Кроль Михаил Борисович

Михаил Борисович Кроль (18791930) — ғалим-медик, невропатолог; Белорус ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1931),, СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1939), БССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1931, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — РСФСР[2]); совет неврология мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Кроль Михаил Борисович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 2 март 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Минск, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 6 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип, невролог
Эшмәкәрлек төрө неврология[d]
Эш урыны медицинский факультет Белорусского государственного университета[d]
Белорусский государственный медицинский университет[d]
Институт экспериментальной медицины[d]
Журнал неврологии и психиатрии им. С. С. Корсакова[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме академик Академии наук БССР[d], Члены-корреспонденты РАН за всю историю существования[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Марков, Даниил Александрович[d]
Уҡыусылар Марков, Даниил Александрович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель науки Белорусской ССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Васильевич Кроль 1879 йылдың 18 февралендә (2 март) Минск ҡалаһында мещан ғаиләһендә тыуған.

1896 йылда Либава гимназияһын миҙал менән тамамлай һәм Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға инә, уны 1901 йылда тамамлай. Л.С.Минор етәкселегендә Алексеев амбулаторияһының неврология кабинеты невропатологы булып эшләй, бер үк ваҡытта Мәскәүҙә Яуза дауаханаһының неврология бүлеге ординаторы булып эшләй (1901—1906 йылдарҙа). Һуңғараҡ, 1906—1909 йылдарҙа — Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында нервы ауырыуҙары кафедраһы хеҙмәткәре (1906—1909 йылдарҙа), 1909-1914 йылдарҙа — кафедра ассистенты.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, 1914 йылдан алып 1917 йылға тиклем, Кроль — Минскта Ҡыҙыл тәре һәм Ҡыҙыл ярымай психиатрия пункты мөдире була.

Октябрь революцияһынан һуң, 1917—1921 йылдарҙа, Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында ассистент, һуңынан нервы ауырыуҙар кафедраһы доценты булып эшләй.

1918 йылда «Материалы к изучению апраксий» темаһы буйынса диссертация яҡлай, медицина фәндәре докторы була [3] һәм профессор булып раҫлана (1918 йыл).

1923 йылда М. Б  Кроль В. И. Лениндың дауалаусы табибы була[4]

1921 йылда, РСФСР мәғариф халыҡ комиссариаты бойороғо буйынса М Б Кроль Минскта Белорус дәүләт университетын ойоштороу буйынса хөкүмәт комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә һәм был университеттың нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире һәм медицина факультеты деканы итеп һайлана[5]

1931 йылда медицина Белоруссия академияһының мөхбир ағзаһы һәм Белорус ССР-ы Халыҡ һаулыҡ һаҡлау комитетының Ғилми медицина советы рәйесенең урынбаҫары булып һайлана.

1932 йылда Мәскәүгә ҡайта һәм 2-се Мәскәү медицина институтының нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире була. Бер үк ваҡытта Бөтә Союз эксперименталь институттың нервы ауырыуҙары клиникаһы директоры һәм был институттың клиника секторы директоры була.

1933 йылда клиник тәжрибә һәм фәнни күҙәтеүҙәр нигеҙендә М.Б. Кроль «Нервно-патологические синдромы» монографияһын яҙа, ул һуңынан немец һәм испан теленә тәржемә ителә (1936 йылда китаптың тулыландырылған варианты нәшер ителә)[3].

1934 йылдан 1938 йылға тиклем СССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының 4-се Баш идаралығы дауаханаһынжа баш табип булып эшләй (Кремль дауаханаһы).

1935 йылда М.Б.Кроль Лондонда 2-се Халыҡ-ара неврология конгресында совет делегацияһын етәкләй.

1937 йылда М. Б Кроль М.С.Маргулис һәм Н.И.Проппер «Учебник нервных болезней» китабының беренсе томын яҙыуҙы тамамлай[6].

1938 йылдың йәй-көҙөндә Хәсән күлендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армияның яралы хәрби хеҙмәткәрҙәрен дауалауҙа ҡатнаша[7]. Артабан, армия хәрби хеҙмәткәренең яраларын анализлауҙа ҡатнаша[8].

1939 йылдың яҙында М. Б. Кроль 2-се Мәскәү медицина институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бал ҡорто ағыуы нигеҙендә ишиасты дауалау өсөн ике йылға һуҙылған препараты төҙөү буйынса эште тамамлай[9]. Шулай уҡ, 1939 йылда  М.С. Маргулис һәм Н.И. Гращенков менән берлектә М.Б. Кроль  «Учебник нервных болезней» хеҙмәтен яҙып бөтә, ул өс тапҡыр ҡабатлап баҫылып сыға[3].

Фәнни эшенән тыш, М Б Кроль йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Күп тапҡыр Мәскәү Советының депутат итеп һайлана. Невропатологтар һәм психиатрҙарҙың Бөтә Союз һәм Мәскәү йәмғиәттәре рәйесе була.

Мәскәүҙә Фрунзе урамының 15 һәм Ер Валы урамының 14/1 йорттарында йәшәгән.

1939 йылдың 6 авгусында Мәскәүҙә вафат була. Кәүҙәһе Новодевичье зыяратының колумбарияһында ерләнә.

1932 йылдан һәм ғүмеренең аҙағына тиклем Михаил Кроль «Невропатология и психиатрия» журналының яуаплы мөхәррире була. Шулай уҡ Ҙур медицина энциклопедияһының беренсе баҫмаһының «Неврология, невропатология, психиатрия, психология» мөхәрририәте бүлеге мөхәррире була[3].

М.Б.Кроль етәкләгән клиникаларҙа уға мемориаль таҡталар һәм бюст ҡуйылған.

Библиография

үҙгәртергә

М. Б. Кроль 120-нән ашыу, шул иҫәптән, өс монография баҫтырып сығара.

  • Тонические рефлексы при гиперкинезах // «Казанский медицинский журнал», № 6-7, 1927
  • М. Б. Кроль. Нервно-патологические синдромы. (1933)
  • Учебник нервных болезней. М. — Л., 1939
  • Краткие сведения о клещевом (весенне-летнем) энцефалите / сост. Е. Н. Павловский, М. Б. Кроль, А. А. Смородинцев. М. — Л., Медгиз, 1940.
  • Руководство по неврологии, т. 1 — 5. М. — Л., 1940—1941

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Кроль Михаил Борисович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Кроль Михаил Борисович // Летопись Московского университета
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Кроль Михаил Борисович // Большая медицинская энциклопедия. / редколл., гл. ред. Б. В. Петровский. 3-е изд. том 12. М., издательство «Советская энциклопедия», 1980. стр.143-144
  4. Кроль Михаил Борисович
  5. БГМУ — Ректоры университета 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  6. М. Б. Кроль, М. С. Маргулис, Н. И. Проппер. Учебник нервных болезней. том 1. Биомедгиз, 1937—483 стр.
  7. «в обследовании больных принял участие директор клиники академик М. Б. Кроль, который недавно возвратился с Дальнего Востока, где он оказал огромную помощь бойцам, раненым у озера Хасан»
    Герои хасанских боев в Москве // «Красная звезда», № 240 (4090) от 17 октября 1938. стр.1
  8. академик М. Кроль. Герои Хасана // «Известия», № 244 (6711) от 18 октября 1938. стр.3
  9. Лечение пчелиным ядом // журнал «Вокруг света», № 4, 1939. стр.23
  • Н. И. Проппер-Гращенков. М. Б. Кроль. // «Вестник АН СССР», № 8—9, 1938.
  • Республика Беларусь: Энциклопедия: В 6 т. / Г. П. Пашков;. — Минск: «Беларуская Энцыклапедыя» iмя Петруся Броўкi, 2008. — Т. 4. — С. 309. — 768 с. — ISBN 978-985-11-0425-9.
  • Кроль Міхаіл Барысавіч // Беларусь: энцыклапедычны даведнік / Рэдкал. Б. І. Сачанка (гал. рэд.) і інш.; Маст. М. В. Драко, А. М. Хількевіч. — Мінск: БелЭн, 1995. — С. 402. — 800 с.: іл. — 5000 экз. (белор.)ISBN 985-11-0026-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә