Крашенинников Ипполит Михайлович
Ипполит Михайлович Крашенинников (19 сентябрь (2 октябрь) 1884 йыл — 27 октябрь 1947 йыл) — СССР ботанигы һәм фитогеографы.
Крашенинников Ипполит Михайлович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 19 сентябрь (1 октябрь) 1884 |
Тыуған урыны | Силәбе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 1947 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ботаник, географ |
Эшмәкәрлек төрө | ботаника, география[2] һәм география растений[d][2] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү университетының физика-математика факультеты М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Образцы хранятся в | Тәбиғәт фәне музейы[d][3], Масарик университеты[4], Вена университеты[5], Институт ботаники НАН РА[d][6] һәм Йена университеты[d][7] |
Биографияһы
үҙгәртергәИпполит Михайлович Крашенинников 1884 йылдың 19 сентябрендә (2 октябрь) Силәбе сауҙагәре ғаиләһендә тыуа. Мәскәү ҡалаһының Реаль училищеһында уҡый, 1905 йылда Мәскәү юғары техник институтына уҡырға инә, әммә уҡыуын Мәскәү университеты физика-математика факультетының тәбиғи бүлегендә дауам итә һәм факультетты 1914 йылда тамамлай. Һуңынан 5 йыл дауамында Санкт-петербург Ботаника баҡсаһында эшләй. 1920 йылда Дон политехник институтында ассистент була. 1920—1921 Крашенинников Новочеркасск педагогия институтында уҡыта, аҙаҡ Мәскәүгә күсеп, Төп Ботаника институты хеҙмәткәре булып китә.
Ипполит Крашенинников Уралға бик күп фәнни экспедициялар ойоштороусы һәм ҡатнашыусы була. 1905 йылда ул Урал аръяғына Мәскәүҙең тәбиғи фәндәрҙе яратыусылар йәмғиәте тарафынан күлдәрҙе тикшерергә ебәрелә. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан территорияһында таралыуын һәм характерын билдәләүсе дөйөм физик‑географик шарттарҙы өйрәнә, үҫемлектәрҙең зональ төрҙәрен тасуирлай, Көньяҡ Уралға, Урал аръяғына һәм Урал алдына ботаник‑географик районлаштырыу үткәрә. 1909 йылда Крашенинников Аргунь бассейнын тикшерә. 1928—1931 һәм 1934—1936 йылдарҙа ул Фәндәр академияһының Урал экспедицияһына етәкселек итә.
1934 йылдың көҙөндә Крашенинников биология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1939 йылдың декабрендә профессор исеме ала.
Ипполит Михайлович Крашенинников 1947 йылдың 27 октябрендә Ленинградта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Хәтер
үҙгәртергәМәскәү дәүләт университетының Ер ғилеме музейында (Төп бинаның 24-се ҡатында) И. М. Крашенинниковтың бюсы ҡуйылған[8].
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең төрө И. М. Крашенинников хөрмәтенә аталған:
- Hippolytia Poljakov, 1957
- Acanthophyllum krascheninnikovii Schischk., 1936
- Artemisia hippolyti Butkov, 1941
- Astragalus krascheninnikovii Kamelin, 1981
- Brachanthemum krascheninnikovii Rubtzov, 1949 [≡ Cancriniella krascheninnikovii (Rubtzov) Tzvelev, 1961 — Канкриниелла Крашенинникова]
- Carex krascheninnikovii Kom. ex V.I.Krecz., 1941
- Gypsophila krascheninnikovii Schischk., 1932
- Juno hippolyti Vved., 1941 [≡ Iris hippolyti (Vved.) Kamelin, 1981]
- Jurinea krascheninnikovii Iljin, 1924
- Lepidolopha krascheninnikovii Kovalevsk. & Safral., 1984
- Minuartia krascheninnikovii Schischk., 1937
- Oxytropis hippolyti Boriss., 1936 — Остролодочник Ипполита
- Plantago krascheninnikovii Ye.V.Serg., 1961 — Подорожник Крашенинникова
- Rubia krascheninnikovii Pojark., 1958
- Senecio krascheninnikovii Schischk., 1953
- Tanacetum krascheninnikovii Nevski, 1937 [≡ Tanacetopsis krascheninnikovii (Nevski) Kovalevsk., 1962]
- Vicoa krascheninnikovii Kamelin, 1976 [≡ Pentanema krascheninnikovii (Kamelin) Czerep., 1981]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — doi:10.5281/ZENODO.10080503
- ↑ 2,0 2,1 Krašeninnikov, Ippolit Michajlovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://w.jacq.org/W20180012965
- ↑ https://brnu.jacq.org/BRNU391099
- ↑ https://wu.jacq.org/WU0072653
- ↑ https://ere.jacq.org/ERE0012022
- ↑ https://je.jacq.org/JE00015507
- ↑ Музей Землеведения МГУ — Крашенинников Ипполит Михайлович
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Крашенинников, Ипполит Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 51 т.] / гл. ред. С. И. Вавилов. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1949—1958.
- Боже. В. С. Летописцы земли уральской: материалы к истории челябинского краеведения / Центр ист.-культ. наследия г. Челябинска. — Челябинск, 1997. — С. 151. — 173 с.
- Гуков, Г. В. Ипполит Михайлович Крашенинников // Чьё имя ты носишь, растение?. — Владивосток: Дальнаука, 2001. — С. 232—234. — 398 с.
- Крашенинников Ипполит Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.