Маннергейм һыҙығын өҙөү
Маннергейм һыҙығын өҙөү (ҡайһы берҙә Сумма өсөн һуғыш тип атала) — 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышы ваҡытында совет ғәскәрҙәренең Маннегргейм һыҙығын өҙөү һәм Финляндияға артабан һөжүм итеү маҡсатындағы һөжүм операцияһы.
Маннергейм һыҙығын өҙөү | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Урын | Сумма[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 22 декабрь 1939 |
Башланыу датаһы | 16 декабрь 1939 |
Тамамланыу датаһы | 15 февраль 1940 |
Ғәскәрҙәр әҙерлеге
үҙгәртергә1939 йылдың декабрендә һыҙыҡты өҙөү буйынса тәүге ынтылыш уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Ҡыҙыл Армияның етди еңелеүҙәренән һуң 1-се ранглы командарм Тимошенко Төньяҡ-көнбайыш фронттың командующийы итеп тәғәйенләнә. Уға оборона һыҙығын өҙөүҙә яуаплылыҡ йөкмәтелә[1]. Карел муйынының көнбайыш өлөшөндә ғәскәрҙәр командующийы булып бөтә Финляндияла элекке ғәскәрҙәр командующийы Мерецков, ә көнсығыш өлөштә — В.Д. Грендаль тора. Маннергейм, совет ғәскәрҙәренең һөжүм өсөн нәҡ Сумма ауылынан көнсығышҡа ҡарай участканы һайлауҙарын һиҙенә. Унда, танк һәм пехотаның күп һанын урынлаштыру өсөн ҙур асыҡ яландар була. Тимошенко планы етди әҙерләнә. Дивизияның күп өлөшө Карел муйынының көнбайыш өлөшөнә, ә 13-сө армия көнсығыш өлөшөнә ебәрелә. Әлегә был хәлдәр барышында, РККА һыҙыҡҡа көсһөҙ һөжүм алып бара, ә артиллерия позицияларҙы утҡа тота. Февраль башына бер Карел муйынында яҡынса 25 дивизия туплана.
Операция
үҙгәртергә1940 йылдың беренсе февралендә совет армияһы фин армияһы частары тылын бомбаға тота башлай. Шул ваҡытта атыштар башлана, һөҙөмтәлә нығытылған Сумма районына тәүлегенә 3000-гә яҡын снаряд ебәрелә. Был беренсе донъя һуғышынан һуң иң күләмле артиллерия уты була. Хатьялахти һәм Муола күлдәре янында 16 дивизия һәм танктар ярҙамында 500 самолет һөжүмгә күсә. Ләкин, һөжүмдә лә һыҙыҡты өҙөү мөмкин булмай, әммә финдар хәлһеҙләнә һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары ла бөтә. 6 февралдә көслө һөжүм башлана, унда 200 самолет ярҙамында 150 танк һәм өс дивизия ҡатнаша. Әммә был һөжүмде лә финдар кире ҡаға, ә юғалтыуҙар бик күп була. 7 февралдә - РККА Муола районына үрләй, рустар Суммаға ике тапҡыр һөжүм итә. Икенсе көндө ике дивизия финн ғәскәрҙәренә һөжүм итә.
11 февралдә совет ғәскәрҙәренең төп һөжүме башлана[2]. Ҡыш һуғышының тарихында иң ҡыҙыу артиллерия уты башлана. Төп һөжүм йүнәлеше булып Сумма — Ляхде (Муоланъярви) районы тора, унда полковник Филипп Алябушевтың 123-сө уҡсылар дивизияһы эш итә. Шунда уҡ танк ярҙамы менән пехотаға финдарҙың оборонаһын өҙөү мөмкин була, 4-се үҙәк дот баҫып алына[3]. 136-сы уҡсылар дивизияһы 39-сы танк бригадаһы ярҙамында муйын йүнәлешендә Муоланъярви (Тәрән) һәм Яюряпянярви (Оло Шеш) күлдәре араһында фин оборонаһының үҙәгенә үтеп инә.
13 февралендә 7 ғәскәрҙәре командованиеһы Суоярви районында фин армияһының төп линиялары тулыһынса өҙөү тураһында хәбәр итә. Кямярь тимер юлы станцияһына һөжүм дауам итеүен дауам итә. 14 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 123-се уҡсылар дивизияһы полковнигы Алябушев Ленин ордены менән бүләкләнә. Шундай уҡ наградаға уның командиры ла алйыҡ була, ул һуңынан комбригдәрәжәһенә күтәрелә. Уҡсылар дивизияһының 123- сө частары финдар оборонаһына 6 км төпкә үтеп инә, һәм фронт буйынса ете километр өҙөүҙе киңәйтә. Ауыр һуғыш барышында дошмандың 12 доты һәм 39 дзоты юҡ ителә. Уҡсылар дивизияһының 84-се частары Лейпясуо йүнәлешендә һөжүмде дауам итә
16 февралдә совет ғәскәрҙәренең Кямарҙы ала. 7-се армия өҙөү арауығын байтаҡҡа арттыра. Ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, фин ғәскәрҙәре ныҡышмалы ҡаршы тороуын дауам итә.
19 февралдә генерал-лейтенант Эрик Хейнрикс Карелия муйынында барлыҡ фин ғәскәрҙәре менәнкомандующий итеп тәғәйенләнә, генерал Эстерманды алыштыра. Хейнриксты тиҙҙән 2-се армия корпусы менән етәкселек итеүсе генерал-майор Талвела алыштыра. 2-се армия корпусы икегә бүленә, 1-се корпус менән генерал-майор Лаатикайнен етәкселек итә. 18 февралгә тиклем Выборг ҡултығын моряктар һаҡлай, хәзер ул Муйын армияһына тапшырыла. 28 февралдә Яр буйы һаҡлау секторы булдырыла, ул Лапландиянан килгән көстә менән нығытыла.
Хонканиеми янында һуғыш
үҙгәртергәОсновная статья: Бой при Хонканиеми
26 февралдә финдар танктар файҙаланырға ҡарар итә. 4 танк ротаһын тәшкил иткән 13 «Виккерс», танк, Хонканиеми — Нёюкки участкаһында 3 бабальонға ярҙам итергә бойороҡ ала. Һөжүм иртән 6:30сәғәттә башлана, ләкин бер рота ғына алға шыла. Финдарҙың тик 7 танкы ғына иҫән ҡала. Сәғәт 9:00 һөжүм тулыһынса уңышһыҙлыҡҡа осрай. Тик өс фин танкы ғына рус позицияларына яҡын килә, улары ла юҡ ителә.
Алыш йомғаҡтары
үҙгәртергә27 февралдә 13-сө армияның 136-се дивизияһы көньяҡ-көнсығышта хәрәкәт итеп, өлөшләтә Муолаа-Илвеский оборона районын биләй, 62-се — уны төньяҡ-көнсығышта янай. 97-се дивизия, күлдәр аша муйын буйлап үрләп, Яюряпяянярви күлен үтә һәм уның төньяҡ өлөлөшндә оборона зонаһына килеп терәлә, һәм Хейкурила йүнәлешендә һөжүм башлай
2 мартында совет ғәскәрҙәре Выборгтың көньяҡ сигенә етә. 7 мартта Мәскәүҙә һөйләшеүҙәр башлана, улар бер нисә көн бара һәм Мәскәү солох килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Шулай итеп, Маннергейм линияһын өҙөү совет-фин һуғышы тарихында мөһим була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Прорыв линии Маннергейма. НАСТУПЛЕНИЕ ТИМОШЕНКО
- ↑ «Прорыв линии Маннергейма являлся для Красной армии делом чести»
- ↑ Иллюзия неприступности. Как Красная Армия прошла «линию Маннергейма»