Лузин эше
«Лузин эше» — академик Николай Лузинды сәйәси яҡтан һөсләү[1] һәм СССР Фәндәр академияһы Президиумы Комиссияһы тарафынан уның шәхси эшен тикшереү[2].
Лузин эше | |
Кем хөрмәтенә аталған | Николай Николаевич Лузин[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | 2 июль 1936 |
Тамамланыу датаһы | 5 август 1936 |
Тасуирлау биттәре |
www-history.mcs.st-andrews.ac.uk/… ihst.ru/projects/sohist/… |
Тәүшарттары
үҙгәртергә1930 йылдың сентябрь айында Мәскәү математик йәмғиәте президенты Дмитрий Егоров рухи бойондроҡһоҙлоғо һәм дини ҡараштары өсөн бәләгә тарый. Ул «катакомбалар сиркәүе» эше буйынса ҡулға алына һәм төп ғәйепләнеүселәр араһында булып сыға. Быға тиклем Егоров «пролетар студентлыҡ» идеологтары һөжүменән дусар була һәм математика буйынса Предмет комиссияһы рәйесе һәм Мәскәү университетының математика һәм механика институты вазифаларынан төшөрөлә. Уның ҡулға алыныуын Мәскәү математик йәмғиәтенең «инициатив төркөмө» хуплап ҡаршы ала һәм 1930 йылдың 21 ноябрендәге ултырышта «егоровщина» менән көрәш тураһында декларация ҡабул итә[3].
Бынан һуң Николай Лузин Мәскәү математика йәмғиәте менән етәкселек итеүҙән ситләшә һәм университеттан китә. Мәскәү математика йәмғиәте рәйесе итеп партия эшмәкәре Эрнест Кольман һайлана. Николай Лузинды эшкә академик Сергей Чаплыгин ала (ЦАГИ); бынан тыш, Лузин В. А. Стеклов исемендәге физика-математика институтында функциялар теорияһы бүлеге етәксеһе булып ҡала (Ленинградта), шулай уҡ ул фәндәр академияһының Математика төркөмө рәйесе була.
1931 йылда Эрнест Кольман «Ҡоротҡослоҡ фәндә» программалы мәҡәләһендә фәндәге ҡортоҡослоҡҡа синфи көрәштең ҡотолғоһоҙ һәм дөйөм күренеше тип ҡарай[4].
«Лузитания» эсендә етди конфликттар 1919 йылда уҡ башлана. Егоровты эшенән бушатҡандан һуң Мәскә математика мәктәбендә «мәҙәни революция» үткәрелә[5]. Кольман ярҙамында йәш математиктар — Павел Александров, Лазарь Люстерник, Арыҫлан Шнирельман, Александр Гельфонд, Лев Понтрягин һәм башҡалар — Мәскәү математик йәмғиәтендә власты үҙ ҡулдарына ала; улар математиканы үҙгәртеп ҡороу һәм «социалистик төҙөлөшө менән яҡынайы мәсьәләләре» программаһын иғлан итәләр. Артабан Кольман һәм Лузинға ҡаршы математик төркөмө үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн көрәштә бер-береһен файҙалана башлай.
"Егоровщина"ны тар-мар иткәндән һуң Кольман 1931 йылда «Математикала материалистик диалектика өсөн көрәшкә» йыйынтығында ете мәҡәлә баҫтыра[6], улар Лузин менән Егоровҡа ҡаршы йүнәлтелгән. Бер үк ваҡытта ул Лузин өҫтөнән ялыу яҙа: Кольмандың 1931 йылдың 22 февралендәге ялыуы «Лузин эше» папкаһында беренсе документ.
1931 йылдың 5 июнендә Мәскәүҙә математиканы планлаштырыу буйынса I Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙғарыла. Эрнест Кольмандың доклады буйынса конференция «Буржуаз математиканың көрсөгө һәм СССР-ҙа математиканы үҙгәртеп ҡороу тураһында» исемле резолюция ҡабул ителә. Докладта һәм резолюцияла Николай Лузин идеализмда ғәйепләнә[7].
1933 йылда уйлап сығарылған эш буйынса рухани Павел Флоренский ҡулға алына һәм хөкөм ителә. Лузиндың өҫтөнән ялған мәғлүмәттәр бирергә мәжбүр ителгән Флоренский, Лузин «Национал-фашистик үҙәге» менән етәкселек итте һәм Гитлерҙан туранан-тура күрһәтмәләр алды, тип күрһәтә[8][9]. Лузин үҙе әлегә ҡулға алынмай.
Сәйәси һөсләү
үҙгәртергәРәсми рәүештә Лузиндың сәйәси һөсләүе 1936 йылдың 2 июлендәге «Академик Н. Лузинға яуап» һәм 1936 йылдың 3 июлендәге «Совет битлегендә дошмандар тураһында» исемле «Правда» гәзитендәге мәҡәләләрҙән башлана[10]. мәҡәләләр анонимлы булыуға ҡарамаҫтан, төрлө эксперттар, уларҙың авторы — Эрнест Кольман, тип һанай[2]. Шулай уҡ деталдәрҙең күплелеге Кольманды Лузитания мәктәбенән кемдер мәғлүмәттәр менән тәьмин итеүен күрһәтә.
Шул уҡ көндө, 3 июлдә, «Правда» гәзитенең баш мөхәррире Лев мехлис партияныңҮҙәк Комитетына «фәнни ойошмаларҙың бер етди етешһеҙлеге» тураһында хат яҙа. Мехлистың фекеренсә, ғалимдарҙың күпселеге үҙҙәренең иң мөһим эщтәрен башлыса сит илдә нәшер итеүҙе хуп күрә. Мехлис ВКП(б) Үҙәк Комитетынан «Правда» гәзитендә әлеге мәсьәлә буйынса мәҡәлә яҙырға рөхсәт биреүҙе һорай. Сталин резолюция һала: «Моғайын, рөхсәт итергә мөмкиндер»[2].
Фәнни һәм партия ойошмаларҙа Лузинды тәнҡитләү буйынса йыйылыштар үткәрелә. Академик Н. Лузиндың эше буйынса Фәндәр академияһы Президиумы Комиссияһы булдырыла. Комиссия составына Академия вице-президенты Глеб Кржижановский (рәйесе), академиктар Александр Ферсман, Сергей Бернштейн, Отто Шмидт, Иван Виноградов, Алексей Бах, Николай Горбунов, мөхбир ағзалары Лев Шнирельман, Сергей Соболев, Павел Александров һәм профессор Александр Хинчин индерелә. Комиссия ултырыштарында Кольман да ҡатнаша (ул ваҡытта ВКП(б) Мәскәү комитетының фән бүлеге мөдире).
«Эш» буйынса йәлеп ителгән ғалимдарҙың һәм комиссия ағзаларының позициялары төрлөсә була. Өлкән ғалимдар Кржижановский һәм Ферсман, Лузинға ҡаты бәрелмәйенсә, властың сит ил публикацияларын сикләү буйынса заказын үтәһә, Лузиндың уҡыусылары (Александров, Андрей Колмогоров, Хинчин) ситуацияны үҙ иҫәбендә ҡулланырға тырыша, төп ғәйепләү темаһынан алыҫлашып, мәктәп эсендәге ығы-зығы менән мауығалар һәм улар үҙҙәре «Ялағайланыу традициялары» мәҡәләһендә тәнҡитләнә («Правда» гәзите, 1936 йылдың 9 июле). Лузинға ҡарата нахаҡ бәлә тағыуға Анри Лебег, Вацлав Серрпинский, Арно Данжау һәм ҡайһы бер сит ил ғалимдары ҡырҡа ҡаршы сығыш яһайҙар, әммә Лузиндың уҡыусылары һәм башҡа ватандаштары яғынан һөсләү хуплана[11].
Уҡыусылары араһында ла Лузинды яҡлап сығыусылар табыла, мәҫәлән, Михаил Лаврентьев һәм Петр Новиков комиссия эшенән ситләшәләр. Лузинды әүҙем рәүештә Комиссия ағзаһы академик Сергей Бернштейн һәм академик Алексей Крылов яҡлап сыға, шулай уҡ Академияның абруйлы ағзалары Владимир Вернадский, Николай Курнаков һәм Николай Насонов. Академик Петр Капица 1936 йылдың 6 июлендә Вячеслав Молотоовҡа асыулы хат юллай[12]: " "Правда"лағы мәҡәлә мине аптыратты, хайран ҡалдырҙы һәм һәм асыу килтерҙе…Ҡасандыр Лазаревты ҡулға алдылар, Сперанскийҙы ҡыуҙылар, ә хәҙер Лузинға ябырылдылар. Бындай «наҙлы» мөнәсәбәттән Успенский, Чичибабин, Ипатьев һәм башҡа ғалимдар ҡасып киттеләр. Мин үҙемдән сығып, нисек һеҙ кеше менән йәнһеҙ эш итә алыуығыҙҙы, беләм".
Тәүге ҡарарҙарҙың бер версияһы буйынса (11 июль) Лузин «үҙенең эшмәкәрлеге менән совет фәненә һәм Советтар Союзына зыян килтергән» дошман тип нарыҡлана. Әммә һуңынан ҡапыл бөтөнләй башҡа формулировка барлыҡҡа килә һәм «совет фәненә һәм Советтар Союзына зыян килтергән» урынына «совет фәненә зыян килтергән» типкенә яҙыла, был ҡыҫҡартыуҙы Комиссия рәйесе эшләй. Киләһе ултырышта Кржижановский бынан да йомшағыраҡ формулировка тәҡдим итә: «…Лузиндың ҡылығы совет ғалимы исеменә тап төшөрә». Петр Капицаның хаты 16 экземплярҙа күсерелеп, ВКП(б) Политбюроһы ағзаларына таратыла, Капицаның хаты һәм Лузинды яҡлаған башҡа хаттар буйынса тикшереү үткәрелгәне хәҙер билдәле . Бынан һуң комиссия ҡарары йомшартыла (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Сталин Кржижановскийға шәхси осрашыу ваҡытында рөхсәт итә[2]): Лузин Академия ағзаһы булып ҡала, уға «төҙәлергә мөмкинлек бирелә».
Икенсе көндө, 14 июлдә, «Правда» гәзитендә «Битлеге сиселгән дошман» исемле мәҡәлә баҡтырыла. Лузин «фәнни даирәнең йомшаҡлығына иҫәп тотоусы» «синфи дошман» тип исемләнә. Мехлис Кржижановскийҙың һәм Комиссияның йомшаҡлығына зарлана, әммә үҙенекенә ирешә алмай. СССР Фәндәр академияһы Комиссияһының йомғаҡлау («йомшаҡ») һығымтаһы "Правда"гәзитендә 1936 йылдың 6 авгусында баҫтырыла. Шунда уҡ Фәндәр академияһы Президиумының Н. Н. Лузин тураһында ҡарарында «Президиум Н. Н. Лузинға иҫкәртмә яһау менән сикләнеүҙе мөмкин тип таба», тип әйтелә.
Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы үҙенең 2012 йылдың 17 ғинуарындағы 8-се һанлы Ҡарарына ярашлы[13] 1936 йылдың 5 авгусындағы ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы.
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәСовет битлегендәге дошман келәймәһе Лузиндың һуңғы ун дүрт йыл ғүмерен ныҡ ҡатмарлаштыра. Ул эшһеҙ ҡала. 1939 йылда Кулебакин Виктор Лузинды эшкә СССР Фәндәр академияһының автоматика һәм телемеханика институтына ала. бында ла, тикшеренеүсе Георгий Щипановты нахаҡтан ғәйепләгән саҡта, Лузин Кулебакин менән берлектә уның яҡлы була[14].
"Лузин эше"нән һуң совет ғалимдары сит илдәге публикацияларын ҡыҫҡарталар. Сит ил бәйләнештәре күҙәтеү аҫтына алына. баҫмаһында сит илдән ғалимдар совет ҡыҫҡартыла. Изоляция сәйәсәте рәсми сәйәсәткә әүерелә[5].
Лузинды һөсләү тәүге йәки айырым осраҡ булмай. Бер ай элек, 4 июндә, Ленинградта Пулково обсерваторияһын ғәйепләү буйынса ошондай уҡ кампания үткәрелә (Пулково эше).
Төбәктәрҙә лә кампаниялар тулҡыны үтә. Мәҫәлән, Томскиҙа халыҡ-ара билдәлелек яулаған «Известия НИИ математики и механики» журналы тар-мар ителә, был журналды немец телендә ике антифашист-эмигранттар Стефан Бергман һәм Фриц Нетер нәшер итәләр[15]. Харьковта украин телендә «Physikalische Zeitschrift der Sowjet Union» исемле билдәле совет журналын баҫтырырға булалар, әммә был ҡарар шунда уҡ үҙәк власы тарафынан ююҡа сығарыла.
«Лузинщина» менән көрәш алып барыу өсөн подкомиссиялар булдырыла. Физика буйынса ошондай подкомиссия рәйесе итеп академик Абрам Иоффе тәғәйенләнә (әүҙемлек күрһәтмәй), Пулково обсерваторияһы директоры Борис Герасимович подкомиссия ағзаһы була. Тиҙҙән Герасимович «Пулково эше» буйынса хөкөм ителә һәм атып үлтерелә.
Лузин эше артынан генетика фәнен эҙәрлекләүҙәр башлана, Николай Вавилов ҡулға алына һәм башҡалар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Политический характер травли отчетливо сформулирован в статье в «О врагах в советской маске», «Правда» 3 июля 1936 года.: «Мы знаем, откуда вырос академик Лузин: мы знаем, что он один из стаи бесславной царской „Московской математической школы“, философией которой было черносотенство и движущей идеей — киты российской реакции: православие и самодержавие. Мы знаем, что и сейчас он недалек от подобных взглядов, может быть, чуть-чуть фашистски модернизированных.»
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Демидов С. С., Левшин Б. В. (отв. редакторы), Дело академика Николая Николаевича Лузина Институт истории естествознания и техники им. С. И. Вавилова РАН, Архив Российской Академии Наук
- ↑ Инициативная группа считает, что борьба с «егоровщиной» должна быть бескомпромиссной, ибо «формальное отмежевание» мало что дает, особенно если оно связано с пацифистским «отрицанием необходимости революционного террора, с проповедью „общечеловеческой“ морали и с примиренчеством на основе этой морали… с готовностью идти к социализму, но без жертв, без борьбы». (Подписали проф. Люстерник Л. А., проф. Шнирельман Л. Г., профессор Гельфонд А., доцент Понтрягин Л., проф. Некрасов) Цит. по: Боголюбов А. Н., Роженко Н. М., Опыт «внедрения» диалектики в математику в конце 20-х — начале 30-х гг. 2017 йыл 22 июль архивланған. Вопросы философии. 1991. № 9. С. 32-43.Опыт «внедрения» диалектики в математику в конце 20-х — начале 30-х гг . Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 29 август 2013 года. 2017 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Кольман Э. Я. Вредительство в науке // «Большевик». — 1931. — № 2. — С. 71—81.Вредительство в науке . Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 19 июль 2013 года.
- ↑ 5,0 5,1 Александров Д. А. Почему советские учёные перестали печататься за рубежом: становление самодостаточности и изолированности отечественной науки. 1914—1940 // Вопросы истории естествознания и техники. — 1996. — № 3. — С. 4. Архивировано из первоисточника 14 май 2009.
- ↑ На борьбу за материалистическую диалектику в математике. Сб. статей. Под ред. С. А. Яновской. М.-Л., 1931
- ↑ Материалы конференции по планированию математики // Математический сборник. — 1931. — № 3—4. — С. 5—8.
- ↑ Токарева Т. А., Хроника социальной истории отечественной математики
- ↑ Существует труднопроверяемая легенда об этих показаниях П. А. Флоренского. В ней говорится, что доведённый до крайности он начал давать показания, но так, чтобы построенные на них обвинения рассыпались при малейшей проверке. Например, он мог утверждать, что Лузин встречался с Гитлером тогда, когда он заведомо не выезжал из СССР, и т. п.
- ↑ «О врагах в советской маске» Опубликовано в газете «Правда» 3 июля 1936 года.
- ↑ Беседы с одним московским математиком. Воспоминания В. А. Ефремовича.
- ↑ Капица П. Л. Письма о науке. 1930—1980(недоступная ссылка). М.: Московский рабочий, 1989, стр. 86-88.
- ↑ Постановление Президиума РАН № 8 от 17.01.2012 «Об отмене постановления Президиума Академии наук СССР от 5 августа 1936 г. (протокол № 16)»
- ↑ Васильев С. Н. Труды Научного семинара «70 лет теории инвариантности»: Москва, 2 июня 2008 г.. — М.: URSS, 2008. — 256 с.
- ↑ Кликушин М. В., Красильников С. А., Анатомия одной идеологической кампании 1936 г.: «лузинщина» в Сибири // Советская история: проблемы и уроки. Новосибирск, 1992.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дело академика Николая Николаевича Лузина / Отв. ред. С. С. Демидов, Б. В. Левшин. СПб.: РХГИ, 1999. 312 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Изжить лузинщину в научной среде! // УМН. — 1937. — № 3. — С. 3—4. (Тикшерелеү көнө: 11 август 2011)
- Демидов С., Д. В. Есак. «Академик н эштәре. Н. Лузин» ғилми берләшмәһе коллективы иҫтәлегенә 2014 йыл 19 август архивланған.. — СПб., 1999.
- Дело академика Лузина / Под ред. Демидова С. С., Левшина Б. В.. — РХГИ, 1999. — 368 с. (стенограмма сығыш)
- М. М. Лаврентьев Отец не предвидел таких поворотов // Книга воспоминаний «Городок.ru», Новосибирск. — 2003.
- С.С. Кутателадзе Трагедия отечественной математики // Вестник Владикавказского научного центра. — 2007. — Т. 7. — № 1. — С. 65–68. (киңәйтелгән версия)
- С.С. Кутателадзе Корни дела Лузина // Сиб. журн. индустр. матем. — 2007. — Т. 10. — № 2. — С. 85–92.
- С.С. Кутателадзе An epilog to the Luzin case // Сибирские электронные математические известия. — 2013. — Т. 10. — С. A1-A6.
- С.С. Кутателадзе Срок давности и честь науки.
- А. П. Юшкевича. «Эште» академик н. Н. Лузин. // Фән репрессиялана. Л.: Наука, 1991, 377—394.