Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы
Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы (10 март 1904 йыл — 30 октябрь 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.
Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Үлгән ваҡыты | ||||
Вафат урыны |
Башҡорт АССР-ы | |||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942—1945 | |||
Хәрби звание | ||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәМорат Ғәлләм улы Ҡужаҡов 1904 йылдың 10 мартында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе[1] Иҫке Мораптал ауылында тыуған.
1929 йылда Көйөргәҙе районының В. И. Чапаев исемендәге колхозында эшләй башлай.
1942 йылдың апрель башында Сталинград, Үҙәк һәм 1-се Украина фронтында хеҙмәт итә. «Советтар Союзы Геройы» исеменә 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58-се гвардия полкының отделение командиры гвардия өлкән сержанты Ҡужаҡов 1943 йылдың 27 сентябренә ҡараған төндә Белорус ССР-ы Нивки ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.
1945 йылда демобилизацияланғандан һуң 1964 йылға тиклем Көйөргәҙе районының С. М. Киров исемендәге колхозында эшләй: 1953 йылға тиклем — рәйес, 1953—1957 йылдарҙа — бригадир.
1986 йылда Өфө ҡалаһында вафат була. Иҫке Мораптал ауылында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (15.01.1944)[2];
- Ленин ордены (1944);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3].
Хәтер
үҙгәртергә- Тыуған ауылында бер урам Морат Ҡужаҡов исемен йөрөтә.
- Б. Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе бинаһына Герой ҡаһарманлығына, яҡты рухына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- М. Ғ. Ҡужаҡовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
- 2014 йылдың 18 мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡовтың Хәтер кисәһе үткәрелде. Кисәлә уның туғандары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм 112-се Башкавдивизия ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыу йорттары уҡыусылары, Геройҙың балалары, ейәндәре үҙ хәтирәләре менән бүлештеләр, концерт программаһында ҡатнаштылар. Башкавдивизия ветераны Ғәле Кинйәкәев Геройҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләне[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ [1]В Уфе почтили память Героя Советского Союза Мурата Кужакова
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы . «Герои страны» сайты.
- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.