Мали менән бутамаҫҡа.

Мале
мальд. މާލެ
Рәсем
Рәсми атамаһы މާލެ
Этнохороним Maléenne[1] һәм Maléen[1]
Дәүләт  Мальдив Республикаһы[2]
Административ үҙәге Мальдив Республикаһы
Административ-территориаль берәмек Каафу[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Һинд океаны
Геомәғлүмәттәр Data:Maldives/Malé.map
Халыҡ һаны 133 019 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2 метр
Туғандаш ҡала Коломбо, Гаосюн[d] һәм Джибути[d]
Майҙан 5,8 км²
Урынлашыу картаһы
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Malé[d]
Карта
 Мале Викимилектә

Ма́ле (мальд. މާލެ) — Мальдив Республикаһының баш ҡалаһы, шулай уҡ архипелагта иң ҙур тораҡ пункт. Донъяла халыҡ тығыҙлығы иң юғары булған ҡалалар иҫәбенә керә[3]. Ҡаланың майҙаны 5,8 км² тәшкил итә. 2014 йылдың сентябрендә баҫылып сыҡҡан баһалау мәғлүмәттәренә ярашлы Маленың халыҡ һаны — 133 019 кеше[4].

Ҡала Каафу атоллы составына ингән Төньяҡ Мале атоллының көньяҡ яр буйында урынлашҡан[5]. Административ-территориаль бүленеш буйынса дүрт утрауҙа урынлашҡан: үҙәк утрауҙа, территорияһында аэропорт урынлашҡан утрау, һәм тағы ла ике утрауҙа. Ҡаланың сәйәси тормошо ҡала советы вәкәләтенә инә.

1153 йылда Мальдив утрауҙарында соштанлыҡ барлыҡҡа килгәндән бирле Мале территорияһында власть органдары, шул иҫәптән солтандың резиденцияһы урынлаша. IX—XII быуаттарҙа Маһал атамаһын йөрөтә, ул Mahal Dvipa, йәғни Maléldvip (солтан утрауы) һүҙбәйләнешен ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[6]. Урта быуаттар осоронда ҡала ҡәлғә стеналары менән уратып алына. Шулай уҡ Мале ҡалаһында төрлө төрҙә фортификацион ҡоролмалар (шул иҫәптән бастиондар) төҙөлә, улар илдә монархия ҡолатылғас президент Ибраһим Насир фарманы буйынса 1970-се йылдарҙа емертелә, әммә йәмиғ мәсетенә бер ниндәйҙә зыян килтерелмәй. Хәҙерге ваҡытта утрау яр буйҙарына грунт һалыу иҫәбенә ҡала майҙаны күпкә арта. Быуаттар дауамында Мале ҡалаһында дәүер әһәмиәтендәге ваҡиғалар һәм протест акциялары була.

Географияһы

үҙгәртергә

Мале муссон климаты зонаһында урынлашҡан. Был климатҡа майҙа башланып декабрҙә тамамланған ямғырҙар миҙгеле, һәм 4 ай дауам иткән ҡоро миҙгел хас. Мале ҡалаһының муссон климаты зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, температура күрһәткестәре йыл дауамында башлыса үҙгәрмәй һәм даими булып тора, был инде экваториаль климаты зонаһында урынлашҡан тораҡ пункттарға хас күренеш. Уртаса температура максимумы 30 °C тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта уртаса минимум 26,5 °C ҡына була. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм миҡдары — 1600 мм.

Мале климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 30 30 31 31 31 30 30 30 30 30 30 29 30
Уртаса температура, °C 28 28 28 28 28 28 28 28 28 28 28 28 28
Уртаса минимум, °C 25 26 26 26 26 26 26 25 25 25 25 25 25
Яуым-төшөм нормаһы, мм 76 51 74 132 216 173 147 188 244 221 201 231 1953
Сығанаҡ: Male, Maldives Travel Weather Averages (Weatherbase)

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә
 
Малела торлаҡ комплекстары бер-береһенә яҡын алыҫлыҡта урынлашҡандар

Мале составына 6 квартал керә, уларҙың дүртеһе Төньяҡ Мале атоллында урынлашҡан: Мафанну (уның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә), Хенвеиру (төньяҡ-көнсығышта), Галолу (көньяҡта) һәм Мачанголи[7]; бишенсеһе — Вилимале — яҡындағы Виллингили атоллында, ул үҙ ваҡытында төрмә урыны булған, аҙаҡ курорт булып китә; алтынсыһы — Хулумале — шул уҡ исемдәге яһалма утрауҙа урынлашҡан, бында халыҡ 2004 йылдан йәшәй башлай.

Хулуле кварталы биләмәләрендә Ибраһим Насир исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. 2008 йылда Гули Фалу рифын мелиорациялау процессы башлана[8][9][10].

Квартал Майҙаны (га) Тығыҙлығы Иҫкәрмәләр
1 Мафанну 59.1 39,927.2 Төньяҡ Мале атоллы
2 Хенвеиру 27.6 70,340.6 Төньяҡ Мале атоллы
3 Галолу 32.6 60,061.3 Төньяҡ Мале атоллы
4 Мачанголи 75.9 39,478.3 Төньяҡ Мале атоллы
5 Вилимале 31.8 21,874.2 Виллингили утрауы
6 Хулумале 200.9 1,426.6 Яһалма утрау
- Хулуле 151.9 866.4 Ибраһим Насир исемендәге халыҡ-ара аэропорт
- Гули Фалу - - Төҙөлөүсе порт
Бөтәһе 579.8 103,693

Төньяҡ Мале атоллы бөтә яҡтан һыу менән уратып алынған ҡоро ер участкаларынан халыҡ тығыҙлығы буйынса тәүге бишәүенә инә, әммә улар араһында халыҡ һаны буйынса тик 168-се урынды биләй. Урын етешмәү сәбәпле барлыҡ предприятиялар ҡала эсендә урынлашҡан. Халыҡ тарафынан ҡулланылған һыу 50-60 метр тәрәнлектә табыла[11]. Электроэнергия дизель электростанциялары тарафынан етештерелә[12]. Таҙартылмаған ағып төшөп йыйылған һыу туранан-тура океанға ҡойола[11]. Ҡаты ҡалдыҡтар эргә тирәләге атоллдарға алып барыла һәм урындағы яр буйы күлдәрендә утилизациялана. Ошондай өйөлмәләр урынында аҙаҡ аэропорт, һәм шулай уҡ Тилафуши яһалма утрауы барлыҡҡа килә[13][14].

Дәүләт учреждениеларының күп өлөшө ҡаланың яр буйы һыҙатында урынлашҡан. Аэропорттан тыш, Маленан алыҫ булмаған Хилуле утрауында гидроаэродром урынлашҡан, бында дислокацияланған гидросамолёттар сәнәғәт маҡсаттарында файҙаланыла. Ҡала портында ерҙе яңынан тергеҙеү проекты башҡарыла.

Мальдив утрауҙарына б.э.т. IV быуат — б.э. IV быуат арауығында Һиндостан ярымутрауынан һәм Шри Ланка утрауынан сыҡҡан дравидтар күсеп урынлаша. Сағыштырыу тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә дравидтарҙың боронғо замандарҙан алып мальдив теленең формалашыуына ҙур йоғонто яһай.

Тур Хейердал үҙенең «Мальдив йомағы» китабында «Коимала тураһында хикәйәтенең» бер өлөшөн тәжемә итә, уға ярашлы:

  Борон-борон заманда, әле Мальдив утрауҙары халҡы аҙ һанлы булғанда, Шри-Ланка короленең ҡыҙын кәләш итеп алған королдәр нәҫеленән сыҡҡан принц Коимала Кало, хәләл ефете менән бергә ике карапта Серендиб (Шри-Ланка) утрауынан сәйәхәткә сығып китә. Мальдивҡа барып еткәс, улар штилгә тарый һәм бер ни тиклем ваҡыт Төньяҡ Маалхосмадулу атоллының Расгетиму утрауында туҡтап тора. Урындағы

халыҡ ике ҡунаҡтың цейлон королдәре нәҫеленән булыуын белгәс, уларға бында ҡалырға тәҡдим итәләр һәм аҙаҡ Коималаны Расгетимуның ("король утрауы") короле итеп иғлан итәләр[комм. 1]. Һуңыраҡ Коимала һәм уның ҡатыны Малеға бара… һәм төбәктәге Гиравару утрауы аборигендары рөхсәте менән күсеп урынлаша.»[15].

 

. Риүәйәт буйынса, тап ошо ваҡытта Коимала яр буйында тәүге ағасты — папайяны (йәки башҡа емешле ағасты) ултырта. Король бында һарай төҙөй һәм аттолды Маа-ле (Мале) тип, ә уға яҡын булған утрауҙы — Хулу-ле (Хулуле) тип атай.

Ҡаланың иң ҙур дүрт кварталына урындағы гиравару балыҡсыһы атама бирә: Мафанну һүҙе маа (ҙур) һәм фанну (ауылдан диңгеҙгә барған һуҡмаҡтың осо), Хенвеиру — ен-бейру (балыҡсы элгескә ем ҡуйып ҡармаҡ ташлаған урын), Галолу — гала-олу (таш нигеҙ) һәм Мачанголи — мати-анголи (ел ыңғайындағы сат) һүҙбәйләнештәренән килеп сыҡҡандар.

XVI быуатта португалдар Төньяҡ Мале атоллында сауҙа посына нигеҙ һала, хәҙерге ваҡытта уның территорияһы ҡала составына инә.

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Ан-124 «Руслан» транспорт самолёты Ибраһим Насир исемендәге Мале халыҡ-ара аэропортында

Мальдив утрауҙары һәм Мале ҡалаһы иҡтисадының төп өлөшөн туризм биләй, уға ЭТП-ның 28 % һәм валюта килеүенең 60 % тура килә. Халыҡ йәненә ЭТП 1980-се йылдарҙа 265 %, 1990-сы йылдарҙа — тағы ла 115 % арта. Мале биләмәләрендә күп һанлы туристик иҫтәлекле урындар һәм күңел асыу-рекреацион комплекстар урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала үҙәк гавань һәм порт урынлашҡан.

Мале ҡалаһында Maldivian[16] һәм Villa Air авиакомпанияларының штаб-фатирҙары урынлашҡан[17].

Сәйәсәте

үҙгәртергә
 
«Солтан баҡсаһы» паркы
 
Малела урам; уңда — Дарумаванта малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы бергә уҡытыу мәктәбе. Алғы планда элек Халыҡ мәжлесе (парламенты) урынлашҡан бина күренә

Урындағы үҙидаралыҡ органдары 2011 йылда ойоштороған ҡала советы менән күрһәтелгән.

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. Расге — король, тиму — утрау

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Maeed M Zahir. Population explosion; a major environmental issue in Male’ (ингл.). ecocare.mv (25 апрель 2011). Дата обращения: 30 декабрь 2015. Архивировано 14 июль 2015 года. 2012 йыл 3 март архивланған.
  4. GeoHive — Maldives population statistics 2017 йыл 23 февраль архивланған. (инг.)
  5. Silver Marlin, Maldives ~ Big Game Fishing ~ About Maldives. Дата обращения: 28 декабрь 2015. Архивировано 5 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 5 ноябрь архивланған.
  6. Naseema Mohamed. Names of Maldives (ингл.). qaumiyyath.gov.mv (2004). Дата обращения: 30 декабрь 2015.
  7. Строгов, Мишель; Броше, Пьер-Кристиан, Озиас, Доминик. Мальдивские острова: путеводитель. — М.: Авангард, 2008. — С. 88. — 160 с. — ISBN 9785863942858.
  8. Gulhi Falhu project to begin early 2008 (ингл.). miadhu.com (7 октябрь 2007). Дата обращения: 30 декабрь 2015. Архивировано 27 май 2014 года.
  9. President Visits Gulhi Falhu (ингл.). presidencymaldives.gov.mv (27 декабрь 2010). Дата обращения: 30 декабрь 2015. Архивировано 30 декабрь 2015 года. 2015 йыл 30 декабрь архивланған.
  10. Maldives first amusement park opens in Gulhi Falhu (ингл.) (1 декабрь 2013). Дата обращения: 28 декабрь 2015. Архивировано 30 декабрь 2015 года.
  11. 11,0 11,1 Malé Water & Sewerage Company Pvt. Ltd. / FAQ (ингл.). mwsc.com.mv. Дата обращения: 31 декабрь 2015. 2008 йыл 11 ғинуар архивланған.
  12. USAID SARI / Energy Integration — Maldives Energy Overview (ингл.). sari-energy.org. Дата обращения: 31 декабрь 2015. Архивировано 26 май 2012 года. 2012 йыл 26 май архивланған.
  13. United Nations Environmental Programme. Management of Solid Waste and Sewage (ингл.) (2002). Дата обращения: 31 декабрь 2015. Архивировано 24 март 2012 года. 2012 йыл 24 март архивланған.
  14. Waheed, Abdullah. Gold in Garbage — the Experience from Maldives (ингл.). searo.who.int. Дата обращения: 31 декабрь 2015. Архивировано 1 июль 2007 года.
  15. Хейердал Т. Мальдивская загадка. — М.: Прогресс, 1988. — 224 с. — ISBN 5-01-001081-X.
  16. Contact Us (ингл.). maldivian.aero. Дата обращения: 31 декабрь 2015.
  17. Contact Flyme Domestic Airlines in Maldives (ингл.). flyme.mv. Дата обращения: 31 декабрь 2015. 2015 йыл 21 декабрь архивланған.