Майя (цивилизация)
Майя — үҙенең яҙмаһы, сәнғәте, архитектураһы, математик һәм астрономик математик системалары аша билдәлелек алған Мезоамерика цивилизацияһы. Уның формалаша башлауы классик дәүерҙән элгәре йылдарға (б. э. т. 2000 й. — б. э. 250 й.) ҡарай, классик осорҙа күпселек майя ҡалалары үҫешенең иң бейек нөктәһенә еткән (б.э. 250—900 йй.). Конкистадорҙар килгән саҡта тәрән хәлһеҙлек кисергән була. Майя, европалылар килгәнсегә тиклем бик күп алдараҡ ташландыҡ хәлгә килгән, таш ҡалалар төҙөгән булған, ҡайһы бер ҡалаларҙа һуңғараҡ та кешеләр йәшәгән әле. Майялар уйлап тапҡан календарҙы Үҙәк Американың башҡа халыҡтары ла ҡулланған. Бөгөнгө көндә өлөшләтә сиселгән иероглифик яҙыуҙар системаһын ҡулланған майялар. Ҡомартҡыларҙа күп һанлы яҙмалар һаҡланған. Игенселектә һөҙөмтәле система булдырғандар, астрономия өлкәһендә тәрән белемгә эйә булғандар.
Майя | |
Нигеҙләү датаһы | 2 б.э.т. мең йыллыҡ |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Үҙәк Америка[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Юкатан |
Алмаштырылған | Kingdom of New Spain[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | Maya studies[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1521 |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Чикаго сәнғәт институты[d] |
Тема иҡтисады | майялар иҡтисады[d] |
Майя Викимилектә |
Ата-бабаларының телен һаҡлап ҡалған хәҙерге майялар ғына түгел, Мексика, Гватемала, Гондурастың көньяғында йәшәгән испан телле халыҡтың бер өлөшө лә боронғо майя халҡының вариҫтары тип атала. Майяларҙың ҡайһы бер ҡалалары: Мексикалағы Ушмаль, Паленке, Чичен-Ица, Гватемалалағы Тикаль һәм Киригуа, Гондурастағы Копан, Сальвадорҙағы вулкан көлө менән күмелеп ҡалған һәм ҡабаттан ҡаҙып сығарылған кескәй генә Хойя-де-Серен ауылы ЮНЕСКО донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Был халыҡтың мәҙәниәте тарихын өс периодҡа бүлеү ҡабул ителгән. Беренсе осор (боронғо замандан алып б.э. 317 йылына тиклем) — ҡала-дәүләттәр, примитив игенселек, кизе-мамыҡ туҡыма эшләү һ.б. барлыҡҡа килгән осор. Икенсе осор (317—987) — боронғо батшалыҡ йәки классик осор — ҡалалар үҫеше ваҡыты (Паленке, Чичен-Ица, Тулума) һәм бер үк ваҡытта X быуат башында халыҡтың уларҙы серле рәүештә ташлап китеүе. Өсөнсө осор (987 йыл — XVI быуат) — яңы батшалыҡ, йәки классик осорҙан элгәрге период — европа конкистадорҙарының килеү, яңы закондар, тормоштоң һәм мәҙәниәттең стилен һәм сәнғәтен ҡабул итеү, мәҙәниәттәр буталышы, туған туғанды үлтерешеү һуғыштары һ . б. дәүере.
Территорияһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта (2017 йыл) майя цивилизацияһы үҫешкән территориялар түбәндәге дәүләттәр составына инә:
- Мексика (Чьяпас, Кампече, Юкатан, Табаско, Кинтана-Роо штаттары);
Майя мәҙәниәтенә ҡараған 1000-гә яҡын (XX быуаттың 80-се йылдары башына) ҡала табылған, ләкин уларҙың барыһы ла археологтар тарафынан ҡаҙылмаған һәм тикшерелмәгән. Шулай уҡ 3000-гә яҡын ҡасаба табылған.
Тарихы
үҙгәртергәИртә осорға тиклемге период (б. э.т. яҡынса 2000—900 йй.)
үҙгәртергәМайяларҙың иртә классик осорҙан элгәрге үҫеше этабында йәшәгән урындарында ултыраҡтары барлыҡҡа килә һәм игенселек үҫешә. Майя цивилизацияһына б. э.т. яҡынса 2000 йыл менән билдәләнгән Куэйо (Белиз) тәүге төҙөлмәләре ҡарай. Был урындан майя ҡәбиләләре төньяҡҡа Мексика ҡултығына табан таралып ултырған. Копанда (Гондурас) һунарсылар б. э. т. яҡынса 1100 йылда урынлашҡандар. Иртә классик осорҙан элгәрге этапта майя цивилизацияһына ҡараған боронғо ҡала булған Ламанай ҡалаһына (Белиз) нигеҙ һалынған. Б. э. т. яҡынса 1000 йылда б. э. VII быуатына саҡлы йәшәгән Кахаль Печ (Белиз) нигеҙләнгән.
Урта классик осорға тиклемге период (б. э. т. яҡынса 899—400 йылдар)
үҙгәртергәУрта классик осорҙан элгәрге периодта майяларҙың артабанғы таралып ултырыуы дауам итә, ҡалалар араһында сауҙа үҫешә. Б. э. т. Тикаль (Гватемала) өлкәһендәге ултыраҡ эҙҙәре б. э. т. VII быуат менән билдәләнә. Мексика ҡултығы яр буйында беренсе ултыраҡтар һәм ҡорамдар б. э. т. яҡынса 500 йылда барлыҡҡа килгән. Эль-Мирадор (майяларҙың билдәле булған иң ҙур пирамидаһы, 72 м) һәм хәҙерге Гватемала биләмәһендә урынлашҡан Накбе майяларҙың тәүге ҙур ҡалалары һанала. Б. э. т. яҡынса 700 йылда Месоамерикала тәүге яҙыу барлыҡҡа килгән.
Был осорҙағы майя сәнғәтенә Мексика ҡултығы ярҙарында барлыҡҡа килгән һәм бөтөн Мексоамерика менән сауҙа бәйләнештәре урынлаштырған ольмек цивилизацияһы йоғонтоһо һиҙелә. Ҡайһы бер ғалимдар, боронғо майялар иерархик йәмғиәт һәм батша идарарығы төҙөүҙәре менән майялар өлкәһенең көньяҡ райондарында б. э. т. 900 йылдан 400 йылға саҡлы ольмектарҙың йәнәш йәшәүенә бурыслы.
Һуңғы классик осорға тиклемге период (б. э. т. яҡынса 400 — б. э. 250 йылы)
үҙгәртергәМайяларҙың ташҡа уйылып эшләнгән иртә ҡояш календары һүрәте б. э.т. яҡынса 400 йыл менән билдәләнә. Майялар королдәр һәм король ҡанынан булғандар идара иткән иерархик йәмғиәт идеяһын ҡабул итә. Теотиуакан ҡалаһына нигеҙ һалыу шулай уҡ һуңғы классик осорҙан элгәре периодҡа ҡараған. Теотиуакан бер нисә быуат дауамында бөтөн майя цивилизацияһын һәм башҡа төбәктәрен үҙенең мәҙәни йоғонтоһонда йәшәткән Месоамериканың мәҙәни, дини һәм сауҙа үҙәге булған.
Иртә классик осор (б. э. яҡынса 250—600 йылдары)
үҙгәртергәБ. э. 292 йыл йылы менән билдәләнгән Тикалдәге иң иртә стела хаким Кинич-Эб-Шок фигураһын һынландыра. 500 йыл тирәһендә Тикаль «бик бөйөк держава» була, унда яңы ғәҙәттәр, шулар араһында ҡорбан килтереү менән бәйле йола ритуалдары индергән Теотиуакан кешеләре йәшәй башлай. 562 йылда һуғышы йылдарында ҡала араһында Калакмуль һәм Тикаль ҡалалары араһында һуғыш башланған, һәм, һөҙөмтәлә, Калакмуль хөкөмдары Тикаль хакимы Яш-Эб-Шок II (Вак-Чан-Кавиль) әсирлеккә ала һәм уны ҡорбан итә.
Һуңғы классик осор (б. э. яҡынса 600—900 йылдары)
үҙгәртергәКлассик осорҙағы майя цивилизацияһы һәр береһенең үҙ хакимы булған ҡала-дәүләттәр территорияһы булып күҙ алдына баҫа. Бөтөн Юкатанға таралған майя мәҙәниәте үҙ үҫешенең сәскә атыуын кисерә, был осорҙа Чичен-Ица (700 йыл тирәһе), Ушмаль һәм Коба ҡалаларына нигеҙ һалынған. Ҡалалар сакбе (sacbé) тип аталған юлдар менән тоташтырылған. Ул осорҙағы уртаса европа ҡалаларынан кеше һаны буйынса күпкә артыҡ булған майя ҡалаларында 10 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән.
Майя цивилизацияһының бөлгөнлөккә төшөүе
үҙгәртергәБ. э. IX быуатында уҡ майя халҡы йәшәгән көньяҡ райондарҙа халыҡ һаны бик тиҙ кәмей бара, һәм был күренеш бөтә үҙәк Юкатанға таралаған. Кешеләр ҡалаларҙы ташлап китә, һыу менән тәьмин итеү системаһы емерелә. Б. э. X быуаты уртаһынан улар башҡа таш ҡоролмалар төҙөмәй. Һаманға саҡлы майя цивилизацияһының юҡҡа сығыуы тикшеренеүселәр араһындағы бәхәскә сәбәп булып тора. Шул уҡ ваҡытта майя цивилизацияһының юҡҡа сығыуына ике төп ҡараш — экология һәм экологик булмаған фараздар бар.
- Экологик гипотеза кеше һәм тәбиғәттең үҙ-ара мөнәсәбәт балансына нигеҙләнгән. Ваҡыт үтеү менән баланс боҙола: даими үҫә барған халыҡ сифатлы тупраҡ етмәү, шулай уҡ эсәр һыу етмәү проблемаһы менән осраша. 1921 йылда О. Ф. Кук майяның экологик сәбәптәр менән юғалыуы тураһында фараз төҙөй.
- Экологик булмаған фараз гипотеза баҫып алыуҙар һәм эпидемияларҙан башланып, климат үҙгәреү йәиһә башҡа катастрофалар менән тамамланған төрлө төр теорияларҙы үҙ эсенә ала. Майяларҙы баҫып алыу фаразы файҙаһына археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә урта быуаттарҙа Үҙәк Америкала йәшәгән башҡа халыҡ — тольтектар эйә булған предметтар табылыуы һөйләй. Әммә күпселек тикшеренеүселәр был фараздың версия дөрөҫлөгөнә шикләнә.
Климат үҙгәреү мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе геолог Хауг Геральд (Haug Gerald) майя цивилизацияһының кризисы сәбәптәре булып климатик үҙгәрештәр, бигерәк тә ҡоролоҡ, булған тигән фекер әйтә. 2012 йылдың февралендә Юкатан һәм Саутгемптон Университеты ғалимдары майя цивилизацияһы хатта бик ҡаты булмаған аслыҡтан да һәләк булырға мөмкин тигән ҡатмарлы моделләштереү һөҙөмтәләрен баҫтырып сығара. Үткәрелгән тәжрибәләр күрһәтеүенсә, был төбәктә сөсө һыуҙың етешмәй башлауы яуым-төшөм кимәленең 25-40 % кәмеүе менән аңлатылыуы мөмкин, һәм был күренеш б. э. 800—950 йылдарында күҙәтелгән. Яуым-төшөм кимәленең ошолай кәмеүе генә сәбәпсе түгел икән, һыуҙың парға әйләнеүе уның ямғыр яуып тулыланыуына ҡарағанда аҙыраҡ, ә был, үҙ сиратында, етерлек һыу күләменең кәмеүенә, өйрәнелгән тормош нигеҙҙәрен ҡаҡшатҡан һәм ҡалаларҙың бөлгөнлөккә төшөүенә килтергән.[1][2] Шулай уҡ, ҡайһы бер ғалимдар майя цивилизацияһының һәләк булыуын Үҙәк Азиялағы Теотиуакандың ахыры менән бәйләй.
Классик периодтан һуңғы осор (яҡынса 900—1521 йй.)
үҙгәртергәЯҡынса 900 йылда халыҡ Тикалде ташлап киткән. Төньяҡ Юкатан ҡалалары үҫешен дауам иткән, әммә көньяҡтағы ҡалалар бөлгөнлөккә төшкән. Яҡынса 1050 йылда Чичен-Ицы ҡалаһы емерелгән. 1263 йылда һуңынан Юкатандың төп үҙәгенә әйләнгән Майяпанға нигеҙ һалынған. Әммә 1441 йылда ҡалала ихтилал башлана, һәм 1461 йылда халыҡ уны ташлап китә.
Бынан һуң Юкатан яңынан бер-береһе менән көрәшкән ҡалалар территорияһы булып торған. Шулай, Какчикелдәр йылъяҙмаһында тау майялары — какчикелдәр тарихы уларҙың Гватемалаға легендар килеүе, сәйәси ҡоролошо, күрше майя халыҡтары менән бәрелештәре, шулай уҡ уларҙың баш ҡалаһы Ишимче, 1520 йылда сәсәк үләтенән ҡырылыуы һәм 1524 йылда испандарҙың килеүе ентекләп тасуирланған.
Колониаль осор (1521—1821 йылдар)
үҙгәртергә1517 йылда Юкатанда Эрнандес де Кордоба етәкселегендәге испандар барлыҡҡа килә[3]. Испандар Иҫке Донъянан майяларға электән билдәле булмаған сәсәк оспа, киҙеү грипп һәм ҡыҙылса корь сирҙәрен алып килә. 1528 йылда Франсиско де Монтехо башындағы колонистар төньяҡ Юкатанды баҫа башлай. Әммә, географик һәм сәйәси тарҡау булғанлыҡтан, испандарға төбәкте үҙенә буйһондороу өсөн 170 йыл самаһы йыл кәрәк була. 1697 йылда майяларҙың һуңғы бойондороҡһоҙ ҡалаһы Тайясаль да Испания тарафынан буйһондорола.
Постколониаль осор
үҙгәртергә1821 йылда Мексика Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ ала. Әммә илдәге хәл яйға һалынмай стабилләшмәй. 1847 йылда авторитар мексика хөкүмәтенә ҡаршы сыҡҡан Касталар һуғышы тип билдәлелек алған майялар ихтилалы тоҡана. Ихтилал тик 1901 йылға ғына баҫтырыла.
Майя бөгөн
үҙгәртергәБөгөнгө көндә Юкатан ярымутрауында, шул иҫәптән Белизда, Гватемалала һәм Гондураста 6,1 млн самаһы майя йәшәй[4]. Гватемаланың 40 % тиклем халҡы — майя, Белизда — 10 %. Майяның бөгөнгө дине христианлыҡ һәм майяларҙың традицион ышаныуҙары ҡатышмаһынан тора. Бөгөн майяның һәр бер общинаһының дини ҡурсалаусыһы бар. Иғәнә сифатында йорт ҡоштары, тәмләткестәр йәки шәмдәр сығыш яһай. Майяның ҡайһы бер төркөмдәре үҙҙәренең традицион кейемендәге үҙенсәлекле элементтары менән идентификациялана.һәм башҡа майяларҙан айырылып тора. Бөгөнгө көндә Үҙәк Американың бөтөн илдәрендә лә йәшәгән майя индейҙарының ысынбарлыҡ реаль көнкүрешен күрһәткән ҙур булмаған видео бар.
Һаҡланып ҡалған традицион көнкүрешкә тоғро Чьяпаста (Мексика) йәшәгән лекандон майялары билдәле. Төркөм вәкилдәре майяларҙың традицион сюжеттары менән биҙәлгән мамыҡ кейемдәр кейә. Христианлыҡ был төркөм вәкилдәренә өҫтөнлөклө генә йоғонто яһай. Әммә туризм һәм, тәү сиратта, техник һәм иҡтисади прогресс төркөмдөң үҙенә бер төрлөлөгөнөң яйлап юйылыуына килтерә. Майялар күберәк һәм йышыраҡ заманса кейемдә йөрөй, үҙ йортонда электр, радио һәм телевидение менән файҙалана, автомобилдәрҙә йышыраҡ йөрөй. Бик күп кешенең боронғо майяларҙың донъяһы һәм мәҙәниәте менән танышырға теләгәнлегенән, ҡайһы бер майялар фәҡәт туризм иҫәбенә йәшәй.
Мексикалағы Чьяпас штатында сапатистар контролендә булған ауылдарҙа айырым ситуация барлыҡҡа килгән. Күптән түгел был ауылдар автономияға һәм үҙидаралыҡҡа өлгәште.
Сәнғәте
үҙгәртергәКлассик осорҙа боронғо майя сәнғәте үҙ үҫешенең иң бейек нөктәһенә еткән (б. э. яҡынса 250—900 йылдары). Паленктағы, Копандағы һәм Бонампактағы стеналарҙағы фрескалар иң матуры һаналған. Ошо фрескаларҙағы кешеләрҙең матурлығы был мәҙәниәт ҡомартҡыларын боронғо антик донъя мәҙәниәт һәйкәлдәре менән сағыштырырға мөмкинлек бирә, шуға күрә был майя цивилизацияһы үҫеше осорон классик тип һанау ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йә инквизиция, йә ваҡыт үҙе уларҙы юҡҡа сығарғанлыҡтан, мәҙәниәт һәйкәлдәренең күбеһе беҙҙең көнгә тиклем килеп етмәгән.
Скульптураһы
үҙгәртергәМайя скульптуралары, ҡағиҙә булараҡ, хәйер, уның ысынбарлыҡтағы функцияһы һаман да асыҡ билдәләнмәгән нигеҙендә йыш ҡына «алтарь» тип аталған эре яҫы таш һалынған стеланан ғибәрәт. Күп стелалар барельеф һүрәтләнешле булған, хәйер, майя цивилизацияһы йәшәгән ареал биләмәләрендә ғәҙәти скульптуралар ҙа осратып була[5]. Скульптураларҙың күпселеге майя цивилизацияһы үҫешенең классик осорона (б. э. 250—900) ҡарай[6].
Кейемдәре
үҙгәртергәИр-егеттәрҙең төп кейеме эш йәки янбаш бәйләүесе булған; ул бил тирәләп бер нисә тапҡыр уратылып алынған ус киңлегендәге туҡыма һыҙатынан ғибәрәт булған, артабан аяҡ араларынан сығарып кейелгән, бәйләүестең остары алдан һәм арттан һәлберәтеп ҡалдырылған. Танылған шәхестәрҙең янбаш бәйләүестәре «ҙур хәстәрлек һәм матурлап» ҡанаттар йәки ҡайыу-сигеү менән биҙәлгән. Яурындарына пати — әйбер хужаһының йәмғиәттәге урынына ярашлы биҙәлгән тура мөйөшлө туҡыма киҫәгенән япма ябынғандар. Юғары ҡатлам был ҡупшы кейемгә тағы ла оҙон күлдәк һәм сабыулы итәккә оҡшаған икенсе янбаш бәйләүесе өҫтәгән. Һаҡланып ҡалған һүрәттәрҙән күреүебеҙсә, уларҙың кейемдәре, моғайын, бик бай биҙәлешле һәм иҫ киткес матур булған. Хакимдар һәм хәрби етәкселәр ҡайһы берҙә бындай кейем өҫтөнән ягуар-арыҫлан тиреһен ябынып йөрөгән йәки уны билбауына беркеткән.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме ике төп предметтан: йә яурындарын асыҡ ҡалдырып, күкрәктән түбәндә башланған оҙон күлдәктән (куб), йә (мәҫәлән, Юкатандағы кеүек) ҡулдар һәм баш өсөн ҡалдырылған йырыҡтарҙан торған тура мөйөшлө материя киҫәгенән, һәм аҫҡы итәктән торған. Һаҡланып ҡалған һүрәттәр буйынса, күлдәкте лә, итәкте лә бергә лә, айырым да кейеү мөмкин булған; һуңғы осраҡта күкрәк асыҡ ҡалған (моғайын, кейемде теге йәки былай кейеү ысулы ҡатын-ҡыҙҙың ижтимағи статусы йәки урындағы йолалар менән билдәләнгәндер). Өҫкө кейем хеҙмәтен, ирҙәрҙеке кеүек, ләкин бер аҙ оҙонораҡ ябыу үтәгән. Кейем тәшкил иткән бөтә предметтар ҙа күп төҫлө биҙәктәр менән биҙәлгән.
Архитектураһы
үҙгәртергәТаш скульптурала һәм барельефтарҙа, ваҡ пластика әҫәрҙәрендә, диуарҙарҙа һәм керамика биҙәктәрендә сағылыш тапҡан майя сәнғәте өсөн стилләштерелгән гротеск образдарҙа һынландырылған дини һәм мифологик тематика хас. Майя сәнғәтенең төп мотивтары — антропоморф хоҙайҙар, йыландар һәм битлектәр; уға стилистик нәфислек һәм камил һыҙаттар хас. Майя өсөн төп төҙөлөш материал булып таш, беренсе сиратта, эзбизташ хеҙмәт иткән. Майя архитектураһы өсөн үргә төбәлгән фасадлы һәм кикрекле ҡыйыҡлы ялған көмбәҙҙәр типик булған. Был һарайҙарҙы һәм ҡорамдарҙы ослаған массив фасадтар һәм ҡыйыҡтар бейеклек һәм мөһабәтлек тәьҫораты тыуҙырған.
Сауҙаһы
үҙгәртергәМайялар үҙ-ара ла һатыу иткән, төрлө майя илдәре үҙ-ара, башҡа дәүләттәр менән дә, төньяҡҡа ацтектар менән, көньяҡта хәҙерге заман Коста-Рика һәм Панама халҡы менән[7] йәнле сауҙа алып барған.
Яҙмаһы һәм ваҡыт иҫәбе
үҙгәртергәКолумбҡа тиклемге Яңы Донъяның үҙенә бер башҡа интеллектуаль ҡаҙанышы булып майя халҡы тыуҙырған яҙыу һәм ваҡытты иҫәпләү системаһы тора. Майя иероглифтары идеографик яҙмаға ла, фонетик яҙма өсөн дә хеҙмәт иткән. Уларҙы ташҡа киртеп яҙғандар, керамикаға төшөргәндәр, улар ярҙамында урындағы ҡағыҙҙан эшләнгән кодекс тип аталған яйлы китаптар яҙылған. Был кодекстар майя яҙмаһы буйынса тикшеренеү өсөн мөһим сығанаҡ булып тора. 1880-се йылдарҙа уларҙы тәү тапҡыр немец ғалимы Э. Ферсман тәржемә иткән. Ваҡытты билдәләү фиксация яҙма менән нигеҙле астрономик белемде тура килтереү ярҙамында мөмкин булған. Өҫтәүенә майялар «цолкин» йәки «тоналаматль» — 20 һәм 13 һандарына нигеҙләнгән иҫәп системаһын ҡулланған. Үҙәк Америкала таралған цолкин системаһы бик боронғо һәм мотлаҡ майя халҡы ғына уйлап сығарған тип раҫлап булмай. Форматив заман ольмектарында һәм сапотектар мәҙәниәтендә шуға оҡшаған һәм етерлек үҫешкән ваҡыт иҫәпләүе хатта майяларҙан да иртәрәк осорҙа барлыҡҡа килгән. Әммә майялар һан системаһын һәм астрономик күҙәтеүҙәрҙе камиллаштырыуҙа Үҙәк Американың башҡа төп халыҡтарынан күпкә алға киткән була.
Яҙыуы
үҙгәртергәХәҙерге мексика штаты Оахака территорияһында археологтар асҡан иероглифтар киртелгән тәүге майя монументы яҡынса 700 йылға ҡарай.
Испандар баҫып инеү менән майя яҙыуын уҡырға тырышҡандар. Майя халҡын христиан диненә йүнәлтергә тырышҡан испан монахтары майя яҙмаһының тәүге тикшеренеүселәре лә булған. Шуларҙың иң билдәлеһе Юкатандың өсөнсө епискобы Диего де Ланда булған, ул 1566 йылда «Юкатандағы эштәр тураһында хәбәрҙәр» тип аталған хеҙмәт яҙған. Ланда фекере буйынса, майя иероглифтары һинд-европа алфавиттарына оҡшаған. Ул һәр иероглиф айырым хәреф аңлата тип иҫәпләгән.
1950-се йылдарҙа үҙенең асыштарын эшләгән СССР Фәндәр Академияһы Ленинград Этнография институты совет ғалимы Юрий Кнорозов майя текстарын асыуҙа бик күп уңышҡа өлгәшкән. Кнорозов де Ланданың исемлегенең алфавит түгеллегенә шикләнмәгән, ләкин шул сәбәптән тулыһынса кире лә ҡаҡмаған. Ғалим де Ланда «алфавиты» ысынында иһә ижектәр теҙеме булған. Ундағы һәр билдә бер тартынҡының бер һуҙынҡы менән айырым комбинацияһына тап килгән. Бергә берләштерелгән билдәләр һүҙҙәрҙең фонетик яҙмаһы булған. Көнбайышта боронғо майяларҙың иероглифтарын сисеүгә Генрих Берлин һәм Татьяна Проскурякова ҙур өлөш индерҙе.
XX быуаттағы асыштар һөҙөмтәһендә майя яҙмаһы тураһындағы белемде тәртипкә һалыу мөмкин булды. Яҙма системаһының төп элементтары булып 800 тирәһе билдәле тамға тора. Ғәҙәттә тамғалар квадрат йәки овал күренешле; бер йәки бер нисә билдә, бергә иероглифик блок барлыҡҡа килтереп, урынлаштырылыуы мөмкин. Бындай блоктар айырым тәртиптә билдәле яҙыуҙарҙың күпселеге өсөн арауыҡ сиктәрен билдәләүсе тура һыҙыҡлы рәшәткәләрҙә урынлашҡан булған. Был рәшәткә эсендә иероглифик блоктар айырым ҡағиҙәләргә[8] буйһоноп уҡыла торған рәттәр һәм бағаналар барлыҡҡа килтерә. Йыш ҡына хайуандарҙы, кешеләрҙе, тән ағзаларын һәм көнкүреш әйберҙәрен ентекләп һүрәтләүсе пиктографик билдәләр ҙә шулай уҡ әһәмиәтле.
Календары
үҙгәртергәБоронғо һәм Урта быуаттар халыҡтарының иң төгәл календарына таянып, майя ҡанбабалары игенселек эштәренең башланыу ваҡытын күрһәткән. Майя үҙ заманы өсөн ҡатмарлы һәм байтаҡ аныҡ календарь системаһына эйә булған. Уны башҡа Үҙәк Америка халыҡтары — ацтектар ҙа, тольтектар ҙа һ. б. ҡулланған
Иҫәпләү системаһы
үҙгәртергәМайяларҙың иҫәбе ғәҙәти унарлы иҫәпләү системаһына түгел, ә месоамерика мәҙәниәтендә таралған егермеле иҫәпләү системаһына нигеҙләнгән. Бының нигеҙендә иҫәпләүҙә ҡулдағы ун бармаҡ менән бергә шулай уҡ ун аяҡ бармағын да ҡулланыу ята. Шуның менән бергә ҡулдағы һәм аяҡтағы биш бармаҡҡа тап килгән биш цифрлы дүрт блоктан торған структуралар булған. Шулай уҡ майяларҙа нулде схематик рәүештә устрица йәки ҡусҡарҙың буш ҡабырсағы ҡиәфәтендә күрһәтеү ҡыҙыҡлы факт булып тора. Нулдең тамғаланышы шулай уҡ сикһеҙлекте билдәләү өсөн дә ҡулланылған. Нуль күп математик операцияларҙа кәрәк булған, әммә шул уҡ ваҡытта ул боронғо Европала билдәле булмағанлыҡтан сығып, бөгөн ғалимдар, майя яҡшы белем кимәлле юғары үҫешкән мәҙәниәткә эйә булған.
Дине
үҙгәртергәМайя ҡалалары емереклектәре араһында дини характерлы ҡоролмалар өҫтөнлөк итә. Фараз ителеүенсә, ҡорам хеҙмәтселәре менән бер рәттән дин майялар тормошонда төп роль уйнаған. Б. э. 250 йылынан алып 900 йылына тиклемге осорҙа (майялар үҫешенең классик осоро) төбәктең ҡала-дәүләттәре етәкселегендә үҙҙәренең ҡулында, бик юғары булмаған хәлдә лә, бик мөһим дини функция туплаған хакимдар торған. Археологик ҡаҙылмалар дини йолалар атҡарыу ритуалдарында шулай уҡ йәмғиәттең юғары ҡатлам вәкилдәре ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында һөйләй.
Ваҡыт, йыһан, Ер һынылышы һәм яңы дәүер
үҙгәртергәШул осорҙа Үҙәк Америкала йәшәгән башҡа халыҡтар кеүек, майялар ваҡыттың цикллы характерына һәм астрологияға ышанған. Улар Ғаләмде өс кимәлгә — ер аҫты донъяһы, ер һәм күккә бүленгән, тип күҙ алдына килтергән. Дини йола ритуалдары һәм церемониялары тәбиғи һәм астрономик циклдар менән тығыҙ бәйләнгән булған. Ҡабатланып торған күренештәр системалы күҙәтеүҙәргә дусар ителгән, шунан һуң төрлө календарь төрҙәрендә сағылдырылған. Шул уҡ ваҡытта майя дини лидерҙарының бурысы булып был циклдарҙы аңлатыу интерпретациялау тора.
Атап әйткәндә, майя астрологияһы һәм майя календары буйынса, 2012 йылдың 21-25 декабрендә «бишенсе Ҡояш ваҡыты» (ҡышҡы ҡояш торошо) тамамлана. «Бишенсе Ҡояш» «Хәрәкәт Ҡояшы» булараҡ билдәле, сөнки, индейҙар күҙ аллауы буйынса, был осорҙа күп кешене һәләк итерлек көскә эйә Ер хәрәкәте булырға тейеш тиелгән.
Был дата ҡурҡыу тойғоһона килтергән паника күп алдаҡсы күрәҙәселектәргә һәм эзотерик спекуляцияға нигеҙ биргән.
Хоҙайҙар һәм ҡорбандар
үҙгәртергәҮҙәк Американың башҡа халыҡтарындағы кеүек, майяларҙа кеше ҡаны айырым ҙур роль уйнаған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән төрлө көнкүреш әйберҙәре — һауыт, ваҡ пластика һәм ритуаль ҡоралдар буйынса — үҙенсәлекле ҡан ағыҙыу йолаһы тураһында һөйләргә мөмкин. Классик осорҙа ритуаль ҡан ағыҙыуҙың төп төрө — ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да телдәрен тишеүе. Органдарын (телен, иренен, усын, ирҙәр — енес ағзаһын) тишкәндән һуң, барлыҡҡа килгән тишек аша еп йә бау үткәргән. Майяларҙың күҙаллауы буйынса, ҡанда йән һәм тормош энергияһы тупланған.
Майя дине күп аллалы политеистик булған. Шул уҡ ваҡытта хоҙайҙар кешегә оҡшаш йән эйәләре булған. Майяларҙың сәнғәт предметтарында һүрәтләнгән сабый-аллалар һәм шулай уҡ ҡарт хоҙайҙар был фаразд раҫлай. Шуның менән бәйле, кешене ҡорбан итеү боронғо майялар тарафынан аллалар ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ иткән акт тип ҡаралған.
Майяларҙа кешене ҡорбан итеү киң таралған күренеш булған. Кеше аҫыу, һыуға батырыу, ағыулау, туҡмау, шулай уҡ тереләй ҡәбергә күмеү юлы менән ҡорбан ителгән. Ацтектарҙағы кеүек үк, иң ҡанһыҙ ҡорбан итеү төрө — кешенең ҡорһағын ярыу һәм күкрәгенән тибеп торған йөрәкте һурып сығарыу булған. Һуғышта әсирлеккә алынған башҡа ҡәбилә кешеләре лә, үҙ халҡының вәкилдәре лә, шул иҫәптән йәмғиәттең юғары ҡатлам ағзалары ла ҡорбан ителгән. Ваҡыт һайлау, сират урынлаштырыу һәм ҡорбан салыу ысулы әлегә тиклем асыҡланмаған. Һуғыш ваҡытында әсирлеккә эләккән башҡа ҡәбиләләр вәкилдәре, шул иҫәптән дошмандың юғары ҡатлам ағзалары ҙур масштабта ҡорбан ителгәне төгәл билдәләнгән. Әммә ацтектар кеүек, майяларҙың да, ҡулға киләсәктә күберәк ҡорбан итерлек әсир төшөрөү маҡсатында, ҡан ҡойғос һуғыштарҙы алып барыуы йә бармауы әлегә тиклем асыҡ билдәле түгел.
Юкатандың төньяғындағы классик осорҙан һуңғы ҡалаларҙа майя мәҙәниәте үҙгәрештәр кисергән. Шулай, цивилизацияның испандар баҫып алған дәүерҙәге ҡала емереклектәре был осорҙа йәшәгән майялар өсөн дин классик үҫеш этабы ваҡытындағы кеүек бик мөһим роль уйнамағаны хаҡында һөйләй.
Йәмғиәттең сәйәси һәм ижтимағи структураһы
үҙгәртергәМайяларҙың иғтибары иң тәүҙә тышҡы сәйәсәткә ныҡ йүнәлтелгән була. Айырым ҡала-дәүләттәрҙең бер-береһе менән ярышып йәшәүе был фактҡа бәйле, әммә шул уҡ ваҡытта кәрәкле тауар алыу өсөн сауҙа юлдарын контролдә тоторға тейеш булған. Төбәгенә, дәүеренә, унда йәшәгән халҡына ҡарап, сәйәси структуралар айырылған. Аява (хаким) етәкселегендәге нәҫелдән килгән короллек менән бер рәттән шулай уҡ байҙар олигархик һәм аҡһөйәктәр аристократик идара итеү формаһы ла урын алған. Киче ҡәбиләһендә (K’Quiché iche') шулай уҡ дәүләттә төрлө бурыс үтәүсе затлы ғаиләләр ҙә булған. Шулай уҡ йәмғиәттең түбән ҡатламында кәм тигәндә демократик институттар урын алған: хәҙерге көнгә саҡлы һаҡланған өс йылға бер бургомистр, «майя-бургомистр», һайлау процедураһы ла бик күптән йәшәп килә тип уйларға кәрәк.
Хәрби эш
үҙгәртергәНизағтар һәм һуғыштар
үҙгәртергәМайялар бер-береһе менән йыш ҡына һуғышҡан. Ҡайһы бер тарихсылар хатта майяларҙың классик мәҙәниәте емерелеүенең төп сәбәбен шунда күрә. Боронғо майя цивилизацияһында һуғыштар сәйәси, иҡтисади һәм дини маҡсаттарға хеҙмәт иткән күп сәбәптәр менән бәйле алып барылған. Һуғыштарҙың иң йыш сәбәбе булып үҙ-ара ярышыусы ҡала-дәүләттәрҙе контролдә тотоу, шулай итеп, көнәркәш династияны сит тәхеттән төшөрөү һәм унда үҙ контроле аҫтындағы хакимды ултыртыу маҡсатында алып барылған. Сәйәси яҡтан һуғышта еңеп сығыусы хакимдың абруйын күтәреү төп мәғәнәгә эйә булған. Иҡтисади мәғәнәлә дошманды еңеү яңы сауҙа юлдарына сығыу мөмкинлеген биргән, шулай уҡ еңелгән ҡала-дәүләт халҡының бер өлөшө ҡол ителгән. Дини маҡсаттан һуғышта еңеү яулау артабан дини церемонияларҙа ҡорбан итерлек яңы кешеләрҙе әсирлеккә алыу мөмкинлеген биргән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, классик осорҙағы майя һуғыштары дошмандың территорияһын яулап алыу һәм еңеүсе ҡалаға яуланған ерҙәрҙе ҡушыу бурысын ҡуймаған. Шулай итеп, классик дәүер эпохаһында ҡеүәтле берҙәм майя дәүләте барлыҡҡа килмәгән.
Ҡоралланыуы
үҙгәртергәМайя һуғышсылары яуҙарҙа хәрби суҡмарҙар, тынлы төрөпкәләр, бысаҡ, һөңгө, балталар, маҡан һәм башҡа ҡоралдар менән ҡоралланғандар. Шулай уҡ йәйә-уҡ һәм япраҡ ҡулланғандар. Япраҡ көпшә итеп уралған, һәм уның аша йыш ҡына баштары ағыуланған уҡтарҙы дошманға осорғандар. Майялар торҡаны һирәк кейгән, әммә алыш барышында ағастан һәм хайуан тиреһенән яһалған ҡалҡандарҙы ҡулланған.
Майялар шулай уҡ ағас ҡылысҡа саҡматаш лезвиены ике яғы ла үткер йоҡа ҡорос пластинка беркетелгән һәм һиртмәкте хәтерләткән ҡулайлама менән ҡоралланған булған. Ҡыҙыҡлы ҡулайламалары, ҡағиҙә булараҡ, бармаҡтар менән ҡыҫып тотолған һәм беләҙеккә уралған кейҙерелгән күн бауҙары ла булған. Улар ярҙамсы катапульта йәки ҡыҫҡа һөңгөләрҙе алыҫҡараҡ ырғытыуға ярҙам иткән, был ҡулайламалар осортоу алыҫлығын ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеген биргән.
Ҡалалары
үҙгәртергәМайя батшалыҡтары
үҙгәртергәБаакуль, Мутуль, Кануль, Шукууп батшалыҡтары, шулай уҡ тағы бер нисә тиҫтәнән ашыу ваҡ батшалыҡтар булғанлығы билдәле.
Фильмографияһы
үҙгәртергә- «Затерянное королевство майя» — научно-популярный фильм, снятый Национальным географическим обществом в 1993 г.
- Апокалипсис (Apocalypto) — художественный фильм Мела Гибсона
- Фонтан (The Fountain) — фантастический художественный фильм Даррена Аронофски
- 2012 — фантастический художественный фильм. Режиссёр: Роланд Эммерих
- «Загадки Майя» (ингл. «Mystery of The Maya») — документальный фильм Барри Ховелла (ингл. Barrie Howells) и Роберто Рочина (ингл. Roberto Rochin), 1998 г.
- «Секрет властителей Майя» (ингл. «Treasure Seekers. Code Of The Maya Kings») — документальный фильм, снятый National Geographic в 1999 г.
- «Шкала времени. Затерянные города Майя» (ингл. «Time watch. Lost Cities of the Maya») — документальный фильм, снятый BBC в 2003 г.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Майя бейеүҙәре
- Ольмектар
- Ольмек мәҙәниәте
- Эпиольмектар
- Теотиуакандар
- Сапотек цивилизацияһы
- Чичимектар
- Ацтектар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Определена причина гибели цивилизации майя 2012 йыл 29 февраль архивланған.
- ↑ Вестников апокалипсиса замучила жажда
- ↑ Хронология майя
- ↑ Ethnologue report for Mayan
- ↑ Stuart, David (Spring–Autumn 1996). «Kings of Stone: A Consideration of Stelae in Ancient Maya Ritual and Representation». RES: Anthropology and Aesthetics (President and Fellows of Harvard College acting through the Peabody Museum of Archaeology and Ethnology) (29/30 The Pre-Columbian): 149.
- ↑ Miller, Mary. Maya Art and Architecture. — London, UK and New York, USA: Thames & Hudson, 1999. — P. 9. — ISBN 0-500-20327-X.
- ↑ Народ Майя. Рус Альберто, 1986. Торговля
- ↑ Письменность майя
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Веретенникова, А. М. Города майя и ацтеков / А. М. Веретенникова. — М. : Вече, 2003. — 208 с. — ISBN 5-9533-0062-X.
- Галич Мануэль. История доколумбовых цивилизаций / Мануэль Галич ; Пер. с исп. М. М. Гурвиц, Г. Г. Ершовой. — М. : Мысль, 1990. — 408 с.: ил. — ISBN 5-244-00419-0.
- Галленкамп Чарльз. Майя: Загадка исчезнувшей цивилизации / Пер., комм. и послесл. В. И. Гуляева — М. : Наука, 1966. — 216 с.: ил.
- Гуляев В. И. Древние майя : загадки погибшей цивилизации / В. И. Гуляев. — М. : Знание, 1983. — 176 с.
- Гуляев В. И. Забытые города майя / В. И. Гуляев. — М. : Искусство, 1984. — 184 с.
- Гуляев В. И. Города-государства майя / В. И. Гуляев. — М. : Наука, 1979. — 304 с.
- Джилберт Э. Тайны майя / Э. Джилберт, М. Котрелл. — М. : Вече, 2000. — 161 с. — ISBN 5-7838-0508-4.
- Дрю Дэвид. Майя. Загадки великой цивилизации. — Смоленск: Русич, 2012. — 416 с.: ил. — (Серия «Историческая библиотека»). — ISBN 978-5-8138-1031-2
- Ершова, Г. Г. Древняя Америка: полёт во времени и пространстве : Мезоамерика / Г. Г. Ершова. — M. : Алетейя, 2002. — 392 с. — ISBN 5-89321-092-1.
- Ершова, Г. Г. Майя. Тайны древнего письма. — М.: Алетейя, 2004. — 296 с. — Серия «vita memoriae». — ISBN 978-5-89321-123-5.
- Керам К. В. Первый американец 2007 йыл 14 декабрь архивланған. : Загадка индейцев доколумбовой эпохи / К. В. Керам. — М.: Прогресс, 1979. — 336 с.
- Кинжалов Р. В. Культура древних майя. — М.: Наука, 1971. — 364 с.
- Ко Майкл. Майя : Исчезнувшая цивилизация: легенды и факты / Майкл Ко. — М. : Центрполиграф, 2007. — 237 с. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 978-5-9524-2806-5.
- Кузьмищев В. А. Тайна жрецов майя / В. А. Кузьмищев. — М. : Молодая Гвардия, 1968. — 368 с. — Серия «Эврика».
- Леон-Портилья М. Мифология древней Мексики / М. Леон-Портилья // Мифологии Древнего мира / Под. ред. И. М. Дьяконова. — М. : Наука, 1977.
- Рус Альберто. Народ майя. — М.: Мысль, 1986. — 256 с.
- Соди Деметрио. Великие культуры Месоамерики / Пер. с исп. З. В. Ивановского. — М.: Знание, 1985. — 208 с.: ил. — Серия «Переводная научно-популярная литература».
- Спенс Льюис Мифы инков и майя / Пер. с англ. Л. А. Карповой. — М.: Центрполиграф, 2005. — ISBN 5-9524-2004-4.
- Милослав Стингл. Тайны индейских пирамид 2007 йыл 8 октябрь архивланған. / Пер. с чеш. О. М. Малевича. — М.: Прогресс, 1978 (2-е изд. — М., 1982). — 280 с.
- Стюфляев М. И. История царств майя.
- Талах В. Н. Америка первоначальная : Источники по истории майя, науа (астеков) и инков / В. Н. Талах, С. А. Куприенко ; Ред. В. Н. Талах, С. А. Куприенко. — К. : Видавець Купрієнко С. А., 2013. — 370 с. — ISBN 978-617-7085-00-2.
- Талах В. М. Введение в иероглифическую письменность Майя (укр.). kuprienko.info (19 март 2011). — учебник языка майя. Дата обращения: 19 март 2011. Архивировано 22 август 2011 года.
- Таубе Карл. Мифы ацтеков и майя / Пер. с англ. К. Ткаченко. — М.: ФАИР-ПРЕСС, 2005. — 112 с.: ил., тираж 3000 экз.
- Тюрин Е. А., Зубарев В. Г., Бутовский А. Ю., «История древней Центральной и Южной Америки» 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
- Энциклопедия «Исчезнувшие цивилизации» Затерянный мир майя / Пер. с англ. Н. Усовой. — М.: ТЕРРА, 3-37 1997. — 168 с.: ил.
Әҙәби тәүсығанаҡтар
үҙгәртергә- Источники по древней истории Центральной и Южной Америки 2007 йыл 21 октябрь архивланған.
- Обзор важнейших литературных источников об индейцах майя
- Диего де Ланда. Сообщение о делах в Юкатане
- Берналь Диас дель Кастильо. История Индий
- Лас Касас, Бартоломе де. Кратчайшее сообщение о разрушении Индий
- Диего Лопес Когольюдо. История Юкатана. Книга 4. Мадрид, 1688 / пер. В. Талах. — Киев, 2008.
- Пополь-Вух. Родословная владык Тотоникапана/Под ред. Р. В. Кинжалова. — М.;Л.: Изд-во АН СССР, 1959. — Серия «Литературные памятники» (переизд.: М.: Наука, Ладомир, 1993).
- Франсиско Эрнандес Арана Шахиль. Памятная записка из Солола или Текпан-Атитлан, называемая также Летопись Какчикелей . Архивировано 9 декабрь 2012 года. / пер. В. Талах. — Киев, 2009.
- Хроники баакульских владык . Архивировано 18 декабрь 2012 года. / пер. В. Талах. — Киев, 2009
- Талах В. М. (ред.). Хроника из Чик Шулуб Ч`ен (Юкатан, Мексика, XVI век). kuprienko.info (10 август 2012). Дата обращения: 10 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
- Талах В. М. (ред.). Документы Пашболон-Мальдонадо (Кампече, Мексика, XVII век). kuprienko.info (26 июнь 2012). Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 28 июнь 2012 года.
- Книги Чилам Балам из Чумайеля — священная книга юкатекских майя
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Цивилизация Майя» | |
Цивилизация Майя Викимилектә | |
Цивилизация Майя Викияңылыҡтарҙа |
- Месоамерика глазами русских первопроходцев 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
- Древняя Мезоамерика
- Великие культуры Месоамерики
- Оружие древних майя
- Библиотека ссылок по истории, иероглифам, кодексам майя 2017 йыл 30 сентябрь архивланған.
- Математические знания древних майя 2009 йыл 22 ғинуар архивланған. (исп.) (недоступная ссылка с 19-02-2014 (3934
дней))
- Южные территории майя 2017 йыл 23 октябрь архивланған. Публикация в журнале «Охотничий двор»
- Сайт Европейской ассоциации майянистов