Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы

уҡытыусы, биолог
(Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева битенән йүнәлтелде)

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (13 март 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Көнһылыу Ҡотлобаева (уңда) Мәскәү Вики-конференцияһында (2017 йыл) апаһы Фәниә менән

.

Биографияһы

үҙгәртергә

Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева 1956 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1963—1973 йылдарҙа Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ һәм Иҫке Собханғол урта мәктәптәрендә белем ала.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инеп, юғары уҡыу йортон 1978 йылда тамамлай.

1978—1980 йылдарҙа — Нәби һигеҙ йыллыҡ, 1980—2011 йылдарҙа, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Байназар урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып эшләй.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Был йылдар эсендә Көнһылыу Зәки ҡыҙы үҙен педагогиканы һәм уҡытыу методикаһын яҡшы белгән, эшенә яуаплы ҡараған, ижади эшләүсе, талантлы уҡытыусы итеп таныта. Уның уҡыусылары предмет олимпидаларында, фәнни тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурстарында муниципаль, республика кимәлендә призлы урындар яулайҙар, Бөтә Рәсәй кимәлендә конкурстарҙа уңышлы сығыш яһайҙар. 51 уҡыусыһы биология фәненән имтиханда юғары балл йыйып юғары уҡыу йорттарына инәләр һәм биология уҡытыусыһы, табип, иҡтисадсы, ауыл хужалығы белгестәре һөнәре алалар. Ул етәкләгән мәктәп яны баҡсаһы районда ғына түгел, республика кимәлендә өлгөлө була. Уның тарафынан бәләкәй ботаник баҡса, дарыу үләндәре бүлеге, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән һирәк осрай торған үҫемлектәр бүлеге булдырыла. Мәктәп янында өҙлөкһөҙ сәскә атыусы баҡса булдырыла, унда иртә яҙҙан алып ҡар яуғанға тиклем сәскә атыусы үҫемлектәр бер-береһен алмаштыра. 1989 йылда Байназар мәктәбенең өлгөлө тәжрибә баҡсаһы базаһында биология уҡытыусыларының республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла. Мәктәп интерьерын дөрөҫ һайлап алынған һәм зауыҡ менән урынлаштырылған гөлдәр менән биҙәү шулай уҡ Көнһылыу Зәки ҡыҙы етәкселегендә башҡарылған эш.

Көнһылыу Зәки ҡыҙы район, республика кимәлендә үткәрелгән профессиональ конкурстарҙа даими ҡатнаша һәм ҙур еңеүҙәр яулай. Уҡытыу методикаһы һәм уҡыусыларҙы биологиянан юғары уҡыу йортона әҙерлек буйынса авторлыҡ программалары эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Көнһылыу Зәки ҡыҙы төп хеҙмәт эшмәкәрлегенән тыш ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша:

  • 1996—2011 йылдар дауамында Байназар ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса күп эш башҡара: «Алтын балыҡ» клубын ойоштора һәм етәкләй, сәләмәт йәшәү рәүешен (айыҡ туйҙар, бәпәйҙәргә исем ҡушыу йолаһы, ғаилә байрамдары, айыҡ өмәләр үткәреү) пропагандалай.
  • 2012 йылдан алып Байназар ауылы «Өмөт» мәсетенең мәхәллә советы ағзаһы булараҡ, мәсеттә яҡшы шарттар булдырыу, эшен көйләү буйынса ҙур эштәр башҡара.
  • 2014—2015 йылдарҙа Байназар ауылының «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе, артабан ағзаһы булараҡ, тыл, һуғыш, хеҙмәт ветерандарының, һуғыш балаларының исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эшмәкәрлек алып бара. Улар тураһында портфолио эшләп үҙҙәренә бүләк итәләр, күсермәһен музей өсөн һаҡлайҙар. Ауылда һәм районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалайҙар, халыҡ кәсебен тергеҙеүгә, быуындар бәйләнешен нығытыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып баралар.
  • Оҙаҡ йылдар Байназар ауылы һайлау комиссияһы ағзаһы була.
  • 2014—2015 йылдарҙа башҡорт электрон китапханаһын төҙөү буйынса Башҡорт проектында ирекмән булараҡ ҡатнаша башлай.
  • 11.11. 2015 йылдан башлап Башҡорт Википедияһында ҡатнаша. Башҡорт электрон энциклопедияһын төҙөүҙә, региональ, республика, Рәсәй һәм Халыҡ-ара семинарҙарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнаша[1][2].
  • Пенсионер коллегаларына Башҡорт Википедияһында эшләргә өйрәтеү буйынса семинарҙар ойоштора.
  • 2016 йылдан үҙе ойошторған Бөрйән вики-клубы етәксеһе.
  • 2017 йылда уның тәҡдиме менән Башҡорт Википедияһы составында Бөрйән районы порталы булдырыла, Көнһылыу Зәки ҡыҙы уның етәксеһе һәм даими рәүештә уны тулыландырыу өҫтөндә эшләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (Ҡарар № 5 , 18.06.1998),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың 2004 йылдың 2 декабрендәге Бойороғо № УП-618, таныҡлыҡ Б № 3011),
  • Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе (2011). Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау Грамотаһы (Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының 2114-се бойороғо, 06.07. 2011 й.)[4].
  • Республика балалар биология үҙәгенең Маҡтау ҡағыҙы (1998)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының III региональ этабы призерын әҙерләгән өсөн Рәхмәт хаты (2008).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Рәхмәт хаты («Йыл уҡытыусыһы — 2009» XIX республика конкурсында ҡатнашҡан өсөн).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау Грамотаһы (2009)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының биология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының III региональ этабы призерын әҙерләгән өсөн Рәхмәт хаты(2010).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының уҡыусыларҙың Кесе Фәндәр академияһы сиктәрендә фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсының региональ этабы ҡатнашыусыһын әҙерләгән өсөн Рәхмәт хаты (2010).
  • Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының X съезы ҡатнашыусы (2010, мандат № 283).
  • «Юннат-2010» республика күргәҙмәһендә «Дарыу үләндәре» номинацияһында еңеүсе (Бойороҡ № 1343 29. 09.2010. БР Мәғариф Министрлығы)
  • «Юннат-2010» Бөтә Рәсәй күргәҙмә- конкурсында ҡатнашыу өсөн әҙерләгән экспонаттары өсөн Рәхмәт (Бойороҡ № 1458, 25. 10. 2010 й. БР Мәғариф Министрлығы).
  • 2019 йылда, әүҙем йәмәғәтсе һәм Башҡорт Википедияһы ирекмәне булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар араһында «ЖЕНЩИНА -МАТЬ НАЦИИ» III Республика конкурсында ҡатнаша һәм «Өлкән быуын әүҙем йәмәғәтсеһе» номинацияһында еңеүсе була, Маҡтау ҡағыҙы һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнә.

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • Р. Ишбаев «Маҡсаты- шәхес тәрбиәләү» // «Таң» : район гәзите. — 1998..
  • «Юғары категориялы уҡытыусы». А. Ғарифуллина. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы № 11, 2001 й.
  • «Ботаника баҡсаһы мәктәп янында». М. Хөббөтдинова. «Таң» гәзите, 2006 й.
  • «Уңғандар уңыш йыйыр мәл». Т. Баһаутдинова. «Таң» гәзите № 17, 2004 й.
  • «Сәскә итә тормошто». А. Ғарифуллина. «Таң» гәзите, 2008 й.
  • «Алтын балыҡҡа» саф ағым. А. Ғарифуллина. «Таң» гәзите, 2006 й.
  • «Һынамасы, яҙмыш» Ф. Иҫәнбаева. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы. 2006 й.
  • «Ҡанаттар осҡанда нығый». А. Ғарифуллина. «Таң» гәзите, 2008 й.
  • «Уҡытыусылар династияһы» Д. Аллабирҙин. «Таң» гәзите, 2010 й.
  • «Мәктәп уңышы — район уңышы». Г. Байназарова. «Таң» гәзите, 2010 й.
  • «Аҫыл яҙмыш асылы». Ф. Шәүәли. «Таң» гәзите, 2010 й.

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙының баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • «Күңелдәрҙә һәйкәл ҡуяйыҡ» «Таң» гәзите, 2005 й.
  • «Нәҫелен белмәгән -нәсепһеҙ» «Таң» гәзите, 2006 й.
  • «Яҙҙар матур гөлдәр менән. Сәскә үҫтереү серҙәре». «Гөлбаҡса» рубрикаһы. «Таң» гәзите, 2007 й.
  • «Йәйҙәр йәмле сәскә менән». ". «Гөлбаҡса» рубрикаһы. «Таң» гәзите, 2007 й.
  • «Йәшәйеш экологияһы». «Таң» гәзите, 2007 й.
  • «Баҡса тултырып сәскә». «Таң» гәзите, 2007 й.
  • «Сәскә үҫтереү серҙәре». «Таң» гәзите, 2007 й.
  • «Кеше экологияһы». «Таң» гәзите, «Сәләмәт йәшәү рәүеше» рубрикаһы. 2007 й.
  • «Осраҡлы хәлдәр булмай». «Таң» гәзите, «Сәләмәт йәшәү рәүеше» рубрикаһы. 2007 й.
  • «Таң» районыбыҙҙың йөҙө. «Таң» гәзите, 2010 й.
  • «Ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре». «Шоңҡар» журналы, «Киске Өфө» гәзите. 2010 й.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә