Манхар бланко (исп. Manjar blanco) — испан телле илдәрҙә бер нисә төрлө тәм-томдоң атамаһы[1] Испанияла был бланманже. Америкала, бигерәк тә (Көньяҡ Америка) шулай тип татлы аҡ һөт пастаһы атала, ул һылау йәки эслек өсөн ҡулланыла. Был исем Латин Америкаһында ҡайһы берҙә дульсе де лече йәки йәки cajeta (кахета) менән үҙ-ара алмаштырып ҡулланыла, ләкин был терминдар, ғәҙәттә, тәм-томға ҡарай, әҙерләүе һүртәләнеүенән айырылып тора.

Манхар бланко
исп. manjar blanco
Рәсем

Манхар бланко Испанияла һәм Европаның башҡа өлөштәрендә күберәк бламанже кеүек билдәле булған десертҡа ҡарай, ул желатинға оҡшаған консистенция була. (ысынбарлыҡта, хәҙерге заман төрҙәренә йышыраҡ желатин ҡушып яһайҙар). Урта быуаттарҙа был ризыҡты тауыҡ йәки балыҡ, дөгө, шәкәр һәм һөт (йәки миндалле һөт) һәм башҡа ингредиенттарҙан әҙерләгәндәр[2] (моғайын, был ашамлыҡҡа мосолман Испанияһының һәм мосолман Сицилияһы аш-һыуының йоғонтоһо булғандыр). Хәҙер Испанияла был ризыҡтың төп ингредиенттары булып һөт миндаль, кукуруз крахмалы йәки шәкәр һәм желатин тора[3] . Ашамлыҡтың испан варианттары йыш ҡына француз йәки инглиз аш-һыуынан айырылып тора.

Көньяҡ Америка

үҙгәртергә
 
Эсендә Перу teja c Manjar blanco

Manjar blanco исеме Перу, Колумбия һәм Чилиҙа билдәле. Ул һөткә әҙ-әҙләп шәкәр ҡушып күләмен кәметеп һәм ҡуйыртып яй ғына бешерелгән традицион әҙерләнә торған ошоға оҡшаш ашамлыҡтарға ҡарай. Ҡайһы бер өлкәләрҙә өҫтәмә ингредиенттар ҡушыла: ванилле борсаҡтар, цитрус һуты, дәрсен һәм хатта дөгө[4]. Көймәһен өсөн ғәҙәттә һыуға ултыртып бешерәләр. Һөҙөмтәлә ҡуйыртылған һөткә оҡшаған, әммә бик ҡуйы аҡ йәки һарғылт төҫтәге паста барлыҡҡа килә

Манхар бланко икмәккә һылау өсөн, йәки төрлө ҡамыр ризыҡтарының электәре, мәҫәлән, альфахор һәм teja (тех) өсөн ҡулланыла.

Колумбия

үҙгәртергә

Манхар бланко — Колумбияла натильянс менән бер рәттән традицион раштыуа ашамлығы. Уны һөт, дөгө һәм шәкәрҙән яһайҙар; тейешле текстураһы булғансы ҡатышманы оҙаҡ бешерәләр. Был тәм-томдо Раштыуа ваҡытында магазиндарҙа һаталар, әммә күптәре йорттарында үҙаллы әҙерләүҙе хуп күрә.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Web Gastronomica de Enrique Domenech: Manjar Blanco Receta 2009 йыл 23 декабрь архивланған., retrieved on 22-04-2007
  2. Web Gastronomica de Enrique Domenech: Manjar Blanco Receta 2009 йыл 23 декабрь архивланған., retrieved on 22-04-2007
  3. CyberPadres.com: MANJAR BLANCO Архивная копия от 2 ноябрь 2006 на Wayback Machine, retrieved on 22-04-2007.
  4. BoliviaWeb: Galeria de Recetas: MANJAR BLANCO 2006 йыл 1 ноябрь архивланған., retrieved on 22-04-2007

Һылтанмалар

үҙгәртергә