Логунов Денис Юрьевич

Денис Юрьевич Логунов (13 октябрь 1978 йыл) — Рәсәй ғалим-микробиологы, медицина микробиологияһы өлкәһендә белгес, биология фәндәре докторы (2011), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016). Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгенең фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, күҙәнәк микробиологияһы лабораторияһы мөдире, фән һәм технологиялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2020).

Логунов Денис Юрьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 октябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Бешкәк, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө тикшеренеүсе
Эшмәкәрлек төрө микробиология
Эш урыны Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге
Уҡыу йорто Курск дәүләт медицина университеты[d]
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d] һәм РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы
 Логунов Денис Юрьевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Денис Юрьевич Логунов 1978 йылдың 13 октябрендә Фрунзе (хәҙер Бишкәк, Ҡырғыҙстан) ҡалаһында тыуған. 2000 йылда Курск дәүләт медицина университетының «Биомедицина инженерияһы» кафедраһы биотехнология факультетын тамамлай[1]. 2002 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы биотехнологиялары ғилми-тикшеренеү институтында «Конструирование рекомбинантных аденовирусов птиц CELO для экспрессии генетической информации в организме млекопитающих и птиц» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, биология фәндәре кандидаты булып китә. 2003 йылдан алып Рәсәй Медицина фәндәр Аакадемияһының Д. И. Ивановский исемендәге вирусология ғилми-тикшеренеү институтында (2014 йылда ул Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү институтына ҡушыла) эшләй[2].

2011 йылда Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгендә ул «Модуляция активности транскрипционных регуляторов p53 и NF-kB в условиях микоплазменной инфекции как фактор, способствующий трансформации эукариотических клеток и опухолевой прогрессии» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, биология фәндәре докторы булып китә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2019 йылдың 13 июнендәге 274-се «Рәсәй Федерацияһы дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» Указы менән, һаулыҡ һаҡлауға һәм медицина фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының ФДБУ [[Н. Ф. Гамалея исемендәге Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгенең фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Д. Ю. Логунов II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә[3].

140-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шулар араһында 1 монография, 1 китап бүлеге, рецензияланыусы журналдарҙа 82 мәҡәлә, 21 патент, 6 методик күрһәтмәләр һәм тәҡдимдәр. Рекомбинатлы вирус вакциналары һәм генотерапевтик препараттар булдырыу өсөн векторлы платформалар алып бара. Уның етәкселегендә 4 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Коронавирустан Рәсәй вакцинаһы эшләүсе төркөмдөң етәксеһе булып тора. Уның туранан-тура етәкселеге аҫтында Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәгендә COVID-19-ға ҡаршы беренсе Рәсәй вакцинаһы (Гам-КОВИД-Вак, сауҙа маркаһы «Спутник V») эшләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә