Луняков Григорий Евгеньевич

Луняков Григорий Евгеньевич (7 ғинуар 1955 йыл, Башҡорт АССР-ы, РСФСР — 7 октябрь 1990 йыл, Манаслу, Непал) — совет Ҡаҙағстаны альпинисы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1989). Гималайҙағы Канченджанганың бөтә дүрт түбәһенә (1989) һәм Эверестҡа (1990) менеүсе.

Луняков Григорий Евгеньевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 октябрь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (35 йәш)
Вафат булған урыны Непал
Һөнәр төрө тренер, альпинист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены заслуженный мастер спорта СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Альпинизм менән 1969 йылда Ҡаҙаҡ дәүләт университеты секцияһында шөғөлләнә башлай, аҙаҡ Алматыға армия спорт клубына күсә. 1980 йылдан алып альпинизм буйынса спорт мастеры.

Ҡаҙаҡ спорт комитетының альпинизм буйынса инструкторҙар әҙерләү мәктәбен тамамлай. Урта Азия хәрби округы альпинистәр лагерында даими эшләп, 1983 йылдан армия яугирҙәре һәм офицерҙары тау әҙерлеге буйынса эшкә тотона.

Ҡаяға менеү буйынса спорт мастерына кандидат булараҡ, төрлө рангтағы ҡаяға менеү буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша.

Сәнәғәт альпинизмына өлөш индерә, альпинистар бригадаһында эшләй, улар Медео Алма-Ата янында көслө ағымдан һаҡлаусы быуа төҙөгәндә эшселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Бер нисә ҡатмарлы стена һәм ҙур бейеклектәге маршрут үтә, альпинизм буйынса бер нисә тапҡыр СССР чемпионы була.

Өс тапҡыр, тәү тапҡыр 1984 йылда һәм тарихта беренсе булып 1990 йылда бер миҙгел эсендә ике тапҡыр «Снежный барс»

10 йыл эсендә 7-меңлектәргә:Ленин пигына — 8, Коммунизм пигына — 6, Корженевская пигына — 4, Еңеү пигына — 3, Хан-Тенгри пигына — 3, бөтәһе 24 тапҡыр тау башына менә.

Төп ҡаҙаныштары:

  • 1979 — Рәсәйҙәге иң бейек нөктә (Фәндәр академияһы һырты) Ю-В ст., пп, 6 к/тр., СССР чемпионатында 1 урын;
  • 1980 — Коммунизм пигы Ю-З склона и Ю ст., 6 к/тр. контрфорсы буйынса, 6 к/тр., пп, 1 урын;
  • 1982 — 1-се Гималай экспедицияһы составында ҡатнашырға әҙерләнә, әммә СССР медик-биологик тикшеренеүҙәр институты табиптары уны үткәрмәй;
  • 1983 — ТГУ пигы, 6183 м (Шахдара һырты), 2 урын; Зиндон (Зәрәвшан һырты) , 1-се урын СССР Ҡораллы Көстәре чемпионаты;
  • 1984 — Еңеү пигы, 1-се урын;
  • 1985 — Кызыл-Аскер пигы (Кокшаал-Тоо һырты) С-з ст., 6 к/тр., пп (етәксеһе Вәлиев Казбек);
  • 1986 — Хан- Тенгри пигы. Коммунизм пигы ҡыш;
  • 1987 — Коммунизм пигы;
  • 1988 — траверс 6Б к/тр.: Важ Пшавела пигы — Еңеү пигы — Хәрби Топографтар пигы (Вәлиев Казбек төркөмөндә)
  • 1989 — «Канченджанга-89» совет экспедицияһы составында була. 16 апрелдә Канченджанганың Баш түбәһенә кислород маскаһы кеймәй күтәрелә (8586 м) ; 1 һәм 2 майҙа массивтың бөтә дүрт түбәһе траверсында (альпинистарҙың тау теҙмәләре аша сығыуы) ҡатнаша (В. Елагин төркөмөндә, З. Хәлитов, Г. Луняков, В. Коротеев, В. Балыбердин составында). 1 майҙа бер көн эсендә өс түбәне үтәләр: Көньяҡ (8491 м), Урта (8478 м) һәм Баш. Көнбайыш түбәһендә (8505 м) 2 майҙа булалар, өҫтәүенә, Көньяҡ түбәһенә Луняков тағы ла килородһыҙ күтәрелә. Был тау башына күтәрелгән өсөн башҡа тау башына менеүселәр менән бергә атҡаҙанған спорт мастеры һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемдәре һәм «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены менән бүләкләнә.
  • 1990 — 15 көн эсендә Еңеү пигы — Хан-Тенгри траверсы (етәксеһе В. Хрищатый.), траверс класында 1-се урын.
    • 1990 йылдың яҙында Эверестҡа төньяҡтан, ҡытай яғынан халыҡ-ара (ҠХР, СССР, АҠШ) экспедицияла ҡатнаша. Everest Climb Peace (« Донъяның Эверестҡа күтәреүе») 1990 йылда булған ике ваҡиғаға арналған: Сиэтл Изге ихтыяр уйындарына һәм Ер Көнөнөң 20 йыллығына.

Луняков Эверестҡа 7 майҙа беренсе интернациональ төркөмдә күтәрелә. Был күтәрелеүҙә үҙен ғәҙәттән тыш ҙур һәләтле, үҙ-үҙен аямай торған һәм көтөлмәгән ҡылыҡтарға һәләтле итеп күрһәтә: тап ул түбәгә Белоруссияның Дан ҡурғаны тупрағы менән шкатулка алып менә һәм ул экспедиция начальнигы Джим Уиттакер бойороғон һәм берлектәге экспедиция бағыусылары шарттарын боҙа (өс илдән альпинистарҙың түбәгә бер үк ваҡытта күтәрелеүе) — ленинградлы Сергей Арсентьев менән тау түбәһенә кислородһыҙ һәм, америка һәм ҡытай ҡаяға үрмәләүселәренән бер сәғәт артҡа ҡалып күтәреләләр, бының менән яңғырауыҡлы проектты саҡ өҙмәйҙәр[1].

Һәләк булыуы

үҙгәртергә

1990 йылдың 6 октябрендә Ҡаҙағстан экспедицияһының Гималай һигеҙ меңлеге Манаслаға (8163 м) күтәрелгәндә һәләк була. Хәлитов — Луняков — Ғәлиев бәйләме ҡаянан яны маршрут эшкәрткәндә йығылып төшә: 7200 м бейеклектә М. Ғәлиев ысҡынып китә һәм бәйләмдәге иптәштәре Г. Луняков менән 3. Хәлитовты тартып төшөрә.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң был урынға ҡабырғанан Украина командаһы яҡыная. Билдәле Киев альпинисы Игорь Чаплинский раҫлауы буйынса, Ҡаҙағстан командаһы тура менгән һәм украиндар күргәнде күрә алмаған: ҡая тиҫкәре градуслы уйынҡы формала булған һәм таш тоҡомдары ышаныслы страховкалау ойоштора алмаҫлыҡ булған[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә