Кәүҫар

мифологик йылға
(Кәүсәр битенән йүнәлтелде)

Кәүҫар (ғәр. الكوثر‎ — муллыҡ) — ислам эсхатологияһында Мөхәммәт пәйғәмбәргә бирелгән ожмах йылғаларының береһе . Ҡөрьәндең Әл-Кәүсәр сүрәһендә : «Беҙ һеҙгә Муллыҡ бирҙек (ожмахтағы Әл-Кәүсәр тип аталған йылғаны)».[1].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Кәүҫар (ғәр. الكوثر‎) ғәрәп теленән тәржемә иткәндә һүҙмә-һүҙ «муллыҡ», «байлыҡ, бәрәкәт» тигәнде аңлата. К-с-р тамырынан «муллыҡта булыу».. Боронғо ғәрәп шиғриәтендә кәүсәр « мул, күп изгелек» тигәнде аңлата. Был этимологик мәғәнә тулыһынса юҡҡа сыҡмаһа ла, әммә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙисенә нигеҙләнгән традицион интерпретацияға юл асҡан [2].

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Риүәйәткә ярашлы, Миғраж төнөндә Пәйғәмбәр күккә күтәрелгәндә уға Әл-Кәүҫар күрһәтелә [2].

Йыйылыш көнөндә (хәшер) бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең үҙҙәренең һыу ятҡылыҡтары буласаҡ, улар араһынан айырыуса Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (хәлүәт) быуаһы айырылып тора. Ожмах йылғалары буйына, һыуһынды һуңғы тапҡыр ҡәнәғәтләндерер өсөн, пәйғәмбәрҙәр артынан эйәргән кешеләр йыйыласаҡ.

Гонаһлылар һәм пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар иткән кешеләр һыу ятҡылыҡтарына яҡын бара алмаясаҡ, сөнки фәрештәләр уларҙы ҡыуып ебәрәсәк.

Кәүҫарҙың булыуын бер нисә "инаныуҙарҙа тәҡүә итеү " раҫлана (Ғәҡидә). Ҡайһы бер Ҡөрьән мөфәссирҙаре Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Кәүҫарҙы бөтә ожмах йылғалары ҡойған Мөхәммәт пәйғәмбәр быуаһы йәки быуаны туйындырыусы йылға тип һанай.[2]. Ҡөрьән аяттарына аңлатма биреп, Ҡөрьән тәфсирселәре Кәүсәр һыуы «ҡарҙан ағыраҡ һәм балдан тәмлерәк» тип яҙа, ә һуңғараҡ аңлатмаларға ярашлы, был йылға «алтын ярҙар араһында рубин һәм ынйылар һибелгән һыу төбө буйлап» аға.

Хәҙистәрҙең береһендә Мөхәммәт пәйғәмбәр былай тигән: «Миңә кешеләрҙе алып килерҙәр, һәм мин уларҙы танырмын, һәм улар мине таныр, әммә улар минең сығанағымдан ситләтелер. Мин: „Минең көрәштәштәрем, көрәштәштәрем“, — ләкин миңә әйтелер : Һин үҙеңдән һуң уларҙың ниҙәр эшләгәндәрен белмәҫһең.»[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Әл-Кәүҫәр https://ru.quranacademy.org/quran/108:1-1/kul
  2. 2,0 2,1 2,2 Horovitz, Gardet, 1997
  3. аль-Бухари «Сахих». Хадис № 4740.
  • Али-заде, А. А. [422 Каусар] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Каусар / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — С. 628.
  • Пиотровский М. Б. аль-Джанна // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 59. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Kawt̲h̲war / Horovitz, J. and Gardet, L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)