«Славистар эше» («Рәсәй милли партияһы» эше) — 1933—1934 йылдарҙа интеллигенция вәкилдәренә (башлыса Мәскәүҙән һәм Ленинградтан) ҡаршы контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләү буйынса енәйәт эше.

Славистар эше
Рәсем
Дәүләт  СССР
Башланыу датаһы 1933
Тамамланыу датаһы 1934

Алдараҡ үткәрелгән Академиктар эшендәге кеүек, был эштең дә — фәнде үҙәклештереү, фәнни ойошмалар менән көрәш һәм элекке академия традицияларына сик ҡуйыу — маҡсаттарына инеүе ихтимал. Ҡулға алынғандарҙың араһында телселәрҙеңкүп булыуы дәүләттең тел фәненә бәреп инеүе, атап әйткәндә, яңы тәғлимәтте көсләп индереү менән бәйле..

Ҡулға алыуҙар 1933 йылда уҡ башлана, әммә яйлап тулыландырыла, «Рәсәй милли партияһы» әлеге эш тикшереүендә 1934 йылдың февралендә генә күренә башлай. «Тикшереүҙә» төп ролле Г. С. Люшков башҡара.

Тикшереү аҫтында башлыса Славяноведение (славян телен, әҙәбиәтен, тарихын өйрәнгән фән) институты, Урыҫ музейы һәм Эрмитаж филологтары һәм сәнғәт белгестәре һәм тәбиғәт фәндәре ғалимдары. Ҡалған фигуранттар, тарихсылар фекеренсә, «массауилыҡ» өсөн йәлеп ителә. Ҡулға алынғандар араһында академиктар М. Н. Сперанский һәм В Н. Перетц, СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденттары Н. Н. Дурново (ул ваҡытҡа Белоруссия Фәндәр академияһынан сығарылған була), Г. А. Ильинский, А М. Селищев, башҡа күренекле ғалимдар (В. В. Виноградов, Г А. Разуваев, Г А. Бонч-Осмоловский), яҙыусы В. С. Трубецкой, Славяноведение институты секретары В. Н. Кораблев. Бынан тыш, В. И. Вернадский, М.. С. Грушевский, Н. Д. Зелинский, Н. С. Курнаков, Д. Н. Ушаков, Д. П. Святополк-Мирской, Н. К. Гудзия, М.. В. Щепкин кеүек ғалимдарға, эмигрант В. Н. Ипатьевҡа доностар йыйыла.

Тикшереү версияһы буйынса, ғалимдар сит илдәрҙән координацияланған фашистик партияһы ағзалары булған. Сит ил илһамландыпыусылар Н. С. Трубецкой, Р. О. Якобсон, П. Г. Богатырев һәм М. Фасмер исемләнә. Йәнәһе, партия баш күтәреүсе ячейкалар булдырған, тәжрибә станцияһында диверсия ойошторған и Молотовты үлтереүҙе әҙерләгән. «Дәлилдәр» бик күп йыйыла — Дурново, мәҫәлән, Прага түңәрәге ағзалары менән аралашҡан һәм Н. Трубецкойҙың ағаһына ҡоҙа булырға йыйынған, Фасмерҙың ағаһы Эрмитажда эшләгән һәм башҡа дәлилдәр. Ҡулға алынғандарҙың ҡайһы берҙәре (шул иҫәптән Кораблев, Дурново һәм Р. Фасмер) ғәйептәрен таный, икенселәре (мәҫәлән, Селтщев) - баш тарта. Вернадскийҙың дуҫы, геолог Б. Л. Личков баҫым аҫтында академиктың партия менән бәйләнеше тураһында хәбәр итә, әммә һуңынан уны ҡулға алыу ихтималлығы тураһында иҫкәртергә тырыша.

1934 йылдың яҙында эш буйынса тыңлауҙары үтә, барыһы етмештән ашыу кеше хөкөм ителә. Атап әйткәндә, Личков, Разуваев, Р. Фасмер — ун йылға лагерға, Кораблев — ун йыл һөргөнгә, Дурново һәм Ильинский — туғыҙ йылға лагерҙарға, Селищев һәм В. Трубецкой — биш, Бонч-Осмоловский — өс йылға мәхрүм ителәләр.

Эштә ҡатнашыусылар яҙмышы төрлөсә килеп сыға. Вернадскийҙың бер нисә үтенес хаттарынан һуң Личков ваҡытынан алда иреккә сығарыла. Дурновоны (шулай уҡ уның ике улын да), Трубецкойҙы һәм Ильинскийҙы репрессияларҙың яңы этабында атып үлтерәләр. 1941—1943 йылдарҙа ҡабаттан һөрөлгән Виноградов һуғыштан һуң академик итеп һайлана һәм Сталин премияһына лайыҡ була, 1950 йылдарҙа «тел белеме тураһында дискуссияларҙан» һуң ысынында Совет лингвистикаһы башында тора. Эште алып барған Генрих Люшков Японияға ҡаса һәм унда яңы етәкслеге тарафынан атып үлтерелә. Славяноведение институты һуғыштан һуң ҡабаттан асыла.

Шуға ҡарамаҫтан, Советтар Союзында славистика юҡҡа сығарылмай. 1930-сы йылдар аҙағында Мәскәүҙә һәм Ленинградта славистика өлкәһендә яңы һулыш күҙәтелә, айырыуса ҙур ярҙамды ул Сталиндың панславистик пландары менән бәйле (1943 йылда иң эре университеттарҙа славян филологияһы кафедралары асыла башлай) Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ала. Билдәле ғалимдар өҫтөнәнн йыйылған доностар башлыса кәрәкмәгән булып сыға. Власть интеллектуаль элита менән үҙ-ара бәйләнештәрҙең яңы юлдарын эҙләй башлай.

«Славистар эше» буйынса хөкөм ителгәндәр 1956—1990 йылдар арауығында аҡлана.

Һылтанмалар

үҙгәртергә