Эзоп
Эзо́п (бор. грек. Αἴσωπος) — боронғо легендар грек шағиры-мәҫәл яҙыусы. Фараз буйынса б. э.т. 600 йылдар тирәһендә йәшәй. Эзоптың үҙенсәлекле шиғырҙары һаҡланмаған. «Эзоп мәҫәлдәре» («басни Эзопа») беҙгә һуңыраҡ осорҙағы шиғри эшкәртеүҙәр формаһында килеп етә — латинсаға шағир Федр (I быуат), грек теленә шағир Бабрий (II быуат) һәм тағы ла һуңғараҡ — латинсаға шағир Авиан (V быуат башы) тәржемә итә.
Эзоп | |||
Αἴσωπος | |||
Диего Веласкес картинаһы (1639—1640) | |||
Тыуған көнө: |
яҡынса б. э. т. 620 йыл тирәһе | ||
---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Несебыр | ||
Вафат булған көнө: |
яҡынса б. э. т. 564 йыл тирәһе | ||
Вафат булған урыны: |
Греция, Фокида, Дельфы ҡалаһы | ||
Эшмәкәрлеге: | |||
Йүнәлеше: |
мәҫәл яҙыусы | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
боронғо грек теле | ||
Наградалары: |
| ||
Антик традицияла биографияһы
үҙгәртергәЭзоптың тарихи шәхес булыу-булмауын тәғәйен генә әйтеү мөмкин түгел. Тәүге тапҡыр уны Геродот телгә ала (II, 134): Эзоп Мысыр батшаһы Амасис хакимлек иткән дәүерҙә (б. э. т. 570—526 йылдар) йәшәгән, Самос утрауында йәшәүсе Иадмондың ҡоло булған, һуңыраҡ иреклек алған һәм Дельфы ҡалаһында йәшәүселәр тарафынан үлтерелгән, бының өсөн улар Иадмондың нәҫелдәренә аҡса түләгән.
Йөҙ йылдан күберәк ваҡыт үткәс, Гераклид Понтийский Эзоптың сығышы менән Балҡан ярымутрауының ул дәүерҙәге тарихи өлкәһе Фракиянан икәнлеген бәйән итә. Уның фаразы буйынса, Эзоп боронғо грек космологы һәм мифтарҙы аңлатыусыһы Ферекидтың замандашы була, уның тәүге хужаһының исеме — Ксанф.
Мираҫы
үҙгәртергәАвторы Эзоп тип һаналған сәсмә формалағы 426 ҡыҫҡа әҫәрҙән торған мәҫәлдәр йыйынтығы һаҡланып ҡалған.
Ҡайһы бер мәҫәлдәре
үҙгәртергә
|
|
|
Цитаталары
үҙгәртергә- Благодарность — признак благородства души.
- Говорят, что Хилон спросил Эзопа: «Чем занят Зевс?» Эзоп ответил: «Делает высокое низким, а низкое высоким».
- Если человек берется за два дела, прямо противоположных друг другу, одно из них непременно не удастся ему.
- Каждому человеку дано своё дело, и каждому делу — своё время.
- Истинное сокровище для людей — умение трудиться.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәТәржемәләр
үҙгәртергә- «Collection Budé» сериһында: Esope. Fables. Texte établi et traduit par E. Chambry. 5e tirage 2002. LIV, 324 p.
- Езоповы басни с нравоучением и примечаниями Рожера Летранжа, вновь изданные, а на российской язык переведены в С.-Петербурге, канцелярии Академии наук секретарем Сергеем Волчковым. СПб., 1747. 515 стр. (переиздания)
- Езоповы басни с баснями латинского стихотворца Филельфа, с новейшего французского перевода, полным описанием жизни Езоповой… снабденного г. Беллегардом, ныне вновь на российской язык переведенные Д. Т. М., 1792. 558 стр.
- Полное собрание басен Езопа… М., 1871. 132 стр.
- Басни Эзопа. / Пер. М. Л. Гаспарова. (Серия «Литературные памятники»). М.: Наука, 1968. 320 стр. 30000 экз.
- репринт в той же серии: М., 1993.
- переизд.: Античная басня. М.: Худож. лит. 1991. С. 23-268.
- переизд.: Эзоп. Заповеди. Басни. Жизнеописание / пер. Гаспарова М. Л. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2003. — 288 с. — ISBN 5-222-03491-7
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЭзоп Викимилектә |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Зелинский Ф. Ф. Эзоп // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Максим Мошков китапханаһында Эзоп
- Басни, аудиобасни, видеофильмы, карта жизни Эзопа 2017 йыл 2 май архивланған.
- Басни Эзопа на «Притчи и сказки Востока и Запада» 2010 йыл 10 октябрь архивланған.