Масевич Алла Генриховна

Масевич Алла Генриховна (9 октябрь 1918 — 6 май 2008) — совет астрономы.

Масевич Алла Генриховна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 октябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны Тбилиси, Грузия Демократик Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 6 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Хованск зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном
Эш урыны П. К. Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы ГДР фәндәр академяһы[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
 Масевич Алла Генриховна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Алла Генриховна Масевич 1918 йылдың 9 октябрендә Тбилиси ҡалаһында тыуған.

1940 йылда Карл Либкнехт исемендәге Мәскәү индустриаль-педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң астрономия һәм геофизика кафедраһына аспирантураға ҡабул ителә.

1943—1952 йылдарҙа П. К. Штернбергисемендәге Дәүләт астрономия институтында эшләй.

19521987 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Астрономия советы рәйесе урынбаҫары. 1957 йылдан Ерҙең яһалма юлдаштарын оптик күҙәтеүҙәр етәксеһе. 19811982 йылдарҙа — космик киңлекте өйрәнеү һәм тыныс маҡсатта файҙаланыу буйынса БМО-ның 2-се конференцияһын әҙерләү буйынса БМО-ның ойоштороу комитетының Генераль секретары урынбаҫары.

19701976 йылдарҙа Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография институтының космик геодезия кафедраһы профессоры. 19872003 йылдарҙа — Астраномия Советының төп ғилми хеҙмәткәре.

Төп ғилми хеҙмәттәре йондоҙҙарҙың эске төҙөлөшө һәм эволюцияһы теорияһына һәм космос геодезияһына ҡарай. 19491950 йылдарҙа П. П. Паренаго менән берлектә Герцшпрунг — Рассел диаграммаһында эҙмә-эҙлелектәрҙең һәр береһе өсөн масса — яҡтыртылышы һәм масса — радиус бәйләнешен ентекле тикшереү башҡара. В. Г. Фесенков менән берлектә төп эҙмә-эҙлелек буйынса йондоҙҙарҙың корпускуляр нурланыш юлы менән массаһын юғалтыу эволюцияһы мөмкинселеген ҡарай.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975),

Халыҡ-ара астронавтика федерацияһының А. Галабер исемендәге премияһы лауреаты (1963),

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975),

«Почёт Билдәһе» ордены (1961),

1987 йылдан — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Т. М. Смирнова 1972 йылдың 9 майында Ҡырым астрофизик обсерваторияһында асҡан кесе планета 1904 Масевич уның хөрмәтенә аталған.

Библиография

үҙгәртергә

История Солнца. 1955

  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 2: И-М. — М.: Фонд «Московские энциклопедии», 2008

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә