Мәймүнә бинт әл-Харис

(Маймуна бинт аль-Харис битенән йүнәлтелде)

Мәймүнә бинт әл-Хәриҫ (ғәр. ميمونه بنت الحارث‎; 594 йылда Мәккәлә тыуған, яҡынса 671 йылда шул уҡ ҡалала вафат булған) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.

Мәймүнә бинт әл-Харис
ғәр. مَيْمُونَة بِنْت ٱلَحَارِث ٱلْهِلَالِيَّة‎
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Ғәрәптәр
Тыуған көнө 592
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө ғинуар 672
Вафат булған урыны Мәккә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Ерләнгән урыны Мәккә
Әсәһе Һинд бинт Әүеф[d]
Бер туғандары Сәлмә бинт Үмәйс[d], Әсмә бинт Үмәйс[d], Лүбәбә бинт әл-Харис[d], Зәйнәб бинт Һүзәймә һәм Loubaba bint Al-Harith[d]
Хәләл ефете Абу Рухум ибн Абду-ль-Узза[d][1] һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[1]
 Мәймүнә бинт әл-Харис Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәймүнә бинт әл-Харистың тыумышында бирелгән исеме Бәррә булған, мәгәр Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ уға Мәймүнә исеме биргән. Мәжүсилек осоронда Мәсғүд ибн Әмр тигән кешегә кейәүгә сыҡҡан, әммә унан айырылып Әбү Рухум ибн Әбд әл-Ғөззәгә барған. Күпмелер ваҡыттан ул тол ҡалған[2]. Мәймүнә — Зәйнәб бинт Хүзәймәнең әсәй бер, атай башҡа һеңлеһе. Уның атаһы Хәриҫ — Мәккә ҡалаһының бик абруйлы Бәни Һиләл араһы вәкиле. Әсәһе Һинд исемле була, әммә халыҡ уны «ырыҫлынан ырыҫлы ҡарсыҡ» тип йөрөтә, сөнки 6 ҡыҙына шул замандың иң күркле һәм күренекле, олуғ дәрәжәле кешеләре өйләнә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ уға ҡатындың еҙнәһе Ғаббас р.ғ. кәңәше буйынса Һижрәнең 7-се йылында өйләнгән. Мәймүнә р.ғ. — Рәсүлебеҙҙең ﷺ иң ахырҙа өйләнгән хәләл ефете. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ мөхәббәтен, уға никахлы ҡатын булырға теләүен ул үҙе белгертә. Мәймүнә мәһәр алмай. Уға никахланған мәлдә ошо хаҡта үәхи иңә («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 50-се аят):

«Әй Пәйғәмбәр, дөрөҫлөктә, Беҙ һин мәһәрҙәрен биргән ҡатындарыңды һәм һин эйә булған (йәғни, кафырҙар менән һуғышта әсир төшөп, һиңә насип булған) кәнизәктәрҙе һәм һинең менән бергә Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт иткән атаң менән бер туған ир ҡәрҙәшеңдең ҡыҙҙарын, атаң менән бер туған ҡыҙ ҡәрҙәшеңдең ҡыҙҙарын, әсәң менән бер туған ир ҡәрҙәшеңден ҡыҙҙарын, әсәң менән бер туған ҡыҙ ҡәрҙәшеңден ҡыҙҙарын, һәм үҙен Пәйғәмбәргә мәһәрһеҙ генә бағышлаған, үҙең өйләнергә теләгән мөьминә ҡатындарҙы никахлауҙы һиңә хәләл иттек. Һуңғыһы (йәғни, мәһәрһеҙ никахланыу) һиңә генә хас, башҡа мөьминдәргә хас түгел».

Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһә был көндәше хаҡында: «Мәймүнә арабыҙҙа иң шәфҡәтле, иң туған йәнле, Аллаһынан бөйөк ҡурҡыу менән ҡурҡып йәшәгән ҡатын булды», — тип әйтеп ҡалдырған. Мәймүнә р.ғ.-нән етмешләп хәҙис яҙып алынған.

Баҡый донъяға ул 80 йәшендә, һижрәнең 51-се йылында күсә.[3]

Ул 70-ләп хәҙис ҡалдырған[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Али-заде А. Маймуна бинт Харис (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  2. 2,0 2,1 Али-заде, А. А. Маймуна бинт Харис (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  3. Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12