Малагаси теле
Малагаси теле (малаг. malagasy, малаг. مـَلـَغـَسـِ) — башлыса Мадагаскар утрауыда йәшәүсе малагаси халҡының теле. Шулай уҡ Мадагаскар Республикаһының дәүләт теле булып тора. Африкала берҙән-бер австронезия теле.
Малагаси | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
Malagasy |
---|---|
Илдәр | |
Рәсми статусы | |
Был телдә һөйләшеүселәр |
яҡынса 18 млн. (2007) |
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
млг 418 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 |
mlg һәм башҡалар |
Был телдә Википедия | |
Бынан тыш, малагаси телендә һөйләшеүселәр Реюньон, Комор, Сейшел һәм башҡа яҡын тирәләге утрауҙарҙа, тағы ла элекке колониаль метрополия — Францияла йәшәй.
Тарихы
үҙгәртергәМалагаси теле яҡындағы Африка телдәре менән бәйле түгел. Ул австронезия ғаиләһенә ҡараған малай-полинезия телдәренең иң көнбайышта таралған тел булып тора. Был фактXVIII быуатта уҡ асыҡланған. Малагаси теле Индонезия, Малайзия һәм Филиппин телдәренә туған. Уға иң яҡындары — Калимантан утрауында таралған телдәр. Малагаси теленең база лексикаһы 90 процетҡа мааньян теленә (Калимантан утрауының көньяғында Барито йылғаһы тирәһендә таралған) тап килә. Был тап ошо төбәктән сыҡҡан кешеләр Мадагаскарға күсеп ултырған тигәнде аңлата. Күсеп килеүҙең сәбәбе теүәл генә билдәле түгел. Һуңғараҡ Индонезия күскенселәре Көнсығыш Африканан килгән халыҡтар һәм ғәрәптәр менән ҡушылған.
Малагаси телендә банту, суахили һәм ғәрәп телдәренән, шулай уҡ француз (Мадагаскар колониаль хөкүмәтенең элекке теле) һәм инглиз (XVIII быуатта утрауҙа базалары булған пираттарҙың теле) телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар.
Телдә XV быуаттан алып яҙма әҙәбиәт, ауыҙ-тел ижадының шиғри риүәйәттәре һәм легендаларының бай традицияһы бар.
Орфографияһы
үҙгәртергә1823 йылдан телдең латин алфавиты нигеҙендә яҙыуы бар. Быға тиклем «магик» һәм астрологик текстарҙа сурабе ғәрәп алфавиты файҙаланылған. Орфография башлыса фонетик принциптарға нигеҙләнә, шулай ҙа ҡайһы бер айырмалыҡтар күҙәтелә. Һүҙҙәр аҙағында i хәрефе y хәрефенә алышына, ә o хәрефе [u]? һымаҡ уҡыла.
Алфавит 21 хәрефтән тора: a, b, d, e, f, g, h, i, j, k, l, m, n, o, p, r, s, t, v, y, z.
Шулай уҡ диакритик билдәләр ҡулланыла, әммә уларҙың ҡулланылыуы стандарттарға ҡаршы килә. Мәҫәлән, баҫымды билдәләү өсөн акут, гравис, умлаут билдәләренең ирекле ҡулланылыуы мөмкин. Һуңғы билдә, тильда менән бер рәттән, n хәрефе өҫтөндә ҡуйғанда уны [ŋ]? веляр сонорға әйләндерә. Циркумфлекс француз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр орфографияһында һаҡлана.
Фонологияһы
үҙгәртергәТауыш төҙөлөшөнә тартынҡыларҙы һәм һуҙынҡыларҙы ҡәтғи сиратлаштырыу хас. Тамыр һүҙҙәренең күпселеге (90 % самаһы) тартынҡынан башлана. Бер тамыр һүҙ ҙә тартынҡы һүҙ менән тамамланмай[1].
Һуҙынҡылар
үҙгәртергәКүтәрелеш / Рәт | Алғы | Урта | Артҡы |
---|---|---|---|
Юғары | i, y [i]? |
o [u]? | |
Уртаса | e [e]? |
ao, ô [o]? | |
Түбәнге | a [a]? |
Тартынҡылар
үҙгәртергәМалагаси теле консонантизмы үҙенсәлектәренең береһе — преназализланған тартынҡыларҙың булыуы. Улар айырылғыһыҙ тауыш комплекстары биргән шартлаулы һәм аффрикаттар менән бер үк ваҡытта танау артикуляцияһы ваҡытында барлыҡҡа килә.
Иренләшкән | Альвеоляр | Ретрофлекс | Веляр | Тамаҡ | ||
---|---|---|---|---|---|---|
Танау | m | n | ŋ | |||
Шартлаулы | Яңғырау | b | d | g | ||
Һаңғырау | p | t | k | |||
Преназ. шартлаулы | Яңғырау | ᵐb | ⁿd | ᵑg | ||
Һаңғырау | ᵐp | ⁿt | ᵑk | |||
Аффрикат | Яңғырау | dz | ɖʳ | |||
Һаңғырау | ts | ʈʳ | ||||
Преназ. аффрикат | Яңғырау | ⁿdz | ᶯɖʳ | |||
Һаңғырау | ⁿts | ᶯʈʳ | ||||
Фрикатив | Яңғырау | v | z | |||
Һаңғырау | f | s | h | |||
Латераль | l | |||||
Ҡалтыраулы | r |
Баҫым
үҙгәртергәМалагаси теле өсөн һанлы баҫым элементтары менән динамик баҫым хас. Ҡатмарлы һүҙҙәрҙә баҫым ҡағиҙә булараҡ һуңғынан алдағы ижеккә төшә (mòra, karàma, farafàra), ә -ka, -tra, -na ялғауҙары менән бөткән һүҙҙәрҙә — һүҙ аҙағынан өсөнсө ижеккә. Яһалма һүҙҙәрҙә һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым башҡа ижектәргә төшөүе мөмкин: ôperà.
Баҫым ҡайһы берҙә мәғәнә айырыу ролен уйнай:
- vòvo («мурҙа») — vovò («эт өрөүе»);
- gàga («аптыраған») — gagà («аптырағыҙ»).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карташова Л. А. Малагасийский язык: Учебное пособие. М.: Изд-во МГУ, 1992. ISBN 5-211-02841-4
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аракин В. Д. Мальгашский язык. — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — 64 с. — (Языки зарубежного Востока и Африки).
Һылтанмалар
үҙгәртергәМалагаси теле Викимилектә |