Латынин Борис Александрович
Борис Александрович Латынин (1899—1967) — совет ғалимы, археолог, тарих фәндәре докторы (1962).
Латынин Борис Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1899[1] или 17 (29) сентябрь 1899[2] |
Вафат булған көнө | 11 июнь 1967[2] |
Биографияһы
үҙгәртергә1899 йылдың 17 сентябрендә (яңы стиль буйынса 30 сентябрь) Ашхабадта тыуған.
1904 йылда, Ташкент суд палатаһында хеҙмәт итеүсе атаһы үлгәндән һуң, ғаилә Петербургҡа күсенә. 1920 йылда Борис Петроград археология институтына уҡырға керә, һуңырак ул Ленинград дәүләт университетына ҡушыла һәм ижтимагый фәндәр факультетының археологик бүлеге тип атала.[3] 1923 йылда, университетты тамамлағас, археология бүлеге хеҙмәткәре булып эшкә ҡала, ә 1926 йылда был юғары уҡыу йортоноң аспирантураһында уҡый.
Аспирантурала уҡыу менән бер үк ваҡытта 1924 йылдан бирле Дәүләт матди мәҙәниәт академияһындә (ГАИМК) һәм СССР Фәндәр академияһының Тел һәм фекерләү институтында эшләй. 1929 йылда аспирантураны тамамлай, 1931 йылда фәнни хезмәткәр булараҡ Дәүләт Эрмитажының яңы бүлегенә эшкә ҡабул ителә. Латынин үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһын Көнсығыш Европаның бронза быуаты кургандарына һәм урман-далаларына бағышлаған.
Фәнни эшмәкәрлегенең башынан ук Б. А. Латынин неолит һәм бронза быуат культураларының килеп сығышы һәм хронологияһы менән ҡыҙыҡһына. Бронза осороноң Украина, Кавказ, Волга буйы һәм Урта Азия музейҙарында һаҡлана торған археологик коллекцияларын өйрәнә. Бик ҙур материал йыйып, музей коллекциялары буйынса картотека төҙөй. Был картотекалаБөйөк Ватан һуғышы ваҡытында юғалған керамика һәм бәашҡа әйберҙәр фотоһурәттәре тәҡдим ителгән.
1930-сы йылдарҙа бөтә Советтар Союзы буйлап эре төзөлөштәр башланғас, Б. А. Латынин яңы төзөлөштәр урындарында археологик тикшеренеү эштәре ойоштороусы булды, экспедицияләрҙа ҡатнашты. Ҡазан арты, Урта Азия, Десна һәм Урта Волга буйҙарында ялан археологик эштәрен алып барҙы.
1935 йылда, ышанысһыҙ тип, нигеҙһеҙ репрессиялана. Башта Куйбышев ҡалаһында (хәзер Һамар) һөргөндә була, унда 1936 йылға тиклем тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса край комиссияһында эшләй, өлкә край музейында эшләй, урта быуат мордва кәберлектәрен ҡаҙыу эштәрен алып бара. 1936-1944 йылдарҙа Б. А. Латынин Колымала (СевВостЛаг) лагерҙарҙа, 1944-1946 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыштың ирекле поселение ерҙәрендә була. 1946 йылдан башлап, күҙәтеү аҫтында, Сызрань тыуған яҡны өйрәнеү музейында фәнни хезмәткәр булып эшләй. Лагерҙа аяғын юғалта.[4][5].
1953 йылдан башлап, һуңғы көндәренә тиклем, Борис Александрович Дәүләт Эрмитажының боронғо мәҙәниәт бүлегендә өлкән фәнни хеҙмәткәр булып эшләй. 1957 йылда аҡланыла. 1962 йылда ул "Ферғананың ирригация һәм һуғарыулы игенселек тарихы мәсьәләләре" темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Бер нисә фәнни хеһмәт авторы.[6]
1967 йылдың 11 июнендә Ленинград ҡалаһында үлгән.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов - жертв политического террора в советский период (1917-1991) (урыҫ) — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2013. — 496 с. — (Социальная история отечественной науки о Востоке) — ISBN 978-5-85803-225-0
- ↑ 2,0 2,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Латинін Борис Олександрович (укр.)
- ↑ Латинін Борис Олександрович (укр.)
- ↑ ЛАТЫНИН Борис Александрович
- ↑ Обобщающий доклад по работам, представленный как диссертация на соискание ученой степени доктора исторических наук
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ЛАТЫНИН Борис Александрович
- Эрмитаж. История и современность. 1764—1988.
- arheologija.ru/latyinin-1899-1967/ Б. А. Латынин (1899—1967)