Кузаева Дамира Нәжмийән ҡыҙы

Кузаева Дамира Нәжмийән ҡыҙы (16 май 1948 йыл — 20 декабрь 1993 йыл) — театр актёры. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984), ТАССР-ҙың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979).

Кузаева Дамира Нәжмийән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 16 май 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Төнгәк ауылы, Барҙы районы, Пермь өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 декабрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (45 йәш)
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Әлмәт татар драма театры[d]
Уҡыу йорто Ҡазан театр училищеһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Татар АССР-ының халыҡ артисы заслуженный артист Татарской АССР Государственная премия Республики Татарстан имени Габдуллы Тукая

Биографияһы

үҙгәртергә

Дамира Нәжмийән ҡыҙы Кузаева 1948 йылдың 16 майында Пермь крайы Барҙы районы Төнгүк ауылында тыуған. Тарихи сығанаҡтар буйынса Төнгүк — моноэтник башҡорт ауылы[1]. Бала саҡтан сәхнәне үҙ итә, мәктәп йылдарынан концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. 1964 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай.

Актерлыҡ эшмәкәрлеген Әлмәт тетары ҡарамағындағы студияла башлай, уны махсус белеме булмаған йәштәр өсөн баш режиссер Ғ. Йосопов ойоштора.

1970 йылда Ҡазан театр училищеһын (М. Х. Сәлимьянова курсы) тамамлай[2] һәм Әлмәт театрына ҡайта. Йәш, талантлы актриса бик тиҙ популярлыҡ яулай, театр примаһына әүерелә[3].

1976 йылдың 17 сентябрендә Кузаева Дамираға «Татар АССР-ының тҡаҙанған артисы» исеме бирелә. 1979 йылдың 25 апрелендә «Ай булмаһа, йондоҙ бар» спектаклендә Мәҙинә ролен башҡарған өсөн ул республиканың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

1976 йылда III Республика театрҙар смотрында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә. Театр сәнғәте үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн 1986 йылда «Татар АССР-ының халыҡ артисы» исеме бирелә.

Артабан тормош шарттары арҡаһында ул театрҙан китергә мәжбүр була. Ҡазандағы Тинчурин исемендәге театрға, Мәскәүгә юғары режиссерлыҡ курсына барыу теләктәре тормошҡа ашмай. Мәктәптә, телевидениела эшләй.

1993 йылдың декабрендә көтмәгәндә вафат була, тыуған ауылы Төнгүк зыяратында ерләнгән. Урындағы мәктәп уҡыусылары уның ҡәберен тәртиптә тота.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1976)
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984)
  • Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1979)

Дамира Кузаева иҫтәлегенә йыл һайын ауыл мәҙәниәт йортонда театр сәнғәте конкурсы уҙғарыла[4].

2016 йылдың авгусында театр спектаклдәрендә иң яҡшы ижади эштәрҙе асыҡлау, таныу һәм дәртләндереү маҡсатында, профессиональ оҫталыҡты һәм актер профессияһының абруйын күтәреү өсөн Кузаева Дамира исемендәге премия булдырылған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. — 703с. илл. ISBN 0-9530650-3-0

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  2. Мир Тукая
  3. Казанский театральный музей 2022 йыл 14 ғинуар архивланған.
  4. [1] МАОУ «Тюндюковская средняя общеобразовательная школа» Бардымского муниципального района Пермского края