Күзкәй
Күзкәй[2] (Күсәкәй, Күзекәй[3]; татар. Күзкәй, рус. Кузкеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
Күзкәй | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Кузкеевское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Кузкеевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423883 |
География
үҙгәртергәАуыл Сәкәш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
үҙгәртергәАуылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1745 йылдан билдәле[3]. Ауыл Байлар улусының Турай түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[5].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].
1809 йылда ауылда мәсет (1821 йылда мәсет ҡарамағында мәктәп асыла); XX быуат башында — улус идаралығы, почта станцияһы, 3 мәсет, 4 мәктәп, 3 һыу һәм 2 ел тирмәне, 4 бакалея кибете, 2 тимерлек, үҙәк икмәк магазины, баҙар, йәрминкә теркәлгән[5][4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[4].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 182 башҡорт һәм 15 типтәр; 1834 йылда — 423 башҡорт һәм 29 типтәр; 1870 йылда — 463 башҡорт һәм 105 типтәр; 1912 йылда — 941 аҫаба башҡорт һәм 180 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[5][6].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
197 | 452 | 908 | 968 | 1483 | 1496 | 1828 | 2128 | 2108 | 1497 | 1561 | 1280 | 1280 | 963 | 1130 | 836 | 622 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 392. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Күзкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 87-92. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 123. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.