Кулешовка (Ростов өлкәһе)
Кулешовка — Ростов өлкәһе Азов районының Кулешовка ауыл биләмәһенең административ үҙәге ауылы. Был ауыл биләмәһенә Тимирязев ҡасабаһы ла инә[1].
Ауыл | |
Кулешовка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 86342 |
Почта индексы |
346779 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географияһы
үҙгәртергәКулешовка «Азов—Ростов» трассаһында бик уңайлы урында урынлашҡан, уның өлкә һәм район үҙәге менән авто- һәм тимер юл бәйләнеше бар.
Яҡын тораҡ пункттар:
- Новоалександровка (1,7 км),
- Высочино (9,8 км),
- Зелёный Мыс (7,3 км),
- Платоно-Петровка (10,2 км),
- Тимирязевский (15 км Азовтан)
Урам
үҙгәртергә
|
|
|
Тарих
үҙгәртергәАзовка йылғаһының һул ярындағы Лебяжье күле янындағы койсуг утарҙарынан 1834 йылда утар бүленеп сыҡҡан, уға Кулешовка тигән рәсми атам бирелә Екатеринослав губернаһы Ростов округының Батайский улусының Кулешовка ауылының 1857 йылда төҙөлгән планында , ғибәҙәт йорто төҙөү өсөн урын билдәләнә. Кулешовка ауылында Георгий Победоносец сиркәүе 1861 йылда булған тигән мәғлүмәт бар.
Ҡасаба 1980 йылдың уртаһында Азов балалар туҡланыу комбинаты хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында төҙөлә башлай. 2007 йыл комбинат бөтөнләй юҡҡа сығарыла. Быға тиклем ул Азов районының иң ҙур сәнәғәт предприятиһы була.
Ростов өлкәһе Кулешовка ауылында янғын һүндереү бүлеге (« Ростов өлкәһе Федераль янғын хеҙмәтенең 40 отряды») 2009 йылдың иң яҡшы Рәсәй махсуслаштырылған янғын һүндереү подразделениеһы булып таныла. Бында стандарт янғын һүндереү ҡорамалдарынан тыш хатта янғын һүндереүсе танк бар.
Халыҡ
үҙгәртергәХалыҡ һаны, кеше | |||||
---|---|---|---|---|---|
1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010[2] |
− | − | − | − | 690 14 | 692 13 |
Иҡтисад
үҙгәртергәСәнәғәте
үҙгәртергә- ЗАО «Рыбопитомник».
- СХА (колхоз) «Кулешовский».
- АТП ЗАО «Кулешовский».
- Завод «Кока-кола»
- ООО «РМЗ Кулешовский».
Транспорт
үҙгәртергә- Микроавтобус «Кулешовка—Дондағы Ростов» (йөрөү хаҡы 49 һум).
- Микроавтобус «Кулешовка—Азов» (йөрөү хаҡы 27 һум).
Социаль сфера
үҙгәртергәБелем
үҙгәртергә- Урта мәктәбе № 16.
- Урта мәктәбе № 17
- Технология һәм эшҡыуарлыҡ һөнәри лицейы.
- Балалар баҡсаһы «Лакомка».
- Балалар баҡсаһы «Еләк».
- Балалар баҡсаһы № 52 «Матрешка».
Мәҙәниәт
үҙгәртергә- Район мәҙәниәт йорто
Йәмәғәт ойошмалары
үҙгәртергә- Георгий храмы,
- Азов районының балиғ булмаған балалар өсөн социаль-реабилитация уҙәге,
- «Ҡаласыҡ» балалар театр -студияһы.
Спорт
үҙгәртергә- Азов ААЙ «Кентавр» спорт клубы
- Үлән хоккейы.
- «Кулешовка» футбол клубы.
Иҫтәлекле урын
үҙгәртергә- Мемориаль комплеклы тарих һәйкәле Кулешовка ауылы эргәһендә (Аҙау районы Ростов өлкәһе), Ростов -Азов шоссеһы янында урынлашҡан. Өлкә башҡарма комитетының16-сы ҡарарына ярашлы 1988 йылдың 25 ғинуарында урындағы категория һаҡлау объекты булды[3].
- Һәләк булған летчиктар һәйкәле — мемориаль комплекстың бер өлөшө, һәйкәл тарихы, Ростов -Азов шоссеһы янында урынлашҡан. Урындағы тарихи ҡомартҡы категорияһы уға 1998 йылдың 25 ғинуарында бирелә[4].
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған летчиктарҙың туғандаштар ҡәбере-тарихи һәйкәл һәм мемориалдың бер өлөшө Кулешовка ауылының Ростов-Азов шоссеһында урынлашҡан. Урындағы һаҡлауға алынған объект категорияһы уға өлкә башҡарма комитетының 16-се ҡарарына ярашлы 1988 йылдың 25 ғинуарында бирелә[5].
- Чернобыль һәләкәте ҡорбандарына һәйкәл — ул 2014 йылдың 26 апрелендә һәләкәттең 28 йыллығына асылған. Изге Георгий Победоносец ҡорамының иерейы Святослав Баденков мемориалды изгеләндерә. Был тантанала урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм Чернобыль АЭС-ндағы һәләкәтте бөтөрөүселәрҙең ғаилә ағзалары ҡатнаша[6].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Устав. 2017 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам по результатам переписи 2010 2013 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Мемориальный комплекс 2017 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Памятник погибшим летчикам 2017 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Братская могила летчиков, погибших в годы Великой Отечественной войны 2017 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Открыт и освящен памятник жертвам Чернобыльской катастрофы в селе Кулешовка 2017 йыл 19 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Село Кулешовка 2017 йыл 25 апрель архивланған.
- Новости села
- Кулешовская пожарная часть в Ростовской области признана лучшей юге России
- ЗАО «Рыбопитомник»(недоступная ссылка)
- Ростовская епархия Русской Православной Церкви(недоступная ссылка)
- Детский сад в селе Кулешовка внедрил нестандартную оздоровительную программу 2008 йыл 5 октябрь архивланған.
- Официальный сайт Кулешовского сельского поселения 2017 йыл 26 апрель архивланған.