Ларионов Виктор Петрович

Ларионов Виктор Петрович ( 18 апрель 1935 йыл7 декабрь 2014 йыл) — педагог, физика уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы (2000), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986)[2][3].

Ларионов Виктор Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Кваркено районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 декабрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Эшмәкәрлек төрө уҡытыусы[d]
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт университеты[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Петрович Ларионов 1935 йылдың 18 апрелендә Ырымбур өлкәһе Кваркен районының Уртызыл ауылында тыуған.

Күрше ауыл урта мәктәпте 1953 йылда күрше Әбйәлил районындағы Гусев ауылында урта мәктәпте тамамлай, һуңынан Ҡыҙыл Башҡортостан ауылының ете йыллыҡ мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булып эшләй. 1957 йылда армия хеҙмәтенән һуң Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә, уны 1962 йылда тамамлай[4], башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1961 йылда[5].

1961 йылда уҡытыусы ҡатыны менән бергә Виктор Петрович Силәбе өлкәһе Агаповка районының Агаповка ауылына күсеп килә. 1962—1967 йылдарҙа урындағы 1-се урта мәктәптә физика уҡытыусыһы булып эшләй.

Магнитогорск ҡалаһының 13-сө мәктәбендә эшләгән ваҡытында 1978 йылда Ларионов «РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була һәм 1986 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1988 йылда Виктор Петрович Ларионов мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз съезына делегат була[2].

Үҙенең педагогик эшмәкәрлеген Виктор Петрович Ларионов Рәсәй ФА Магнитогорск ҡалаһы лицейында дауам итә (МАОУ «Күп профилле лицей № 1» , Магнитогорск ҡалаһы), унда физика уҡытыусыһы булып 1997 йылдан 2009 йылға тиклем эшләй[2].

2000 йылда Ларионов Виктор Петровичҡа «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә, ул илдә был юғары исемгә лайыҡ булған беренсе һәм Магитогорск ҡалаһында был исемде алған берҙән-бер уҡытыусы[2].

Ларионов Виктор Петрович 2014 йылдың 17 декабрендә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Олексюк А. С. Биографии 42 южноуральцев пополнили страницы Википедии (урыҫ) // СМИ «Хорошие Новости Челябинской области» — 2020. — 2 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Газета «Магнитогорский рабочий» № 184, 10 декабря 2014 года, стр. 4 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Газета «Магнитогорский рабочий» № 184, 10 декабря 2014 года, стр. 4» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Учительская газета. Светлана Царегородцева. И тогда Ларионов "живописал" термометр... 2019 йыл 3 декабрь архивланған.
  4. Газета «Магнитогорский рабочий» № 184, 10 декабря 2014 года, стр. 4
  5. Учительская газета. Светлана Царегородцева. И тогда Ларионов «живописал» термометр…

Һылтанмалар

үҙгәртергә