Краснощёково (Ырымбур өлкәһе)

Краснощёково (рус. Краснощёково) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы ҡасаба.

Краснощёково
Ил

Рәсәй

Координаталар

51°17′ с. ш. 57°19′ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

53 224 807 002

Код ОКТМО

53 714 000 201

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Краснощёково (Рәсәй)
Краснощёково
Краснощёково

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡасаба Ильинка ауылынан 10 саҡрым көнбайыштараҡ, Грязнушка йылғаһының Һаҡмар ҡушылдығы Ҡарайылғаға ҡойған еренә яҡын урынлашҡан[1].

Климаты

Краснощёков ҡасабаһы климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[2].

Сәғәт бүлкәте
 
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Краснощёков ҡасабаһы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3].

[4].

Ҡасаба 1932-се йәки 1933 йылда «Ильинский» совхоз ойошторолған мәлдә барлыҡҡа килгән. 1940-сы йылдарҙа ҡасаба — Медногорск «Уралэлектромотор» заводының ярҙамсы хужалығы була, 1950-се йылдарҙа үҙаллы «Свиновод» хужалығы булараҡ эш итә[1].

1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Ильинский» совхозының һөтсөлөк фермаһы ҡасабаһы Краснощёково тип атала башлай[5].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында, 1960-сы йылдарҙа элгәре совхоз исеме менән Ильинский тип аталып йөрөгән ҡасабаның атамаһы Краснощёков Краснощёков (рус. Краснощёково) тип үҙгәртелеүе тураһында яҙа. Краснощёков Михаил Минович (1888—1966) — Орск ҡыҙыл гвардия отряды командиры, Октябрь революцияһында һәм граждандар һуғышында ҡатнашҡан, 1918 йылда ошо урындарҙа барған яуҙарҙа һуғышҡан — ҡасабаға яңы исем уның хөрмәтенә бирелгән[6]

Халыҡ иҫәбе
2010[7]
516

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  3. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  5. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
  6. В 1960-х годах переименован в Краснощёково в честь Михаила Миновича Краснощёкова (1888—1966) — участника революции и Гражданской войны, командира Орского красногвардейского отряда, который сражался в этих местах в 1918 г. — Стрельников С.М Кувандыкский край в географических названиях — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.