшөрөп, дин белгесе хеҙмәт Григорий Богослов хеҙмәттәрен тәрәнерәк өйрәнеүгә бирелә, уға айырым маҡтау шиғыры бағышлай. Логофет Феоктист кәңәше буйынса Константинополгә юллана, һәм житиела яҙылғанса, император менән бергә уҡый (ләкин Михаил Константиндан күпкә йәш була, бәлки ысынбарлыҡҡа ул кескәй императорҙың уҡыуына ярҙам итергә тейеш була[17]). Шул осорҙоң ҙур ғалимдары, буласаҡ патриарх Фотий I һәм Лев Математик уның уҡытыусылары була. Унда ул («Житие» авторы раҫлауынса, өс ай эсендә) «Гомерҙы һәм геометрияны, Лев һәм Фотийҙа диалектиканы һәм, өҫтәүенә, бөтә фәлсәфә фәндәрен: риториканы ла,арифметиканы ла, астрономияны ла, музыканы һәм бөтә башҡа эллин сәнғәтен өйрәнә»[18]. Артабан шулай уҡ арамей һәм иврит телдәрен үҙләштереү. Уҡыуын тамамлағандан һуң, уңышлы донъяуи карьера төҙөү маҡсатында, логофеттың крестницаһы менән отошло никах (шуның менән бергә уға «архонтия», йәғни Македонияның ярым автоном славян өлкәһе менән идара итеү, ә артабанғы перспективала стратиг вазифаһы вәғәҙә ителә), шуғам күрә сиркәү хеҙмәтенә ебәрелә (ул ваҡытта Константинға барлығы 15 йәш кенә була, һәм ул тағы сиркәү иерархияһының бер нисә алғы баҫҡысын үтергә тейеш була, һуңынан ғына дин әһеле священник [19] булыу мөмкин) һәм, житиела яҙылғанса, «книгчии у патриарха въ святѣи Софии»[20] сифатында хеҙмәткә алына. «Чтец патриарха» (Фотий, Константин уҡытыусыһы, патриарх) тигәнде хартофилакс (патриарх канцелярияһы начальнигы, һүҙмә — һүҙ - «архив һаҡсыһы»), ә бәлки библиофилакс — патриарх китапханасыһы тип аңлатырға мөмкин; Б. Н. Флоря икенсе вариантҡа өҫтөнлөк бирә, сөнки йәш дьякон патриарх сәркәтибе кеүек яуаплы вазифа үтәрлек административ тәжрибәгә эйә булмаған. Ләкин ул үҙенең посын көтмәгәндә ташлап, монастырға ҡаса. 6 айҙан уны патриарх илселәре уны таба һәм Константинополгә ҡайтыуын үтенә. Күптән түгел үҙе уҡыған (ошо осорҙан бирле Константин Фәйләсуф ҡушаматы килә) Магнавр университетында фәлсәфә фәнен уҡыта. Константин житиеһына ышанһаң, ул элекке патриарх Иоанн Грамматикты (житиела кәмһетеүле «Анний» ҡушаматы менән атала) мәжүсилек һынташтары сүрәттәре (иконоборчество) юлбашсыһын бәхәстә (диспут) еңә; әммә хәҙерге заман тикшеренеүселәре ғәмәлдә был эпизодты бидғәт (уйлап сығарылған) тип һанай.

851 йылда Кирилл император ҡушыуы (миссия) буйынса, сарацин хәлифәһе, йәғни, ахыры, ғәббәсиҙәр хәлифәһе Әл-Мутавәкил Алаллаһ[21]һарайына юллана.

856 йылда Константиндың элекке ҡурсалаусыһы логофет Феоктист үлтерелә. Константин үҙенең уҡыусылары Климент, Наум һәм Ангеларий менән Бәләкәй Олимп[22] тауында урынлашҡан Полихрон монастырына килә. Уның өлкән священнигы (настоятель) Мефодий ағаһы була. Был монастырҙа Константин һәм Мефодийҙың фекерҙәштәренән торған төркөмдә славян әлифбаһын булдырыу тураһында фекер тыуа[23].

Хазар миссияһы

860 йылда Кирилл, миссионерлыҡ маҡсаты менән, хазар ҡағаны һарайына ебәрелә. Житиегә ярашлы, ҡағандың, әгәр ышандыра алһалар, христиан динен ҡабул итеү мөмкин тигән вәғәҙәһенән сығып, илселек ебәрелә. Корсундә булғанда, Константин, бәхәскә әҙер булыр өсөн, йәһүд телен, самаритян яҙмаһын өйрәнә, ә улар менән бер рәттән «русьской» яҙмаһын һәм телен (ҡайһы берҙәр, житиела хата киткән һәм «русьские» яҙмаһы урынына «сурьские», йәғни сүриә — арамей, тип уҡыр кәрәк тиҙәр; Хазарияла Көнсығыш Сиркәүе тәғлимәте таралыуы айҡанлы, Хазария славяндары сүриә яҙмаһын ҡулланғандыр; һәр осраҡта ла был дөйөм славян теленән бүленеп сыға башлаған айырым боронғо урыҫ теле булыуы мөмкин түгел, уның солун диалектын бер туған ағалы-энеле бала саҡтарынан белгән)[24][25]. Константиндың ҡаған алдында мосолман имамы һәм йәһүд раввины менән ойошторолған бәхәсе, житиела яҙылғанса, уның еңеүе менән тамамланған, әммә ҡаған иманын алмаштырмаған. Ғәрәп сығанаҡтары һәм «Иосифтың хаты» башҡа төрлө аңлатма бирә: ҡаған алдында күҙҙән төшкәндәрен көтөп торған раввин, Константин менән имамды бер-береһенә ҡаршы ҡоторта, һөҙөмтәлә йәһүд диненең өҫтөнлөктәрен иҫбатлаусы раввин бәхәстә еңеүсе тип таныла[26]. 862 йылда Кирилл һәм Мефодий Константинополгә әйләнеп ҡайта.

Рим папаһы изге Клименттың изге һөйәгенә эйә булыуы

Файл:Кирилл-и-мефодий-11-в.jpg
Кирилл һәм Мефодийҙың Рим папаһы Клименттың изге һөйәгенә эйә булыуы. Василий II император Менологияһындағы миниатюра, XI быуат

861 йылдың ғинуарында, Хазарияға китеп барышлай, ул саҡта Византия империяһының бер өлөшө булған Таврия Херсонесында туҡталғанда, ағалы-энеле, легенда буйынса, Херсонесҡа һөргөнгә ебәрелгән һәм унда батырып үлтерелгән папа Клименттың (папаның мәйете яртылаш һыу баҫҡан утраусыҡта, фаразланылғанса, хәҙерге Севастополдең Казак бухтаһында табыла) изге һөйәгенә эйә була. Әммә боронғо сиркәү йолаһы папа Клименттың Херсонеста һөргөндә булыуы хаҡында бер нәмә лә белмәй, һәм, ҡайһы бер фараздар буйынса, һыу баҫҡан утрауҙа ерләнгән ошо төбәктә ул осорҙа хөрмәтләнеүсе башҡа ниндәйҙер изге мәйетен Рим папаһының изге һөйәге, тип ҡабул итеүҙәре мөмкин [27][17].

Константин-Кирилл был ваҡиғала төп ролде уйнаған, һәм һуңынан уны славян теленә тәржемәлә килеп еткән «Слово на обретение мощей Климента, папы Римского» тигән әҫәрендә һүрәтләй. Изге һөйәккә эйә булыу Константинополдең юғары руханиҙары вәкилдәре һәм урындағы епископ ҡатнашлығында башҡарылған. Е. В. Уханова, тип уйлайым изге һөйәккә эйә булыу ҙа, артабан Конмтантин-Кириллдың уны Римгә күсереүе лә (түбәндәрәк ҡара) диндарлыҡ (тәҡүәлек) акты ғына түгел, ә Константинополдең ике мәлдә: патриарх Фотийҙы һайлағанда Николай I папа менән билдәлелек алған мөнәсәбәттәре өҙөлөүенә тиклем) һәм яңы император Василий Македоняниндың Фотийҙы алып ташлағанынан һуң, рим тәхете менән ярашыуына йүнәлтелгән һарайының сәйәси акты ла, тип ҡарар кәрәк[28].

Моравия миссияһы

Файл:Кирилл-и-мефодий-радзивилловская-летопись.jpg
Изге Кирилл һәм Мефодий. Радзивилловский йылъяҙмаһынан миниатюра, 15 быуат

В 862 году[29] (или в 863 году[30]) в Константинополь явились послы от великоморавского князя Ростислава. Послы просили прислать «епископа и учителя», который бы им «въ свои языкъ истую вѣру съказалъ»[31]. По мнению современных учёных, посольство было связано с попыткой Ростислава противопоставить себя Восточно-Франкскому королевству и избавиться от опеки немецких епископов (именно епископов Баварии во главе с архиепископом Зальцбурга, которому в церковном отношении была подчинена Великая Моравия). Предполагалось даже, что посольство имело целью заключить с Византией союз против болгарского хана Бориса и Людовика Немецкого, но эта гипотеза не получила общего признания[32]. Ввиду такой просьбы, по словам «Жития Мефодия», император призвал Константина и обратился к нему с такой речью:

«Слышишь ли, Философ, речь сию? Никто другой не может сделать этого, кроме тебя. Так на тебе дары многие, и, взяв брата своего игумена Мефодия, ступай же. Ведь вы с ним солуняне, а солуняне все чисто по-славянски говорят».


«Слышишь ли, Философ, речь сию? Никто другой не может сделать этого, кроме тебя. Так на тебе дары многие, и, взяв брата своего игумена Мефодия, ступай же. Ведь вы с ним солуняне, а солуняне все чисто по-славянски говорят».Страница Ҡалып:Шаблон:Оригинальный текст/styles.css не имеет содержания.

«Кирилл житиеһы»на ярашлы, был һөйләшеү вельможалар синклиты алдынан, ысынбарлыҡта император булып иҫәпләнгән туғанының еңел аҡыллы улы урынына идара итеүсе кесарь Варда ҡатнашлығында үткәнОтъехав в Великую Моравию, Константин-Кирилл с помощью брата Мефодия и учеников, составил славянскую азбуку и перевёл на болгарский язык с греческого основные богослужебные книги: Евангелие, Апостол и Псалтырь, а также Октоих. О времени изобретения славянской азбуки свидетельствует сказание болгарского монаха Черноризца Храбра, современника царя Симеона, «О письменах». Он пишет[33][34]:

Если же спросишь славянских грамотеев, говоря: «Кто вам письмена создал или книги перевёл?», то все знают и, отвечая, говорят: «Святой Константин Философ, названный Кириллом — он нам письмена создал и книги перевёл, и Мефодий, брат его. Поскольку ещё живы, видевшие их». И если спросишь: «в какое время?», то знают и говорят: «Во время Михаила, царя греческого, и Бориса, князя болгарского, и Ростислава, князя моравского, и Коцела, князя блатенского, в год от сотворения всего мира 6363».

Шулай итеп, славян әлифбаһын булдырыу, Александрийский хисабына ярашлы, шул замандағы болгар йылъяҙмасылары ҡулланған Христос Раштыуаһының 863 йылына ҡарай[35].

Әлегә тиклем белгестәр Константин, ҡайһы славян әлифбаһының авторы — глаголицаныҡымы әллә кириллицаныҡымы — тигән һорау буйынса берҙәм фекергә килә алмай. Әммә черноризец (чернец - никахтан баш тартҡан һәм үҙен тулыһынса аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған дәрүиш монах) Храбр, Кирилл әлифбаһы 38 тамғанан торған һәм был глаголицаға күрһәтә, ти[36].

Моравияла Константин һәм Мефодий сиркәү китаптарын грек теленән славян теленә тәржемә итеүҙәрен дауам итә, славяндарҙы, буласаҡ Карпат Русе халҡын да индереп, уҡырға, славян телендә ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә. Ағалы-энеле Моравияла өс йылдан ашыу (Константин житиеһында 40 ай) йәшәй. Шулай уҡ моравия миссияһында улар Болгарияны суҡындырыуға (864) әҙерләй.

Римгә сәфәр

 
Изге Константин һәм Мефодий изге Клименттың һөйәген Римгә индерәләр. Изге Климент Базиликаһындағы XI быуат фрескаһы

867 йылда ағалы-энеле Римгә саҡырыла. Көнбайыш Сиркәү дин белгестәренең ҡайһы бере араһында, Раббыға маҡтау өс телдә генә: йәһүд, грек һәм латин телдәрендә генә әйтелеүе мөмкин тигән ҡараш йәшәгән була. Шуға күрә Моравияла христианлыҡ таратыусы Кирилл менән Мефодий кафыр тип ҡабул ителә һәм Римгә саҡыртыла. Улар унда Моравияла үҙҙәренең тотҡан урындарын бирергә теләмәүсе һәм славян яҙмаһы таралыуына ҡаршы сығыш яһаусы немец руханиҙарына ҡаршы көрәштә таяныс табырға өмөтләнәләр. Римгә барышлай, улар тағы бер славян иленә — Блатен кенәзлеге урынлашҡан Паннонияға һуғылалар. Бында, Блатноградта, кенәз Коцел ҡушыуы буйынса, славяндарҙы китап теленә һәм славян телендә ғибәҙәт ҡылыу эштәренә өйрәтәләр.

868 йылдыңа, башында Римгә килеп, Кирилл менән Мефодий яңы папа Адриан II менән осраша. Ағалы-энеле Клименттың изге һөйәген тапшыра, һәм папа славян телендә (Глаголик йола) ғибәҙәт ҡылыуҙы раҫлай, һәм тәржемә ителгән китаптарҙы рим сиркәүҙәрендә лә һалырға бойора. Папа ҡушыуы буйынса, Формоз (Порто епискобы) һәм Гаудерик (Веллетри епискобы) Константин һәм Мефодий менән бергә сәйәхәт итеүсе өс диндарҙы священник (рухани) тип таный [37], ә һуңғыһы епископ санына лайыҡ була.

Кириллдың вафаты

Римдә Константин ҡаты ауырый, 869 йылдың февраль башында түшәккә ята, схима һәм Кирилл тигән яңы монах исемен ҡабул итә, 14 февралдә вафат була. Ул Рим ҡалаһында Изге Климент сиркәүендә ерләнә.

 
Изге Климент сиркәүендә, фараз буйыгса, Изге Кирилл кәшәнәһе

Перед смертью, опасаясь, что Мефодий вернётся в монастырь на Олимп, сказал брату:

«Вот, брат, были мы с тобой как два вола в упряжи, пахали одну борозду, и я y леса <, дойдя борозду,> падаю, свой день окончив. A ты хоть и очень любишь гору, но не моги ради горы оставить учительство своё, ибо чем иным можешь ты лучше достичь спасения?»

Папа Николай I Мефодийҙы Моравия һәм Паннонияның архиепискобы тип иғлан итә.

Мефодийҙың Паннонияға әйләнеп ҡайтыуы

870 йылда Мефодий, священник (дин әһеле) санын алған уҡыусылары менән, Паннонияға, ә һуңынан Бөйөк Моравияға әйләнеп ҡайта.

Файл:Кирилл-безилика-св.-климента-9-в.jpg
Изге Кирилл. Римдәге Изге Климент базиликаһындағы фреска. IX быуат

Был осорҙа Моравияла хәлдәр ҡырҡа үҙгәргән була. Ростислав Немец Людовиктан еңелгәндән 870 йылда бавар төрмәлә вафат булғандан һуң, уның туғанының немец сәйәси йоғонтоһона буйһонған улы Святополк Моравия кенәзе була. Мефодий һәм уның уҡыусыларының эшмәкәрлеге ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Латин-немец руханиҙары славян теленең сиркәү теле булараҡ таралыуына төрлөсә ҡамасаулай.

872 йылда Мефодий Райхенау монастыры төрмәһендә өс йыл тотола. Был хаҡта белгәс, папа Иоанн VIII, Мефодий азат ителмәйсә тороп, немец епископтарына литургия башҡарыуҙы тыйған. Дөрөҫөрәге, ул, вәғәздәрҙе генә рөхсәт итеп, славян телендә ғибәҙәт атҡарыуҙы тыйған.

874 йылда архиепископ хоҡуҡтары тергеҙелеп, Мефодий, тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, славян теле ғибәҙәтен атҡарыуын дауам иткән, чех кенәзе Борживой I һәм уның ҡатыны Людмиланы славян телендә һыуға сумдырған йәки суҡындырған.

879 йылда немец епископтары Мефодийға ҡаршы яңы процесс ойоштора. Әммә Мефодий Римдә бик шәп аҡланыу таба һәм хатта славян телендә ғибәҙәт ҡылыуҙы рөхсәт иткән папа буллаһына эйә була.

881 йылда император Василий I Македонянин саҡырыуы буйынса Мефодий Константинополгә килә. Ул өс йыл шунда үткәргән, шунан һуң ҡайтҡан уҡыусылар менән бергә Бөйөк Моравия (Велеграда). Китап ярҙамында уҡыусы һәм уның менән өс васыят святоотеческий иҫке славян телдәргә тәржемә ителгән.

885 йылда ҡаты ауырыуҙан мефодийҙың була. Вафаты алдынан үҙ урынына тәғәйенләп уҡып Горазд. 4 апрелдә, был йәкшәмбе Вербный тип һораны ул үҙенән ҡорам, унда вәғәз уҡыны. Һәм шул уҡ көндө ул вафат була. Мефодийҙың килеп йыназа уҡыны өс теле — славян теле, латин һәм грек.

Вафатынан һуң

Славян яҙмаһы Мефодийҙың моравияға ул үлгәндән һуң дошман даосылар ирешә. Яза булған уҡыусыларыбыҙ бик күп, ҡайһы бер күсә Болгария (Горазд Бористың һәм бористың) һәм Хорватия.

Был Болгария һәм һуңынан Хорватия, Сербия һәм киев русе славян әлифбаһын булдырған, ағаһы, таралыу ала. Ҡайһы бер төбәктәрҙә Хорватия литургия служиться славян телдәренең латин йола xx быуат уртаһына тиклем булған. Сөнки был ғибәҙәтте китап яҙылған есть, тигән исем алған был йолалар глаголический.

Папа Адриан II писал в Прагу князю Ростиславу, что если кто станет презрительно относиться к книгам, писанным по-славянски, то пусть он будет отлучён и отдан под суд Церкви, ибо такие люди суть «волки». А папа Иоанн VIII в 880 г. пишет князю Святополку, приказывая, чтобы проповеди произносились по-славянски.

Изге Кирилл һәм Мефодийҙың уҡыусылары

 
Изге Кирилл һәм Мефодий уҡыусылар менән. Фреска монастыры, «Изге Наум» монастырындағы фреска, хәҙер Төньяҡ Македонияла
  1. Константин Преславский
  2. Горазд Охридский.
  3. Климент Охридский
  4. Савва Охридский.
  5. Наум Охридский.
  6. Ангелярий Охридский.
  7. Лаврентий.

Юғарыла исемләнгән уҡыусылары Балҡанда изге седмочисленниктар (сиркәү-славян телен булдырған һәм шул телгә Священное Писаниены тәржемә иткән ете изге) тип хөрмәт ителә.

Мираҫы

Кирилл һәм Мефодий текстарҙы славян телендә яҙыу маҡсатында махсус әлифба — глаголица булдырған. Хәҙерге ваҡытта тарихсылар араһында В.&nbsp;А.&nbsp;Истриндың, согласно которой кириллицаны, грек алфавиты нигеҙендә, изге ағалы-энеленең уҡыусыһы Климент Охридский (был турала Житиела ла телгә алына) эшләгән тигән барпыһы ла танымаған ҡараш өҫтөнлөк ала бара. Ошо әлифба ярҙамында ағалы-энеле туғандар грек теленән Священное Писаниены (Изге Китапты) һәм тағы башҡа ғибәҙәт китаптарын тәржемә иткән.

Шул уҡ ваҡытта, хатта Климент хәрефтәрҙең кириллик яҙылышын эшләгән хәлдә лә, ул Кирилл һәм Мефодийҙың славян телендәге өндәрҙе айырыу буйынса хеҙмәтенә (һәм был эш яңы яҙма булдырыу эшенең төп өлөшө) таянып башҡарған. Хәҙерге заман ғалимдары, фәнни айырымланған һәр славян өнөн билдәләп күрһәтеүгә өлгәшкән был хеҙмәттең сифатын юғары кимәлдә тип билдәләй. Һәм быны Константин-Кириллдың сығанаҡтарҙа билдәләнгән күренекле лингвистик һәләте менән генә аңлата алабыҙҙыр.Иногда утверждается о существовании славянской письменности до Кирилла и Мефодия, с опорой на отрывок из жития Кирилла, в котором говорится про книги, написанные «русскими письменами»:

«И нашел Философ здесь <в Корсуни> Евангелие и Псалтырь, написанные русскими письменами, и человека нашел, говорящего той речью. И беседовал с ним и понял смысл языка, соотнося отличия гласных и согласных букв со своим языком. И вознося молитву к Богу, вскоре начал читать и говорить. И многие изумлялись тому, славя Бога».

Әммә өҙөктә телгә алынған «урыҫ теле» славян теле тип әйтеп булмай; киреһенсә, ул Константин-Кириллдың уны үҙләштереүе мөғжизә булараҡ ҡабул ителә, һәм уның славян теле булмауын туранан-тура раҫлай. Шуны лә хәтерҙә тотоу кәрәк: Кирилл һәм Мефодий заманында һәм унан да һуңыраҡ славяндар берен-бере еңел аңлаған, һәм уртаҡ славян телендә һөйләшеүҙәрен таныған. Һәм ҡайһы бер хәҙерге телсе ғалимдар ҙа XII быуатҡа тиклем берҙәм праславян теле булған, тип ризалаша[38]. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге, фрагментта йә гот телендәге Инжил-Евангелие (тәүге тапҡыр Шафарик тарафынан әйтелгән идея), йә булмаһа ҡулъяҙмала хата бар, һәм «русьский» урынына «сурьский», йәғни «сүриәсә» тип уҡыр кәрәк, ти. Ошо фекерҙе раҫлап, автор һуҙынҡы һәм тартынҡы хәрефтәр араһында айырма яһай: билдәле булыуынса, арамей яҙмаһында һуҙынҡы өндәр юл өҫтө тамғалары менән билдәләнә[24][25]. Ғөмүмән, бөтә фрагмент, Хазариялағы бәхәскә әҙерләнгәндә, Константиндың Корсундә йәһүд телен һәм самаритян яҙыуын өйрәнеүе тураһындағы контексына ярашлы килтерелгән. Митрополит Макарий (Булгаков), шул уҡ житиела Константин славян яҙыуҙарын булдырған һәм уға тиклем славян яҙмалары булмаған, тип бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алына — йәғни «русьские» тип һүрәтләнгән яҙмаларҙы автор үҙе лә славян яҙмаһы, тип һанамай[39].

Хөрмәтләү

 
«Славян апостолдарының мең йыллығы». Пашков литографияһы, 1885 йыл.

Көнсығышта ла, Көнбайышта ла изгеләр тип хөрмәт ителә.

Урыҫ православиеһында изгеләрҙе хәтерләү көнө: Кириллды — 14 (27) февраля яңы стиль буйынса, Мефодийҙы — 6 (19) апреля (преставление - ерҙәге тормоштан теге донъяға күсеү көнө).

Католицизмда изгеләрҙе хәтерләү көнө — 14 февраль; элек Католик сиркәүендә Кирилл һәм Мефодийҙы хәтерләү байрамы 5 июлдәбилдәләнгән.

XIX быуат уртаһынан, славян халыҡтары мәҙәниәттәренең үҙбилдәләнеш символына әүерелгәндән бирле, славян халыҡтарының тәүге уҡытыусылары Кирилл һәм Мефодийҙы киң хөрмәтләү башлана. Тәүге тапҡыр Кирилл һәм Мефодийҙы хәтерләү көнө 1858 йылдың 11 майында Пловдивта уҙа, әйткәндәй, гректар тантаналарҙа ҡатнашмай[40]. Байрамды ойоштороу Болгар сиркәүе буйһонған Константинополь Патриархатының грек изге түрәлегенә (священноначалие) символик ҡаршы тороуы характерына эйә булған.

Смоленск сиркәүе епискобы Антоний (Амфитеатров), 1861 йылдың йәйендә Синодтың обер-прокурорына мөрәжәғәт итеп яҙылған ғаризаһында шуға иғтибар итә: 11 майға ҡаршы Минейҙа Кирилл һәм Мефодийға арналған ғибәҙәт ҡылынмай, ә Месяцесловта уларға торпарь ҙә, кондак та юҡ, тип, беренсе славян уҡытыусыларын хөрмәтләүгә тәүге практик аҙымдар яһай. Йәғни Рәсәйҙә (Сербияла, Болгарияла һәм Рәсәйҙә) баҫылған китаптарҙы ҡулланған илдәрҙәге ғибәҙәт ҡылыу практикаһында славян беренсе уҡытыусыларына махсус ғибәҙәт хеҙмәттәре үтәлмәй, ти. Бындай хеҙмәттәрҙе төҙөргә һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡулланылышҡа индерергә кәрәк була. Был башланғысты митрополит Филарет (Дроздов)[40] хуплай.

1863 йылын Рим сиркәүе «Славян юбилейы йылы», тантаналар үҙәге Велеград (Hradiště Uherské)[41] тип иғлан итә. Бер быуаттан ашыу осор үткәндән һуң, папа Иоанн Павел II үҙенең Кирилл һәм Мефодийға Slavorum Apostoli (Славян апостолдары) энцикликаһын арнай.

1863 йылда рәсәй Изгеләрҙән изге Хакимлыҡ итеүсе (Святейший Правительствующий) Синоды йыл һайын ике изге байрамын «беҙҙең ватан телен Инжил һәм Ғайса дине менән башланғыс изгеләндерелеүенең мең йыллығы иҫтәлегенә»[42] юлиан календары буйынса 11 (24) маяйҙа үткәреү билдәләнә; синодаль ҡарарҙа ошо көндө һайлау сәбәбе аңлатылмай. Мәскәү университеты профессоры Иван Дмитриевич Беляев 1862 йылда үҙенең тарих һәм рәсәй боронғолоғо мәскәү йәмғиәтенең ниндәйҙер «сиркәү төп нөсхәһе» тураһындағы мәҡәләһендә «11 май һаны» менән Кирилл һәм Мефодий иконаларын яҙыу буйынса күрһәтмәләр бирелеүе тураһында яҙған[43].

Был тантаналарҙан һуң ике йыл үтеүгә М. П. Погодин мөхәррирлеге аҫтында сыҡҡан һәм Кирилл һәм Мефодий эшмәкәрлеге менән бәйле күп тәүсығанаҡтарҙы, шул иҫәптән боронғо беренсе славян уҡытыусыларына бағышланған ғибәҙәттәрҙе үҙ эсенә алған «Кирилло-Мефодиевский сборник» донъя күрә. Бында шулай уҡ кирилл-мефодий тантаналарының сәйәси аспекты һыҙыҡ өҫтөнә алынған мәҡәләләр урынлаштырылған[40].

Беренсе болгар Экзархы Анфим I, Константинополь Патриархияһының тыйыуына ҡарамай, 1872 йылдың 11 майында Костантинополдең болгар сиркәүендә литургия барышында Болгар сиркәүен автокефаль сиркәү тип иғлан итеү тураһында актты тантаналы уҡый. Изге синодтың рәсми органы үҙенең 1885 йылғы Православие Көнсығышы буйынса күҙәтеүендә былай тип яҙа: «Бер нисә йыл буйы беҙҙең тыйнаҡ йылъяҙмабыҙ биттәренән ике уртаҡ динле халыҡтарыбыҙ — грек-болгар схизмаһы исеме аҫтында билдәле грек һәм болгар халыҡтары араһында үкенесле бүленеш факты төшмәне<...> Шундай ҡәбилә ынтылыштары менән мауығыуын былтыр грек православ сиркәүе (Төркиәлә һәм ирекле Эллада сиктәрендә), 6 апрелдә славян сиркәүҙәре тантаналы байрам иткән славянлыҡтың беренсе уҡытыусыларын изге Кирилл һәм Мефодийҙы хөрмәтләүҙең мең йыллығын билдәләүҙә ҡатнашмауы асыҡ күрһәтте[44]. Ҡатнашмауҙарын байрамдың сәйәси характерға эйә булыуы менән аңлаттылар»[45]. Рәсәйҙә, атап әйткәндә, 1885 йылдың 6 апрелендә Мефодийҙың вафатының мең йыллығы, атап әйткәндә, Петербургта Бөтә Рәсәй императоры ҡатнашлығында Исаакиевский соборында тантаналы ғибәҙәт менән билдәләнде[46].

Изге Синодтың 1885 йылғы Указы менән 11 май иҫтәлеге төн буйы уяу булыу (бдение) менән оҙатылыусы урта байрамға индерелде. 1901 йылда Синод дини ведомство ҡарамағында булған барлыҡ уҡыу йорттары эргәһендәге ғибәҙәтханаларҙа йыл һайын 11 май көнө алдынан, дәрестәрҙән азат ителеп, уҡыусыларҙың төн буйы уяу булыуын, икенсе көндө, доға уҡып, Мефодий һәм Кириллға литургия атҡарыуын билдәләй. Шулай куҡ 11 майҙа сиркәү мәктәптәрендә йыл һайын сығарылыш тантаналары була[47].

Кирилл һәм Мефодий хөрмәтенә байрам —Рәсәйҙә (1991 йылдан алып), Болгарияла, Чехияла, Словакияла һәм Төньяҡ Македонияла дәүләт байрамы. Рәсәйҙә, Болгарияла һәм Төньяҡ Македонияла байрам 24 майҙа билдәләнә; Рәсәйҙә һәм Болгарияла Славян мәҙәниәте һәм яҙмаһы көнө, Төньяҡ Македонияла — Изге Кирилл һәм Мефодий көнө тип атала. Чехия һәм Словакияла байрам 5 июлдә билдәләнә.

Словак шағиры Ян Голлы ағалы-энелегә «Кирилло-Мефодиада» (1835) тигән ҙур поэмаһын бағышлаған. Кирилл һәм Мефодий тарихнамәһе (тормош тасуирламаһы) Милорад Павичтың «Хазар һүҙлеге»нә инә.

Болгарияла Кирилл һәм Мефодий ордены бар. Шулай уҡ Болгариялая, коммунистик осорҙа уҡ, дәүләт байрамы — Славян мәҙәниәте һәм яҙмаһы көнө (Кирилл һәм Мефодийҙы сиркәүҙә хәтерләү көнө менән тап килә) билдәләнгән, һәм хәҙерге ваҡытта ла киң билдәләнә.

1869 йылдың июль уртаһында Новороссийскиға килгән чех күскенселәре Цемес йылғаһы аръяғындағы быуатлыҡ урманда изге Мефодий хөрмәтенә Мефодиевка тип аталған ауылға нигеҙ һала.

Сәнғәттә образы

Әҙәбиәттә

  • Слав Караслав, «Солунские братья» (1978-1979) романы (урыҫ теленә тәржемәһе «Кирилл и Мефодий» исеме аҫтында баҫылған (1987))

Кинола

  • «Константин Философ» (1983)
  • «Солунские братья» (1989)
  • «Кирилл и Мефодий — Апостолы славян» (2013)

Музыкала

  • Һарри Топор һәм Тони Раут — «Кирилл һәм Мефодий» (альбом «Страна Ос», 2014)[48]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Изге Кирилл
  • Мефодий Моравский
  • Славян мәҙәниәте һәм яҙмаһы көнө (Кирилл һәм Мефодий көнө)
  • Глаголица
  • Сиркәү-славян теле
  • Кирилл-Мефодий уҡыуҙары
  • Кирилл-Мефодий туғанлығы
  • Скопьела Изге Кирилл һәм Мефодий университеты.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  1. И. А. Шалина, А. П. Иванникова Кирилл // Православная энциклопедия. Том XXXIV. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2014. — С. 186-225. — 752 с. — 33 000 экз. — ISBN 978-5-89572-039-4
  2. Дуйчев, Иван. Българско средновековие. — София: Наука и изкуство, 1972. — С. 96.
  3. ЖИТИЕ КОНСТАНТИНА-КИРИЛЛА
  4. «Дѣдъ имѣхъ велии и славенъ зѣло, иже близъ цесаря сѣдяше, и даную ему славу волею отвергъ, изгнанъ бысть, и страну ину землю дошедъ, обнища. И ту мя роди» — приводит житие слова самого Константина — см. ЖИТИЕ КОНСТАНТИНА-КИРИЛЛА
  5. Тахиаос, Антоний Эмилий-Н. Святые братья Кирилл и Мефодий просветители славян. Сергиев Посад, 2005. С. 11.
  6. Кирилл и Мефодий, равноапостольные, учители Словенские
  7. Columbia Encyclopedia, Sixth Edition. 2001-05, s.v. «Cyril and Methodius, Saints»; Encyclopedia Britannica, Encyclopedia Britannica Incorporated, Warren E. Preece — 1972, p.846
  8. Кирилл и Мефодий // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Кирилл и Мефодий // Новый энциклопедический словарь. Том 21. 1914 год
  10. 10,0 10,1 Е. М. ВЕРЕЩАГИН. Из истории возникновения первого литературного языка славян. Переводческая техника Кирилла и Мефодия)
  11. Кирилло-Мефодиевская энциклопедия., София., издание БАН (Болгарская Академия Наук), 1985
  12. История Византии. Том I, глава 15.
  13. С. Б. Бернштейн. Славянские языки. Лингвистический энциклопедический словарь. — М., 1990. — С. 460—461
  14. Encyclopedia od Indo-European Culture, J.P. Mallory and D.Q. Adams, page 301.
  15. Малышевский И. И. Святые Кирилл и Мефодий
  16. Левченко М. В. История Византии. — М.-Л.: ОГИЗ, 1940. — С. 136.
  17. 17,0 17,1 Б. Флоря. Сказания о начале славянской письменности
  18. Житие Константина-Кирилла
  19. Б. Флоря: «Поскольку все известные „хартофилаксы“ IX в. были дьяконами, Ф. Дворник предполагает, что и Константин получил, вероятно, лишь сан дьякона, и сообщение о его посвящении в священники — неточность Жития. Cм.: Dvornik F. Les lgendes… P. 63-64.»
  20. «но постригше и на поповство, вдадимъ ему службу. Да будет книгчии у патриарха въ святѣи Софии. (…)». Еже и сътвориша ему. ЖИТИЕ КОНСТАНТИНА-КИРИЛЛА
  21. И. И. Малышевский. Олимп, на котором жили св. Константин и Мефодий
  22. Кирилл и Мефодий
  23. Просветительская деятельность Константина (Кирилла) и Мефодия
  24. 24,0 24,1 Флоря Б. Н. Сказания о начале славянской письменности. М.. 1981, стр. 115—117
  25. 25,0 25,1 Алексей Гиппиус. Русские письмена(недоступная ссылка) Автор — специалист по древнерусскому языку, сотрудник Института славяноведения РАН
  26. С. А. Плетнева. Хазары. Дата обращения: 22 май 2011. Архивировано 21 июль 2015 года.
  27. Обретение мощей св. Климента Римского в Херсонесе
  28. Е. В. Уханова. Обретение мощей св. Климента, папы Римского, в контексте внутренней и внешней политики Византийской империи IX века. Византийский временник, т. 59, М., «Наука», стр. 116. Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 5 февраль 2016 года.
  29. Каждан А. П., Литаврин Г. Г. Очерки истории Византии и южных славян. — СПб.: Алетейя, 1998. — С. 157.
  30. Бернштейн С. Б. Константин-Философ и Мефодий. — М.: Московский университет, 1984. — С. 78.
  31. Житие Мефодия излагает просьбу Ростислава так: «Яко Божиею милостию съдрави есмъ, и суть въ ны въшьли учителе мнози, крьстияни из влахъ и из грькъ и из нѣмьць, учаще ны различь, а мы словѣни проста чадь и не имамъ, иже бы ны наставилъ на истину и разумъ съказалъ. То, добрѣи владыко, посъли такъ мужь, иже ны исправить вьсяку правьду». Согласно житию Кирилла: «Людемь нашимъ поганьства ся отвергъшемъ и по крьстьяскъ ся законъ держащемъ, учителя не имамъ такого, иже бы ны въ свои языкъ истую вѣру съказалъ, да быша ины страны того зряще, уподобили намъ. Посли ны, владыко, епископа и учителя такого. Отъ васъ бо на вся страны всегда добрыи законъ исходить».
  32. Б. Флоря. Сказания о начале славянской письменности
  33. Черноризец Храбр. О писменехь. Дата обращения: 6 июль 2014. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  34. Первый этап
  35. Попов В., протоиерей Слава вам, братья, славян просветители!
  36. Robert Mathiesen. A Note On «O pismenexъ črъnorizъca Xrabra» // Studia. — T. 7: Symbolae in Honorem Georghii Y. Shevelov. — Monachii(München): Universitas Libera Ucrainiensis — Facultas Philosophica, 1971. — P. 317—320.
  37. И. И. Малышевский. V Деятельность Константина и Мефодия в Моравии и Паннонии и по выходе отсюда до кончины св. Константина в Риме // Святые Кирилл и Мефодий. — 1885.
  38. «О языковом единстве славян кирилло-мефодиевской эпохи убедительно говорится в интересной статье М.Чейки и А.Лампрехта; в подтверждение своего тезиса они используют исторические, социологические, а также глоттохронологические аргументы. Я.Бауэр прибавил к ним аргументы синтетического характера. Именно это единство славян в языковом отношении в IX веке и сделало, по мнению Б. С. Ангелова, возможным создание общего для них всех литературного языка, а также обусловило возникновение общеславянской литературы. Как же охарактеризовать это единство в терминах сравнительно-исторического языкознания? В. В. Виноградов, излагая концепцию Н. И. Толстого, пишет по этому поводу: „В IX веке славянские языки, по мнению А.Мейе, Н. С. Трубецкого и Н. Н. Дурново, были ещё настолько структурно близки друг к другу, что сохраняли общее состояние праславянского языка позднего периода“. Именно по причине всеобщей распространенности языка Мейе, как известно, не употреблял термина „праславянский“, а говорил об „общеславянском языке“; тем не менее термин „праславянский“ кажется нам вслед за С. Б. Бернштейном (Очерк…, 42-43) приемлемым в большей степени. Ср. также аналогичную позицию П. С. Кузнецова.»(Е. М. ВЕРЕЩАГИН Из истории возникновения первого литературного языка славян. Переводческая техника Кирилла и Мефодия)
  39. Митрополит Московский и Коломенский Макарий. История русской церкви. Дата обращения: 22 май 2011. Архивировано 21 октябрь 2013 года.
  40. 40,0 40,1 40,2 Кравецкий А. Г., Плетнева А. А. Минейные службы нового и новейшего времени: история, поэтика, семантика: Портал Богослов. Ru
  41. Духовная бесѣда, еженедѣльно издаваемая подъ редакціей протоіерея Іоанна Яхонтова. СПб., 1863, Т. 17, № 3, стр. 89.
  42. Цит. по:Херсонскія Епархіальныя Вѣдомости. Одесса. 15-го апреля 1863 года, № 8, стр. 92.
  43. Душеполезное чтеніе, ежемѣсячное изданіе общепонятныхъ сочиненій духовнаго содержанія. М., 1862, август, стр. 359.
  44. В 1885 году отмечалось тысячелетие со дня преставления архиепископа Мефодия.
  45. «Церковный Вѣстникъ». 1886, № 2, стр. 19 (неподписанная статья Ивана Троицкого).
  46. «К. П. Победоносцев и его корреспонденты: Письма и записки» / С предисловием Покровского М. Н., Т. 1, полутом 2-й, М.-Пг., 1923, стр. 499—500 (докладная записка обер-прокурора К. П. Победносцева от 6 апреля 1885 года императору Александру III с резолюцией последнего: «Я был очень рад, что нам удалось принять участие в общем празднике славян, и кажется, что действительно торжество удалось. <…>»).
  47. С. В. Булгаков. Настольная книга для священно-церковно-служителей. Киев, 1913, стр. 182.
  48. Кирилл и мефодий. Гарри Топор & Тони Раут. Дата обращения: 9 март 2019.