Мальцев Михаил Васильевич

геолог-нефтсе

Мальцев Михаил Васильевич (10 июль 1910 йыл — 19 октябрь 1972 йыл) — нефтсе, ғалим-геолог, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1940—1949 йылдарҙа «Туймазанефть» тресының геология бүлеге начальнигы. Туймазы, Серафимовка, Баулы нефть ятҡылыҡтарын, Ырымбур газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнашыусы. Геология минералогия фәндәре кандидаты (1966). СССР-ҙың 3-сө һәм 4 се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сталин премияһы лауреаты (1946). Ленин (1948), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1960) ордены кавалеры.

Мальцев Михаил Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 июль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Сальск[d], Ростов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 19 октябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Ырымбур, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Васильевич Мальцев 1910 йылдың 10 июлендә Дон ғәскәре өлкәһе Сальское ауылында (хәҙер Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһы) тыуған. И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937).

  • 1937—1940 «Прикамнефть» тресында инженер-геолог .
  • 1940—1949 «Туймазынефть» тресының геология бүлеге начальнигы.
  • 1949—1957 «Татнефть» производство ьерекмәһенең баш геологы.
  • 1957—1960 Татнипинефть ойошмаһында директор урынбаҫары.
  • 1960—1972 ғилми хеҙмәткәр, Ырымбур геология идаралығы директорының урынбаҫары.

Быраулау Туймазы девон структураһын быраулау инициаторы, Туймазы, Баулы, Серафимовка, Ырымбур һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын асыусыларҙың береһе.

Икенсе ранглы тау генералы (1950)

СССР-ҙың 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (19501958).

Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966, диссертация темаһы «Опыт разведки, перспективы открытия новых месторождений и некоторые вопросы строения продуктивной толщи девона, связанные с разработкой Ромашкинского нефтяного месторождения»).

1972 йылдың 19 октябрендә Ырымбурҙа вафат була.

Монографиялары

үҙгәртергә
  • «Геологическое строение нефтяных месторождений Татарской АССР» (1956),
  • «Татария — республика нефти» (1957),
  • «Перспективы открытия новых нефтяных залежей в Татарской АССР» (1957).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә