Мазепа Всеволод Григорьевич

Мазепа Всеволод Григорьевич (2 август 1939 йыл, Казатин, Украина ССР-ы, СССР — 22 октябрь 2018 йыл, Киев, Украина)— украин архитекторы, «Мазепалар ғаиләһе» халыҡ-ара йәмғиәте ойошмаһы советы рәйесе. Украинаның атҡаҙанған архитекторы, беренсе булып Иван Мазепа Тәреһе менән бүләкләнгән.

Мазепа Всеволод Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Украина
Тыуған көнө 2 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Казатин[d], Козятын районы, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 22 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Һөнәр төрө архитектор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почётная грамота Кабинета Министров Украины медаль «В память 1500-летия Киева» «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Всеволод Григорьевич Мазепа 1956 йылдан 1961 йылға тиклем Днепропетровск транспорт инженерҙары институтында уҡый

1969 йылға тиклем — архитекторы, Львов, Днепропетровск, Омск, Алматы һәм башҡа ҡалаларҙа ҡала-ара телефон станциялары проекттарының авторы.

1969-1977 йылдарҙа — ГНИ «Укрдипроводгосп» проекттарының баш архитекторы, Каховский һуғарыу системаһында гидротехник ҡоролмалар һәм торлаҡ ҡасабалар авторы.

1977-1980 йылдарҙа — «Киевгипротранс» институтының баш архитекторы һәм бүлек начальнигы, Ургал станицияһының (БАМ) пассажир вокзалы станцияһы авторы.

1980 йылдан 2002 йылға тиклем Киев ҡала дәүләт хакимиәтендә ҡала төҙөлөшө һәм архитектура идаралығында эшләй, шул иҫәптән идаралыҡ начальнигының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.

2002 йылдан хаҡлы ялда. 2008 йылдан — «Мазепалар ғаиләһе» халыҡ-ара йәмғиәт ойошмаһы советы рәйесе.

Украина Архитекторҙарының милли союзы ағзаһы (1968), Украина архитектураһы академияһының вәкиле итеп тәғәйенләнгән ағзаһы (1996), Украина Төҙөлөшө академияһының ғәмәли ағзаһы (1998).

Улы — Игорь (1966 й.), төҙөүсе, «Мазепалар ғаиләһе» ойошмаһы рәйесе, III дәрәжә «Хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2008 й.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Украинаның атҡаҙанған архитекторы (23 май 1997 йыл) — Киев ҡалаһын социаль-иҡтисади үҫтереүҙә, милли мәҙәни мираҫын байытыуға тос өлөш индергәне, юғары профессионализм өсөн[1]
  • Украина президенты билдәһе — Иван Мазепа Тәреһе (18 август, 2009 йыл; награда № 0001) — Украина дәүләтенең социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫешенә шәхси өлөш индергәне өсөн һәм Украина бойондороҡһоҙлоғоноң 18-йыллығы уңайы менән[2]
  • «Киевтың 1500-йыллығы иҫтәлегенә» СССР миҙалы (1982), «Хеҙмәт ветераны» (1989)
  • Украина Министрҙар кабинетының почет грамотаһы (29 июль 1999) — юғары профессионализм, Украинала архитектура эшенә тос өлөш индергәне өсөн һәм тыуған көнөнөң 60-йәшлек уңайы менән[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Родина Мазеп

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә