Беҙҙең киләсәк (фонд)

«Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды (рус. Фонд региональных социальных программ «Наше будущее») — коммерция менән шөғәлләнмәгән ойошма. Төп маҡсаты булып Рәсәй Федерацияһында социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү тип декларациялана. Финанс ярҙамдан башҡа, «Беҙҙең киләсәк» фонды социаль эшҡыуарҙарға хоҡуҡи, консультатив һәм мәғлүмәти ярҙам да күрһәтә.

«Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды
Тип

Фонд

Нигеҙләү йылы

2007

Нигеҙләүселәр

В. Й. Алекперов

Урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү

Хеҙмәткәрҙәр һаны

17 кеше (2013 йыл)

Веб-сайт

nb-fund.ru

Ойошманың штаб-фатиры Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан.

Эшмәкәрлек йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • Социаль эшҡыуарлыҡ
  • «Беҙҙең киләсәк» консалтинг һәм аутсорсинг үҙәге
  • Мәрхәмәтлелек проекттары

«Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды 2007 йылда Рәсәй бизнесмены Вәғит Йософ улы Алекперов инициативаһы менән төҙөлә. Декларацияланған маҡсаттары — социаль эшҡыуарлыҡ принциптарында эшләгән социаль әһәмиәтле программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу булып тора. «Беҙҙең киләсәк» фонды Рәсәйҙә шәхси фондтар араһынан тәүгеләрҙән булып инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә, етем балалар йорто тәрбиәләнеүеләренә һәм граждан тормошонда йыш ҡына эшкә алынмай ҡалғандарға ярҙам итә[1][2].

Башлаусы эшҡыуарҙарға бизнес-план төҙөүҙә, юридик һәм бухгалтерия оҙатыуында, микроофис арендалауҙа булышлыҡ күрһәтеү өсөн консалтинг һәм аутсорсинг үҙәктәре селтәрен аса. «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фондының консалтинг һәм аутсорсинг үҙәктәре Әстерхан, Архангельск, Волгоград, Калининград, Пермь һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында эшләй.

2008 йылдан алып фонд «Социаль эшҡыуар» исемле бөтә Рәсәй проекттар конкурсын уҙғара. Конкурс барышында адреслы финанс ярҙам күрһәтер өсөн социаль проекттарҙы һайлап алыу башҡарыла.

2012 йылда «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды «Изгелек импульсы» (рус. «Импульс добра») исемле йыл һайын бирелә торған премияны ойоштора. Премия Рәсәй Федерацияһында социаль эшҡыуарлыҡ үҫешенә һәм үрләүенә өлөш индергән өсөн бер нисә[3] номинация буйынса бирелә[4].

Рәсәй социаль эшҡыуарҙарының тауарҙарын алға ебәрер өсөн «Беҙҙең киләсәк» фонды Лукойл компанияһы менән берлектә 2014 йылда «Һатып алыуҙан да күберәк» проектын эшләй башлай[5][6]. «Лукойл» компанияһының заправкалау станциияларындағы һатыу итеү нөктәләрендә махсус маркировка менән билдәләнгән социаль эшҡыуарҙарҙың продукцияһын (кейеҙҙән әйберҙәр, быймалар һәм аксессуарҙар, фермерҙарҙың һөт продукттары һәм сувенирҙары) һатыуға сығарыла[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Венера Петрова. Социальный бизнес: благородные побуждения, приносящие прибыль. РБК. 2015 йыл 18 май архивланған.
  2. Аврора.Елизавета Бебех, Владимир Кривко. Понять с полуслова: в необычной парикмахерской просьбы клиентов читают по губам. РИА Новости (27 сентябрь 2013).
  3. 2015 йылда 7 номинация буйынса бирелә.
  4. Ежегодная премия «Импульс Добра». RBC.RU. 2015 йыл 22 апрель архивланған.
  5. Больше чем покупка. «Expert Online» (31 ғинуар 2014).
  6. Товары соцпредпринимателей будут продаваться на АЗС ЛУКОЙЛ. «РИА Новости» (30 ғинуар 2014).
  7. Анна Чесова. На московских заправках появились товары социальных предпринимателей. the-village.ru (31 ғинуар 2014).

Һылтанмалар

үҙгәртергә