Лутыев Лутфир Лутый улы
Лутыев Лутфир Лутый улы рус. Лутыев Лутфир Лутыевич; (18 март 1924 йыл — 2008 йыл), педагог, мәғариф эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы [1]. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
Лутыев Лутфир Лутый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 18 март 1924 |
Тыуған урыны | Кушнаренко районы |
Вафат булған көнө | 2008 |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһынан
үҙгәртергәЛутфир Лутый улы Лутыев Кушнаренко районында 1924 йылдың 18 мартында тыуған.
1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. 70 тәжрибәле, мәғлүмәтле педагогы, 1400-ҙән ашыу уҡыусы белем алған 2-се мәктәбенең етәксеһе булып эшләй. Уның тырышлығы менән мәктәп районда беренсе булып уҡытыуҙың кабинет системаһына күсә, был уҡытыу-тәрбиә биреү эшмәкәрлеген яҡшыртырға мөмкинлек бирә [2].
"Райондың халыҡ мәғарифын үҫтереүгә күп йылдар дауамында уҡыусыларға белем биреү һәм тәрбиә эшенең заманса форма һәм ысулдарын ҡулланыу буйынса нигеҙ булып торған 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең директоры булып эшләгән Лутфир Лутый улы Лутыев ҙур өлөш индерҙе. Ил алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн Л. Л . Лутыев Дан ордены, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исеме бирелгән", - тип яҙылған уның тураһында район сайтында [3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Дан ордены
- II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы [4].