Лия ван Лир
Лия ван Лир (ҡыҙ фамилияһы Лия Семёновна Гринберг; йәһ. ליה ון ליר; 8 август 1924 йыл, Бельцы, Бессарабия, Румыния — 14 март 2015 йыл, Иерусалим, Израиль) — Иерусалим халыҡ-ара кинофестиваленә нигеҙ һалыусы һәм уның директоры.
Лия ван Лир | |
рум. Lia van Leer | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Израиль |
Тыуған ваҡыттағы исеме |
йәһ. ליה גרינברג ингл. Lia Greenberg |
Тыуған көнө | 8 август 1924 |
Тыуған урыны | Бельцы[d], Румыния короллеге |
Вафат булған көнө | 13 март 2015[1][2] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Иерусалим, Израиль |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Хар ха-Менухот[d] |
Һөнәр төрө | филантроп |
Эшмәкәрлек төрө | кинематограф |
Эш урыны | Jerusalem Cinematheque[d] |
Уҡыу йорто | Еврейский университет в Иерусалиме[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Лия ван Лир Викимилектә |
Израиль Дәүләт премияһы лауреаты (2004), Францияның Почетлы легион ордены кавалеры, Иерусалимдың почётлы гражданы.
Биографияһы
үҙгәртергә1924 йылда Бессарбияның Бельцы ҡалаһында, иген менән сауҙа итеүсе Шимен Гринберг һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар сионист ойошмаһы активисы (Вицо) Голда (Ольга) Гринберг ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы башында оккупацияла ҡалғас, Бельцыла нацистар тарафынан атып үлтерелә, әсәһе Транснистрия геттоһында һәләк була.
1940 йылда һеңлеһе йәшәгән мандатлы Фәләстиндә төпләнә. 1946 йылда Иерусалимда Йәһүд университетының гуманитар факультетын тамамлай. 1948 йылда инженер, лётчик һәм драматург Вим ван Лир (Wim van Leer) — ван Лир филантропик фондына нигеҙ һалған, эре голланд индустриалисы Бернард ван Лирҙың (1883—1958) улы менән таныша
Өйләнгәндән һуң ван Лир ғаиләһе Хайфала (1952) йәшәй, 1955 йылда Лия ван Лир беренсе Израиль киноклубына (илдә ул ваҡытта телевидение булмай) нигеҙ һала һәм кино продукцияһын коллекцияға туплау менән шөғөлләнә. Киләһе йылына Тель-Авивта һәм Иерусалимда шундай уҡ кино һөйөүселәр йәмғиәттәрен аса. Ван Лир йыйған кинофильмдар коллекцияһы 1960 йылда Хайфала ул ойошторған Израилдең кинематографик архивына (хәҙер ул Яҡын Көнсығышта иң эре архив) һәм 1973 йылда — Хайфа синематекаһына (илдәге беренсе) нигеҙ булып тора.
Тиҙҙән Лир ғаиләһе Иерусалимда төпләнә, 1981 йылда дәүләт киноархивы ла ҡала мэры [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%BB%D0%BB%D0%B5%D0%BA,_%D0%A2%D0%B5%D0%B4%D0%B4%D0%B8 Тедди Коллека] ярҙамында ошо ҡалаға күсерелә, һәм Лия башҡа синематека булдыра. 1984 йылда ван Лир филантропик фонды ярҙамы менән Лия йыл һайын үткәрелә торған Иерусалим халыҡ-ара кинофестивален ойоштора һәм 2008 йылға тиклем уны етәкләй. Архив, синематека һәм фестиваль бергә Иерусалим кино үҙәген тәшкил итә.
2004 йылда карьераһы дауамындағы ҡаҙаныштар өсөн Израиль Дәүләт премияһына лайыҡ була..
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://jwa.org/encyclopedia/article/van-leer-lia — 1995.