Красноусол (шифахана)

Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты

Красноусол — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1924 йылда нигеҙ һалына башлай. Өфө ҡалаһынан 146 км алыҫлыҡта, Красноусол йылғаһы янында, диңгеҙ кимәленән 135 метрҙа урынлашҡан[1].

Красноусол
Нигеҙләү датаһы 1924
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Красноусол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

Дауалау йүнәлештәре

үҙгәртергә

Красноусол бальнеологик шифахана. Аҡкүл тимер юл станцияһынан 36 км һәм Ғафури районы Красноусол ауылының төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғинуар айының уртаса температураһы −15°С), йәй йылы (июлдең уртаса температураһы 20°С). 1924 йылда асыла (1939—1944 йылдарҙа тәжрибә бальнеология станцияһы), 2002 йылдан алып Дәүләт унитар предприятиеһы.

Аш һеңдереү, тын алыу ағзалары, терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолған, тире, гинекология, урология һ. б. сирле пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 510 урынға иҫәпләнгән (2012).

Төп дауалау факторҙары: Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, ләмле карбонат-силикат ләм һәм климат. Бальнеотерапия, ләм менән дауалау, диетотерапия, физиотерапия, фитотерапия, дауалау массажы, дауалау физкультураһы, рефлексотерапия, гирудотерапия һ. б. ҡулланыла, пластик хирургия һәм косметология бүлеге эшләй.

Курортта төрлө ағзалар һәм системалар ауырыуҙарын дауалау маҡсатында дүрт төрҙәге шифалы минераль һыуҙар файҙаланыла[2].


Красноусол минераль һыу сығанаҡтары XVI быуаттан алып билдәле. Солеварный ҡаласығы Усолка йылғаһының үрге ағымында барлыҡҡа килгән. Бынан тоҙҙо Тоҙлойылға (Көгөш), һуңынан Ағиҙел, Кама һәм Волга буйлап Өфө губернаһының төрлө ауылдарына һәм Мәскәүгә ебәрәләр. Минераль сығанаҡтарҙың дауалау үҙенсәлектәре тураһында бик күп легендалар һәм риүәйәттәр бар.

1924 йылда БАССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты бойороғо менән Красноусол шишмәһе янында бер нисә ағас йорт һалына. Тәүге йылдарҙа П. С. Зотов етәкселегендә ике шәфҡәт туташы эшләй. Шулай итеп, «Красноусол» курорты барлыҡҡа килә.

1929 йылда билдәле башҡорт геологы Г. В. Вахрушев Тоҙйылғаның иҫке үҙәнендәге сығанаҡтарҙа майға оҡшаш ҡара ләм билдәләй. Красноусол ләме шифалы үҙенсәлектәре буйынса Тамбукан (Кавказ) минераль күленең бысрағына оҡшаш, көкөртлө водород сығанаҡтары — Иҫке Русса һәм Сергиевский сығанаҡтарына, ә эсәр һыу сығанаҡтары буйынса Ессентуки, радонлы Пятигорск һәм Себер сығанаҡтарына оҡшаш.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Красноусол минераль һыу сығанаҡтары һәм ләмдәре дауалау өсөн киң ҡулланыла. Был ваҡытҡа 8 ағас йоҡо корпусы һәм һыу-ләм менән дауалау бинаһы эшләгән.

1944 йылда тәжрибә бальнеология станцияһы йәйге осорҙа 100 карауатлыҡ шифахана итеп үҙгәртелә, ә 1958 йылда Красноусол курорты йыл әйләнәһенә эшләүгә күсерелә.

Шифахана 1963 йылдан ныҡлы төҙөлә башлаған. 1997 йылда баш табип Фаяз Харис улы Мәзитов шифахананы ҡайтанан йыһазландыра. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты М. Ғ. Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте был эштә әүҙем ҡатнаша. Тоҙйылға үҙәне тәрәнәйтелә, ярҙары киңәйтелә, өс бассейн-купель төҙөлә. Йоҡо корпустары реконструкциялана. Дауалау учреждениеһының ләм менән дауалау урыны Көнбайыш Германияның «Унбешайден Баден-Баден» фирмаһының медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла, 300 урынлыҡ яңы ашхана сафҡа индерелә[3].

Бөгөнгөһө

үҙгәртергә

2014 йылда яңы «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәге бинаһы файҙаланыуға тапшырыла. Бында путевкалар бронләү һәм һатыу бүлеге, фитнес-зал, дауалау физкультураһы залы, прокат пункты, телестудияһы, фотосалоны һәм мини-типографияһы булған реклама-мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан.

Красноусол — Европа кимәлендәге комфортлы шифахана-курорт комплексы, күп профилле дауалау-профилактика учреждениеһы. Йыл һайын бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 20 меңдән ашыу кеше һаулығын нығыта[4].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

1998 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимов «Красноусол» курортын төҙөүҙе һәм төҙөкләндереүҙе яҡшыртыу буйынса тәү сираттағы саралар планы тураһында" Указына ҡул ҡуя.

1999 йылдың октябрендә шифахана 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй, 2000 йылда шифахана тарихы һәм үҫеше музейы асыла.

БР Президенты «Красноусол» курортын артабан үҫтереү тураһында" Указға ҡул ҡуя, 2000—2005 йылдарға курортты комплекслы үҫтереү программаһы раҫлана. Март айында яңы уникаль һыу менән дауалау үҙәге асыла.

«Эстет» пластик хирургия һәм косметология үҙәге асыла. Шифахананың үҙ производствоһы: макарон, мини-тирмән, тегеү, мебель цехтары, умарталығы бар.

2003 йылдың октябрендә төҙөкләндерелгәндән һуң Ял үҙәге, 2004 йылда — эсәр бювет асыла.

2005 йылдың майында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға обелиск асыла. 2005 йылдың июлендә йәйге эстрада, 2006 йылда «Көгөш» кафеһы, «Яҙ», «Шишмә» магазиндары, автостанция файҙаланыуға тапшырыла, Усолка йылғаһы буйында пляж, мини-гольф, городки һәм теннис корты уйындары майҙансыҡтар ойошторола, велотрек төҙөлә[5].

2005 йылда Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһының заводы менән берлектә йылылыҡ елләткесе булған үҙенсәлекле ләм айырғыс ванна уйлап сығарылған.

«Красноусол» шифаханаһында Ю. А. Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәгенән космонавтарҙы осоуҙан һуң реабилитациялау тураһында килешеү төҙөлә.

2007 йылда биоклимат ресурстарын баһалау һәм климат менән дауалауҙы ойоштороу тәҡдимдәре әҙерләнгән.

«Красноусол» шифаханаһы" дәүләт унитар предприятиеһының 2020 йылға тиклем үҫеш генераль планы проекты раҫлана.

Ташлы ауылында шифахананың ярҙамсы хужалығы, теплица хужалығы ойошторола. «Миңлесара» мәсете, Күрпәс бей хөрмәтенә стела асыла.

2009 йылда «Самрау» үҙәге үҙенең ишектәрен аса[6].

2013 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы «Шифа» фольклор-эстрада ансамбленә һәм «Красноусол» бейеү ансамбленә «Халыҡ» исемен бирә.

2017 йылда «Красноусол» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһы «Красноусол» шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртеп ҡоролдо.

2018 йылда «Красноусол» шифаханаһында "Юлбашсылар аллеяһы"на нигеҙ һалынды.

2019 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған «Хәтер урманы» акцияһы барышында «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә Советтар Союзы Геройы Анатолий Сергеевич Горин исемендәге аллея булдырыла[7].

«Красноусол» шифаханаһы Бөтә Рәсәй «Здравница» форумдарының алтын миҙалдары менән билдәләнә (2004, 2006, 2007)[8].

Шифахана тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Комплексное лечение и реабилитация больных в санатории «Красноусольск». Уфа, 2004.
  • Г. В. Вахрушев. «Минеральные воды и грязи Башкирии».

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә