Ҡыуыш — күсмә тормош менән йәшәгән башҡорттарҙың ваҡытлыса торлағы. Волга буйы, Көнсығыш Европа (ике яҡлы ҡыйыҡлы), Көнбайыш Себер һәм Урал (конус формаһындағы) халыҡтарында таралған булған.

Ҡыуыштыр йәки ике яҡлы ҡыйыҡлы йәки конус формаһында булған. Улар тура килгән ағастарҙан: ҡайындан, уҫаҡтан, ҡарағайҙан ҡоролған.

Ике яҡлы ҡыйыҡлы ҡыуыштың һөлдәһе (каркасы) өҫтө-өҫтөнә һалынып бәйләнгән 2—3 пар урҙанан, арҡыры һалынған горизонталь һәм вертикаль оҙон ботаҡтарҙан торған; конус формаһындағы ҡыуыш 3 йәки 4 йыуан (оҙонлоғо 4 метр тирәһе, бер яҡ осо уртаға ҡаратып бөгөлөп бәйләнгән) һәм 10—15 нәҙек урҙаларҙан эшләнгән. Ҡыуыштың ҡыйыҡ ролен ағас ҡайырыһы, туҙ, транса, үлән, кейеҙ үтәгән.

Ҡыуыш ныҡлы булһын өсөн, уның аҫ яғын баҫрау һәм кәҫ менән тығыҙлап баҫтырғандар, бау йәки тал сыбығы менән бәйләгәндәр, ян-яғынан ҡоршап ҡуйғандар.

Торлаҡҡа инер урынды кейеҙ шаршау, таҡта йәки рамға тарттырылып нығытылған туҙ менән ҡаплағандар. Ҡыуышта, күпселек осраҡта, ер иҙән ҡалдырылған, унда үлән, кейеҙ, балаҫ йәйгәндәр. Ҡайһы ваҡыт таҡта иҙән дә түшәгәндәр.

Ике яҡлы ҡыйыҡлы ҡыуыштар - Башҡортостандың төньяғында һәм көнбайышында, конус формаһындағылар Урал аръяғы, үҙәк һәм көньяҡ райондарҙа таралған булған.

Һуңғараҡ Ҡыуыштарҙы бесән, ураҡ мәлендә төҙөгәндәр, шулай уҡ быҙауҙарҙы, бәрәстәрҙе ябып ҡуйыу өсөн дә, аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн дә тотонғандар. Кешеләр уны томра ваҡытта эҫенән һаҡланыу өсөн дә ҡорғандар.

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанма

үҙгәртергә