Көк-мончак теле
саян телдәренең дала кластерына ҡарай, Монголияла һәм Ҡытайҙа таралған
Күкмунсаҡ теле (рус. Кёк-мунчак) — тыва, тофалар, сойот-цатан (уйғыр-урянхай) (саян телдәре) һәм цэнгэль телдәренә яҡын төрки тел. Тыва һәм цэнгэль телдәренең көнбайыш диалекттары һымаҡ, саян телдәренең дала кластерына ҡарай. Монголияла һәм Ҡытайҙа таралған. Көкмунчак — күк мунсаҡ (голубые бусы) мәғәнәһендә[1]. Күкмунсаҡ телендә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Синьцзян-Уйғыр автономиялы районының Алтай округында йәшәүсе тываларҙың ҙур булмаған ҡәбилә вәкилдәре һөйләшә, үҙ яҙмаһы юҡ. Күкмунсаҡтар монгол һәм ҡаҙаҡ мәктәптәрендә уҡый. Туған телдең функциональ ҡеүәттәре ныҡ сикләнгән. Күкмунсаҡ телен өйрәнеүҙе Ҡытай белгестәре алып бара.[1]
Көк-мончак теле | |
Илдәр | |
---|---|
Классификация | |
Категория | |
Алтай телдәре (бәхәсле)
| |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тенишев Э. Р. «Избранные труды» Уфа, 2006 г. стр.186-190 2022 йыл 3 октябрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Цэнгэль теле
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тенишев Э. Р. «Избранные труды» Уфа, 2006 г. стр.186-190 2022 йыл 3 октябрь архивланған.</ref>
- Тенишев Әҙһәм Рәхим улы. «Избранные труды». — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 186—190 б.б. (рус.).