Манахов Евгений Фёдорович
Евгений Фёдорович Манахов (2 ғинуар 1925 йыл — 4 март 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се кавалерия корпусы, 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлгән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы, һуңынан 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелгән, хәрби соединениеның 58-се гвардия кавалерия полкы, 4-се эскадрондың ҡылыссылар взводы командиры. Советтар Союзы Геройы.
Манахов Евгений Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1925 |
Тыуған урыны | Кузнецк[d], Һарытау губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 март 2007 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвгений Фёдорович Манахов 1925 йылдың 2 ғинуарында Кузнецк (хәҙерге Пенза өлкәһе) ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. 7 класс тамамлай, Пенза механик (хәҙер — Пенза һәм сәнәғәт идаралығы технология колледжы) техникумының 1 курсында уҡый. 1941 йылдың июлендә Пенза өлкәһе Пенза ҡалаһы хәрби комиссариаты армияға саҡыра. 1941 йылдың декабрендә Чкалов кавалерия училищеһын тамамлай. 1942 йылдың февраленән — Манахов армия хеҙмәтендә.
1943 йылдың 18 сентябрендә гвардия лейтенанты Евгений Манахов һөжүм алыштарында үҙенең взводы менән Баба ауылы районында дошмандың батальон штабы блиндажына граната яуҙыра, штаб машинаһын ҡулға төшөрә, һигеҙ гитлерсыныны юҡ итә.
1943 йылдың 27 сентябренә ҡаршы төндә Манахов взводы беренселәрҙән булып Белоруссияның Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһын кисеп сыға һәм дошман траншеяларына бәреп инә. Штык һәм бысаҡ менән гвардейсы кавалеристар хәрби һаҡты юҡ итә. Манахов взводы плацдармда нығына һәм 58-се гвардия кавалерия полкының башҡа подразделениеларына йылғаны кисеүенә булышлыҡ итә. Манахов 4-се эскадрон менән командалыҡты ваҡытлыса үҙ өҫтөнә ала, уратып алған оборона ойоштора, дошман урынлашҡан ҡаршы ярға уңышлы сығыуҙары һәм дошман траншеяһын баҫып алыуҙары тураһында штабҡа хәбәр итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия лейтенанты Манахов Евгений Фёдоровичҡа Ленин ордены һәм 3582-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла, Советтар Союзы Геройы юғары исеме бирелә.[1]
1946 йылдан Е. Ф. Манахов — запасҡа сыға.
1951 йылда Тышҡы сауҙа институтын тамамлай. 1962—1966 йылдарҙа Индонезияла сауҙа вәкиле булып эшләй.
1976—1984 йылдарҙа был «Алмазювелирэкспорт» Бөтә союз берекмә рәйесе вазифаһын биләй. 1984—1992 йылдарҙа — Бөйөк Британияла сауҙа вәкиле була. 1993 йылдан пенсияға киткәнгә тиклем — «Союзпромэкспорт» Бөтә союз берекмәһенең генераль директоры.
Мәскәүҙә йәшәгән. 2007 йылдың 4 мартында вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында[2] ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены;
- III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены;
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Халыҡтар дуҫлығы ордены;
- «Почёт билдәһе» ордены.
Хәтер
үҙгәртергә- Кузнецк ҡалаһының Хәрби Дан Ҡалҡыулығында Е. Ф. Манахов бюсы ҡуйылған.
- Е. Ф. Манаховтың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Өфө ҡалаһындағы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында алтын хәрефтәр менән уйылып мәңгеләштерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Могила Е. Ф. Манахова
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Манахов Евгений Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- Герои и подвиги. — Саратов, 1966. — Кн. 1. — С. 66—69.
- Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984. — С. 331.
- Хлюпин В. И. Сыны России. — М., 1985. — С. 138.
- Позин Я. С. Манахов Евгений Федорович // Пензенская энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2001. — С. 349.