Кулиев Ҡайсын Шыуа улы

(Кулиев Ҡ. битенән йүнәлтелде)

Кулиев Ҡайсын Шыуа улы (1 ноябрь 1917 йыл4 июнь 1985 йыл) — Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының халыҡ шағиры (1967). СССР-ҙың Ленин премияһы (1990), Дәүләт премияһы (1974), РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы (1966) лауреаты.

Ҡайсын Кулиев
ҡарас.-балҡ. Къулийланы Шуўаны жашы Къайсын
Тыуған көнө:

19 октябрь (1 ноябрь) 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Вафат булған көнө:

4 июнь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны:

Чегем, КБАССР, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

ҡарасай-балҡар

Дебют:

«Сәләм, иртә!» шиғырҙар китабы (1940)

Премиялары:

Ленин премияһы — 1990 СССР Дәүләт премияһы — 1974 РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы — 1967

Наградалары:
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены — 1974 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
Медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»
«Поляк мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе
«Поляк мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡайсын Шыуа улы Кулиев 1917 йылдың 1 ноябрендә Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының Юғары Чегем ауылында һунарсы һәм көтөүсе ғаиләһендә тыуған. Иртә етем ҡала: атаһы Ҡайсын бәләкәй саҡта уҡ мәрхүм була.

1926 йылда Түбәнге Чегем ауылы мәктәбенә уҡырға бара.

Мәктәпте тамамлағас, Нальчик педагогия техникумында белем ала.

1935—1939 йылдарҙа Ҡайсын Кулиев А. В. Луначарский исемендәге дәүләт театр һәм сәнғәт институтына уҡырға инә, бер үк ваҡытта М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.

1939 йылдан башлап Ҡабарҙы-Балҡар дәүләт институтында уҡыта.

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла, унда парашют-десант бригадаһында хеҙмәт итә.

1941 йылда Латвияға хәрби хеҙмәткә оҙатыла һәм һуғышты шунда ҡаршылай. Орел ҡалаһы янындағы ҡаты һуғыштарҙа яралана, госпиталгә эләгә. Һауығып сыҡҡас, илдең көньяҡ ҡалаларын фашистәрҙән азат итеүҙә ҡатнаша, яңынан яралана, госпиталдәрҙә оҙаҡ дауалана.

1945 йылда Ҡырғыҙстанға, ситкә һөрөлгән милләттәштәре янына, китә. рус шағиры Николай Тихонов тәҡдиме буйынса Яҙыусылар союзында эшләй. Һуғыш ваҡытында Сталин тарафынан балҡар халҡы депортацияланыу сәбәпле, уға яҙған әҫәрҙәрен баҫтырырға рөхсәт итмәйҙәр, шуға күрә күберәк ваҡытын тәржемә менән шөғөлләнеүгә бүлә.

1956 йылда тыуған яғына — Нальчикка ҡайта һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

1985 йылда Нальчикта вафат була.

Ҡайсын Кулиев шиғырҙары башҡорт шағирҙары Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Сафуан Әлибай һәм Шәриф Бикҡол тарафынан тәржемә ителде. 1971 йылда уның «Яралы таш» исемле шиғырҙар йыйынтығы Өфөлә башҡорт телендә донъя күрҙе. Уның тормошо һәм ижады тураһында Мостай Кәрим «Шағир донъяһы», Назар Нәжми «Таш һәм йөрәк» исемле мәҡәләләр яҙып баҫтырҙы.

Башҡорт әҙиптәре Ҡайсын Кулиев тураһында

үҙгәртергә

Башҡортса сыҡҡан китаптың исеме — «Яралы таш». Балҡар телендә сыҡҡан китаптың исеме лә шулай атала — «Жаралы таш», рус телен тәржемә ителеп, «Раненый камень» булып сыҡҡас. Ҡайсын Кулиев ошо китабы өсөн М. Горький исемендәге РСФСР дәүләт премияһының тәүге лауреаттарының береһе булды.

Ҡайсын Кулиев — күп милләтле ҙур совет поэзияһының кимәлен билдәләй торған бейеклек һәм шул уҡ ваҡытта башҡа бейеклектәрҙе лә сағыштырма рәүештә күрһәтеп тора алырлыҡ бер үлсәм.

Ҡайсын Кулиев тураһында яҙғанда йыш ҡына: «Беҙ Ҡайсын менән уның тыуған ерҙәренән тауҙар аша үткәндә…» — тип башлап китеүсәндәр. Дөрөҫ, Кавказдың экзотикаһы ғүмер-ғүмергә кешеләрҙең күңелен үҙенә тартҡан, ҡайһы бер шағирҙарҙы бөйөк шағир итеүҙә лә уның ҙур роль уйнауы сер түгел, ләкин ул ваҡытта күптәр Кавказға ҡунаҡ булып бармағандар. Бына хәҙер Ҡайсындың тыуған ерендә, уның йортонда булмаған дуҫтары юҡ шикелле. Мәҫәлән, беҙҙең Мостай Кәрим бер шиғырын: «Чегем шарлауығын бүләк итте миңә Ҡайсын», — тип башлап китә. Минеңсә, был шиғыр Мостай Кәрим тарфынан уйлап сығарылмаған, дөрөҫөрәге, уйлап табылмаған, ә тормош үҙе биргән шиғыр, Ҡайсын бүләк иткән шиғыр. «Чегем шарлауығын бүләк итте миңә Ҡайсын…» Ҡалай ул Ҡайсындың натураһын, уның күңелен, уның бөтә барлығын кәүҙәләндерә! Тормошта ла, шиғриәттә лә йомарт күңелле шул ул. Н. Нәжми. Таш һәм йөрәк.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Яралы таш: шиғырҙар (башҡорт телендә). Өфө, 1971;

Маҡтаулы исемдәре, наградалары, исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Кәрим М. Шағир донъяһы // Ағиҙел. 1967, № 10;
  • Нәжми Н. Таш һәм йөрәк // Кем уйлаған: әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре. — Өфө, 1983;