Кузнецова Агния Александровна
Агния Александровна Кузнецова— урыҫ совет балалар яҙыусыһы.
Кузнецова Агния Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Псевдоним | Агния Кузнецова[1] |
Тыуған көнө | 12 (25) февраль 1911 |
Тыуған урыны | Иркутск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 ноябрь 1996 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Георгий Мокеевич Марков[d] |
Балалары | Екатерина Георгиевна Маркова[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, балалар яҙыусыһы |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Жанр | повесть[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1911 йылдың 12 (25 февраль) февралендә Иркутскиҙә аҡ офицер Кузнецов Александр Николаевич ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте һәм А. А. Жданов исемендәге Ленинград университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Иркутск радиокомитетында, Ленинградта һәм Новосибирскиҙә йәштәр һәм балалар гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1943—1946 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзының Иркутск бүлексәһендә яуаплы секретарь була. 1956 йылдан Мәскәүҙә йәшәй.
1996 йылдың 12 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында, ире, яҙыусы Георгий Марков эргәһендә ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- ире — яҙыусы Георгий Марков(1911—1991).
-- ҡыҙы — яҙыусы Ольга Маркова. Ольга Маркованың балалары — журналист Марина Маркова (1960), Ксения Маркова (1973).
-- ҡыҙы — артист Екатерина Маркова. Екатерина Маркованың балалары — тарихсы Филипп Тараторкин, артист Анна Тараторкина.
Ижады
үҙгәртергәТәүге хикәйәләр китабы 1932 йылда Новосибирскиҙа сыға.
Әҫәрҙәре «Новая Сибирь» альманахында, «Роман-газета», «Юность» һәм башҡа матбуғат баҫмаларында баҫылып сыға. Бөтә ижади эшмәкәрлеге дауамында балалар тураһында, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙа. Очерктар, повестар һәм хикәйәләр авторы.
Кузнецова ижадының юғары нөктәһе — «Земной поклон» повесы, педагог хеҙмәтен данлауға һәм идеаль уҡытыусы образын тыуҙырыуға арналған[2]
Пушкин темаһы менән шөғөлләнә, «Моя мадонна» китабы Наталья Гончарова һәм Пушкиндың балалары тураһында повестарҙы берләштерә.
Әҫәрҙәре сит телдәргә тәржемә ителгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Н. К. Крупская исемендәге РСФСР дәүләт премияһы. (1977) —«Земной поклон» повесы өсөн,
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)[3]
Һайланма библиография
үҙгәртергә- В Чулымской тайге. — Иркутск, 1939
- Чёртова дюжина. — Иркутск, 1946
- Твой дом. — Новосибирск, 1951
- Жизнь зовёт. — Красноярск, 1958
- Честное комсомольское. — М., 1959
- Свет-трава. — М., 1967
- Мы из Коршуна. — М., 1970
- Ночевала тучка золотая… — М., 1971
- Много на земле дорог. — М., 1972
- Земной поклон. — впервые в журнале «Октябрь», 1976
- Под бурями судьбы жестокой. — Пермь, 1979
- Достоинство: Повести. — М.: Мол. гвардия, 1980. — 446 с. — 200000 экз.
- Собрание сочинений: В 3-х томах. — М.: Дет. литература, 1982—1984. — 543+447+718 с. — 100000 экз.
Хәтер
үҙгәртергә- Иркутскиҙә Агния Кузнецова йәшәгән йортҡа, уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://feb-web.ru/feb/masanov/man/06/man10463.htm
- ↑ Русские детские писатели XX века. — С. 247.
- ↑ Агния Кузнецова 2013 йыл 14 май архивланған. на сайте Писатели Приангарья — детям
- ↑ В Иркутске установят мемориальные доски сибирским писателям Георгию Маркову и Агнии Кузнецовой . Дата обращения: 23 март 2017. Архивировано 24 март 2017 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абрамович А. Ф. А. А. Кузнецова: Биогр. очерк // Литературная Сибирь. — Иркутск: Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1971. — С. 190—193. — 336 с. — 5000 экз.
- Писатели Восточной Сибири: Биобиблиографический указатель. — Иркутск: Вост.-Сиб. кн. изд-во, 1973. — С. 133—134. — 332 с. — 5000 экз.
- Разумневич В. А. Проводы в совершеннолетие: Очерк творчества А. Кузнецовой. — М., 1974.
- Розова И. А. Кузнецова Агния // Русские детские писатели XX века: Биобиблиографический словарь. — М.: Флинта; Наука, 1997. — С. 247—248. — ISBN 5-02-011304-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Агния Кузнецова на сайте Иркипедия
- Агния Кузнецова на сайте Писатели Приангарья — детям