Макарова Татьяна Петровна

Макарова Татьяна Петровна (25 сентябрь 1920 йыл, Мәскәү — 25 август 1944 йыл, Остроленка, Польша) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының звено командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Макарова Татьяна Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 25 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (23 йәш)
Вафат булған урыны Остроленка, Польша
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Ерләнгән урыны Остроленка
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Макарова Татьяна Петровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Петровна Макарова 1920 йылдың 25 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Урыҫ.

Мәскәү ҡалаһының 12-се мәктәбенең ете класын, Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең механика-технология техникумын (хәҙер колледж аҙыҡ-түлек Мәскәү), аэроклуб тамамлай. «Большевик» кондитер фабрикаһында техник-кондитер, аҙаҡ хәрби авиация мәктәбендә инструктор булып эшләй[2].

Ҡыҙыл Армияла 1941 йылдан. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай[2].

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарының хәрәкәттәге армияһында 1942 йылдың майынан. 588-се төнгө еңелсә бомбаға тотоу авиация полкының звено командиры[3].

1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2].

628 төнгө хәрби осош яһай. Дошман өҫтөнә 96 тонна бомба һәм 300 мең листовка ташлай. Уның эш итеүе һөҙөмтәһендә 103 янғын усағы барлыҡҡа килә, 2 кисеү, 2 зенит нөктәһе, 1 прожектор, боеприпастарҙың 2 келәте, дошмандың тере көстәренең икәүҙән артыҡ взводы юҡ ителә һәм зыян күрә

1944 йылдың 25 авгусында һауа һуғышында яныусы самолетта штурман Вера Белик менән һәләк була. Польшаның Остроленка ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
СССР почта конверты: Макарова (һулда) һәм Белик (уңда).
  Тышҡы медиафайлдар
  • 1960 йылдан 1994 йылға тиклем Мәскәүҙә Татьяна Макарова исемен Һаҙ урамы йөрөткән
  • 2005 йылда Макарова Татьяна исемен Көнсығыш административ округындағы яңы урам ала.
  • Татьяна Макарова хөрмәтенә СССР-ҙың почта конверты сығарыла

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Tatyana Petrovna Makarova // TracesOfWar
  2. 2,0 2,1 2,2 Макарова Татьяна Петровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 17. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  3. Полк, имевший исключительно женский состав, был сформирован в октябре 1941 года. В феврале 1943 года преобразован в 46-й гвардейский ночной бомбардировочный авиационный полк. Имея на вооружении лёгкие самолёты «По-2» (Поликарпов У-2), боевые экипажи полка сделали в общей сложности 24 тысячи боевых вылетов, сбросили на врага 3 тысячи тонн бомбового груза. Полк получил почётное наименование Таманского. Был награждён орденами Красного Знамени и Суворова III степени и отмечен 22 благодарностями Верховного Главнокомандования. За войну полк потерял 31 лётчицу, пять из которых посмертно были удостоены звания Герой Советского Союза. В общей сложности 23 лётчицы получили звание Героя Советского Союза, две — Героя России.

Һылтанмалар

үҙгәртергә