Лия Манолиу (рум. Lia ManoliuLia Manoliu, 25 апрель 1932 йыл9 ғинуар 1998 йыл) — румын еңел атлеты, олимпия чемпионы.

Лёгкая атлетика
Лёгкая атлетика
Лия Манолиу
Дөйөм мәғлүмәт
Тәүге исеме

Lia Manoliu

Тыуған ере һәм ваҡыты

25 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Кишинёв, Румыния короллеге[1]

Үлгән ере һәм ваҡыты

9 ғинуар 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (65 йәш)
Бухарест, Румыния

Гражданлығы

Румыния Румыния

Буйы

179 см

Ауырлығы

85 кг

IAAF

14362392

Шәхси ҡаҙаныштар
Диск

62,06 (1972)

Международные медали
Олимпия уйындары
Бронза Рим 1960 диск һелтәү
Бронза Токио 1964 диск һелтәү
Алтын Мехико 1968 диск һелтәү

Биографияһы

үҙгәртергә

Ул саҡта Румыния тарафынан оккупацияланған биләмәлә урынлашҡан Кишинёвта тыуған. 1952 йылда Хельсинки ҡалаһында Олимпия уйындарында ҡатнаша. Дискыны 42 м 64 см-ға ырғытып, 6-сы урынды биләй. 1956 йылда Мельбурндағы Олимпия уйындарында ул һөҙөмтәһен 43 м 90 см-ға тиклем яҡшырта, әммә шул уҡ ваҡытта 9-сы ғына урынды ала. 1960 йылда Рим ҡалаһындағы Олимпия уйындарында, дискыны  52 м 36 см-ға ырғытып, бронза миҙалға лайыҡ була. 1964 йылда Токиолағы Олимпия уйындарында  дүртенсегә ырғытҡандан һуң дүртенсе урында була, әммә бишенсе тапҡыр дискыны 56 м. 96 см-ға ырғыта, был уға бронза миҙал килтерә.

1968 йылда Румыния еңел атлетика федерацияһы, спортсы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн ҡарт, тип иҫәпләй, әммә Лия Манолиу тағы ла тырышыңҡырап күнекмәләр яһай башлай, һәм Мехико Олимпия уйындарында, дискыны 58 м 28 см-ға һелтәп, чемпион була. 1972 йылда ул тағы ла Олимпиадала ҡатнаша — был юлы Мюнхенда, әммә дискыны 58 м 50 см-ға һелтәһә лә, был уға тик 9-сы ғына урынды килтерә.

1990 йылдан алып Лия Манолиу Румынияның Олимпия комитетын етәкләй, һәм үҙенең был посында вафатына тиклем ҡала. 1992-1996 йылдарҙа Румыния Сенаты ағзаһы була. Әлеге ваҡытта Лия Манолиу хөрмәтенә Бухарест стадионы уның исемен йөрөтә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Лия Манолиу — олимпийская статистика на сайте Sports-Reference.com (ингл.)
  1. Olympedia (ингл.) — 2006.