Латипов Ғәфүр Латип улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Латипов Ғәфүр Латип улы (рус. Латыпов Гафур Латыпович) (1911 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары, «Батырлыҡ өсөн» (1944), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943, 1945) миҙалдары кавалеры[1].

Латипов Ғәфүр Латип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Упҡанкүл, Яубүләк ауыл Советы, Асҡын районы, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәфүр Латип улы Латипов 1911 йылда Башҡортостандың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында[1] тыуған. 1941 йылдың 10 декабрендә БАССР-ҙың Асҡын районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия (1943 йылдан 16-сы гвардия Чергинов) дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. Һуғыш осоронда күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

— II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)

— Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)

— «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)

— Ике «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943, 1945)

Ғәфүр Латип улы Латиповтың исеме Ленинградтың «Блокада» Хәтер китабына индерелгән[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

ЛАТЫПОВ Гафур Латыпович. Шаймуратовцы