Либерти (компания)
«Либерти» — мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Рәсәй туристик компанияһы. Компанияға Санкт-Петербургта 2004 йылда нигеҙ һалына. Компания тик коляскала йөрөүсе инвалидтарға туристик хеҙмәт күрһәтә һәм улар өсөн ҡаланың төрлө иҫтәлекле урындарын яраҡлаштыра. Санкт-Петербургтан тыш, Новгород, Выборг, Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһы, Киев һәм башҡа башлыса элекке совет республикалары илдәренең мәҙәни үҙәктәре буйлап, һәм тағы ла Франция, Италия, Чехия һәм башҡа Европа дәүләттәре буйлап турҙар ойоштора.
Либерти | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләүсе |
Наталья Гаспарян, Мария Бондарь |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Наталья Гаспарян (генераль директор) |
Тармаҡ |
туризм (инватуризм) |
Әйләнеш |
▲ 4 млн һум (2015 йыл)[1] |
Сайт | |
Тарих
үҙгәртергәЭкскурсоводтар Наталья Гаспарян һәм Мария Бондарь «Либерти» компанияһына Санкт-Петербург ҡалаһында 2004 йылда нигеҙ һалалар. Тәүге осорҙа фирма Германия туристарын Санкт-Петербург ҡалаһына саҡырыу менән шөғөлләнгән, компания хеҙмәткәрҙәре коляскала йөрөүсе инвалидтар өсөн тур маршруттарын коляскала йөрөүсө инвалидтарға уңайлы булһын өсөн ентекләп уйлайҙар. Фирманың бюджеты тик 40 мең һум ғына тәшкил иткән, уға өҫтәп Наталья Гаспарян һәм Мария Бондарь банкта ҡулланыусы булараҡ 700 мең кредит алғандар[2].
2010 йылда ААЙ «Либерти» компанияһы бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарҙар конкурсында еңеү яулай һәм «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фондынан 1,7 миллион һум процентһыҙ заём ала. Бынан алып агенствоның һөҙөмтәлелеге бер миҙгелдә 200 турға тиклем артҡан, йыллыҡ әйләнеше 3 миллион һум тәшкил иткән, ә 2011 йылда 3,5 миллион һумға тиклем күбәйә[1]. Компания төп килемде элеккесә сит ил клиенттарынан ала, шул уҡ ваҡытта Рәсәй инвалид-туристарына турҙар үҙҡиммәте буйынса, ә бала-инвалидтарға — бушлай бирелә. Фирма йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, музейҙарҙы яҡшы сифатлы пандустар менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Туристик компанияның пландарында һәр кемгә уңайлы ҡунаҡхана, никах агентлығы, инвалидтар өсөн яраҡлашҡан туризм өсөн белешмәләр һәм журналдар баҫып сығарыу инә[3][4][5].
2012 йылда Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм ҡуҙғатыуға өлөш индергән өсөн Наталья Гаспарян һәм Мария Бондарь «Яҡшылыҡ импульсы» премияһы лауреаттары була[6]. 2015 йылда «Сноб» журналы социаль бизнес өлкәһендә эшләүсе иң уңышлы биш компаниялар араһына "Либерти"ны ла индерә, баҫманың мәғлүттәре буйынса компанияның йыллыҡ әйләнеше 4 миллион һум тәшкил итә[7].
Компанияның ойошторосылар рәтенә Санкт-Петербург төбәк инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы һәм «Беҙ — йәмғиәттең өлөшө» (рус. «Мы — часть общества») инвалидтар өсөн ҡала социаль-сәйәси гәзите инә. Фирманың пландарына һаңғырауҙар һәм насар ишеткән кешеләр өсөн туристик сәфәрҙәр ойоштороу инә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Гордиенко Юлия. Свободное движение . Коммерсантъ (1 март 2012). Дата обращения: 30 апрель 2015.
- ↑ Бакалеева Софья. Туризм для инвалидов — это дерзость: история малого социального предпринимательства . Милосердие.ру (16 март 2015). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ Туризм для инвалидов — ООО «Либерти» . invtravel.ru (19 февраль 2013). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ Земскова Юлия. Туризм для инвалидов: бизнес, который не кормит . Санкт-Петербург.ру (23 август 2012). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ Иностранные туристы-колясочники смогут проехать про Транссибирской магистрали с «Либерти» . Беҙҙең киләсәк (28 август 2012). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ Луганская Дарья. Инвалидный туризм в России существует за счет грантов или иностранцев . Московские новости (15 июнь 2012). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ Ненашева Екатерина. Коляска-вездеход и летающие звери. 5 историй социальных предпринимателей . Сноб (3 февраль 2015). Дата обращения: 29 апрель 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Либерти» компанияһының рәсми сайты 2015 йыл 2 май архивланған.