Көнсығыш Европа платформаһы
Көнсығыш Европа платформаһы (Ру́сская платфо́рма, шулай уҡ чех fenosarmatia рус. Восто́чно-Европе́йская платфо́рма) — Ер ҡабығының сағыштырмаса тотороҡло участкаларының иң ҙурҙарының береһе. Боронғо (рифейға тиклемге) платформаларға ҡарай. Төньяҡ-көнбайышта Норвегияның каледон йыйырсыҡлы ҡоролмалары, көнсығышта Уралдың герцин йыйырсыҡтары һәм көньяҡта Карпат, Ҡырым һәм Кавказдың Альп йыйырсыҡлы һырттары араһында, Көнсығыш Европа биләмәһендә урынлашҡан. Морфологик яҡтан Көнсығыш Европа платформаһы ҙур йылғалар үҙәндәре менән йырғыланған тигеҙлектән ғибәрәт (ҡарағыҙ. Көнсығыш Европа тигеҙлеге)[1].
Көнсығыш Европа платформаһы | |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
---|
Составы
үҙгәртергәКөнсығыш Европа платформаһына Балтик, Украин ҡалҡандары һәм Урыҫ плитаһы инә. Платформаның дөйөм майҙаны 5,5 млн км² тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Восточно-Европейская платформа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Милановский Е. Е. Геология России и ближнего зарубежья (Северной Евразии): Учебник. — М.: Изд-во МГУ, 1996. — 448 с. — 2000 экз. — ISBN 6-211-03387-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Восточно-Европейская платформа / Никишин А. М. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Восточно-Европейская платформа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Был геология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |