Кривянская станицаһы

Кривянская — Ростов өлкәһе Октябрь районындағы станица.

Станица
Кривянская
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Октябрь

Ауыл биләмәһе

Кривянское

Координаталар

47°23′42″ с. ш. 40°10′05″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Зеленков Леонид Георгиевич

Нигеҙләнгән

1705

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1746

Майҙаны

151,73 км²

Халҡы

10 423 кеше (2010)

Телефон коды

+7 86360

Почта индексы

346466

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 241 840 001

ОКТМО коды

60 641 440 101

Рәсми сайт

krivyanskoe.ru

Кривянская (Рәсәй)
Кривянская
Кривянская
Кривянская станицаһы (Ростов өлкәһе)
Кривянская

Ҙурлығы буйынса районда өсөнсө урынды биләгән Кривянский ауыл биләмәһенең административ үҙәге булып тора.

Халҡы — 10 423 кеше (2010 йылдағы иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса).

Бөгөн станицала 3240 йорт, унда 10337 кеше йәшәй (станица хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса)[1].

Географияһы

үҙгәртергә

Станица Аксай йылғаһы янында (Дон йылғаһына ҡоя) Новочеркасск ҡалаһынан 3 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Яҡындағы тимер юл станцияһы Новочеркасскиҙә.

Кривянский станицаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалыныуы билдәһеҙ. Шуныһы билдәле: ул Кривчик йырыны дуғаһының тышҡа табан бөгөлгән урынындағы утарҙан күсеп ултырған һәм 1778 йылда Кривой Стан тип аталған. 1790 йылда башҡа ике тиҫтә дон казактары утарҙары менән бер рәттән Кривой стан утары Кривянская станицаһы статусын ала.

21 июль, 1776 йыл. Элекке бәләкәй генә 1747 йылда төҙөлгән ағас сиркәү урынына ҙур ағас сиркәүгә нигеҙ һалынған. Уның сиркәү манараһы Пресвятая Владычица Богородицаһы һәм Приснодева Мария Покровы хөрмәтенә шулай уҡ төҙөлә. 30 сентябрь, 1777 йыл -сиркәүҙе изгеләндергәндәр[2].

Черкасск округының 18201821 йылғы статистика иҫәпләүендә станицала 213 ағас йорт күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта ауылда 578 ир-ат, 200 ваҡытлыса йәшәүсе һәм 483 ҡатын-ҡыҙ була. Был статистик тасуирламала шулай уҡ станицаның берҙән-бер урамы булыуы һәм уның төҙ булмаһа ла, киң һәм оҙон булғанлығы тураһында яҙыла.

XIX быуат аҙағында станицала 7 мең кеше йәшәй.

1891 йылда[3] станицала К. Ф. Кюнцель проекты буйынса яңы сиркәү һалына башлай. 1892 йылда төҙөлөш тамамлана, һәм сиркәү епископ Тихон Задонский хөрмәтенә Тихон сиркәүе тип атала. 11 октябрь 1892 йыл — сиркәүҙе изгеләндерәләр.

Бер аҙ ваҡыт Кривянская станицаһы Кривянский районының административ үҙәге була. Ул 1938 йыл аҙағында Ростов өлкәһе составында ойошторола. 1944 йылда район бөтөрөлә, уның территорияһы Ростов өлкәһе Новочеркасский районына күсә.

2005 йылда станица үҙенең 300 йыллығын билдәләне[4].

Станица халҡының төп эшмәкәрлегенең төре — йәшелсә культуралары үҫтереү.

Бында «Кривянский» крәҫтиән-фермер хужалығы, балыҡ комбинаты, кирбес заводы, «ЮгСинтезКолор» лак буяуҙары кәсепханаһы бар. Станицанан 2 км өҫтәрәк Новочеркасск ГРЭС-ы тора.

Белем биреү

үҙгәртергә

Станица территорияһында 2 урта мәктәп бар:

  • Мәктәп № 72;
  • Мәктәп № 73.

Иҫтәлекле урын

үҙгәртергә
  • Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан казактар һәйкәле.
  • 2016 йылда асылған алтын менән ялатылған көмбәҙле һәм тәреле Часовня Всех Святых.
  • 1891 йылда төҙөлгән Изге Тихон Задонский сиркәүе. 1892 йылдың 11 октябрендә элекке Дон һәм Новочеркасск Архиепискобы Высокопреосвященнейший Макарий сиркәүҙе изгеләндергән.Ғибәҙәтхана проекты авторы— өлкә инженер — архитекторы, Дон Ғәскәре өлкәһенең төҙөлөш бүлеге начальниге Карл Федорович Кюнцель.
  • Пресвятая Богородица Покровы сиркәүе. Реставрацияла тора.
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтар мемориалы. Мемориаль стела таш постаментта тора. Унда ике һалдаттың һыны ҡуйылған, уларҙың береһе ҡулында байраҡ, ә икенсеһе теҙләнгән көйөнсә ҡулында автомат тотҡан.
  • Советтар Союзы Геройы Василий Ефимович Стаценко (19621967) һәйкәле. Ул Кривянская станицаһының үҙәгендә тора. Бөйөк Ватан һуғышында Стаценко разведчик булып хеҙмә итә. Ул үҙ ротаһы составында 1945 йылдың февралендә Польша янында Рушендорф тораҡ пунктында дошман контратакаһын кире ҡаға һәм дошмандың 60 кешеһен юҡ итә. Һуғыштан һуң ул «Кривянский» совхозында эшләй. 1967 йылда Стаценко Кривянская станицаһында ерләнгән[5].
  • Беренсе бөтә донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл 2014 йылда станицала асылған. 140 мең самаһы дон казактары Беренсе бөтә донъя һуғышы фронттарында һуғыша. 30 меңгә яҡын казак георгий кавалерҙары була[6].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  •   Стаценко Василий Ефимович[7] (1922—1967) — Советтар Союзы Геройы. Станица урамы уның исемен йөрөтә.
  •   Сухорученко Петр Николаевич (1927) — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Полковников Петр Васильевич (1850—1906) — генерал-майор, Кривянский станицаһы дон казактары дворяны.
  • Полковников Юрий Петрович (1883—1918) — Рәсәй хәрби эшмәкәре, Петроград хәрби округының баш командующийы (сентябрь — октябрь, 1917 йыл), һуңғы хәрби дәрәжәһе — полковник.
  • Бобриков Степан Леонидович (1874—1931) — Рәсәйҙең хәрби генерал-майоры, Дон ғәскәре дворяны, офицер улы, Кривянская станицаһы казағы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә