Көгөш
Көгөш (рус. Усолка) — йылға, Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ғафури районында Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы. Таҡаты, һыртының көнбайыш битләүенән башлана. Айыулы тауынан 1.5 км төньяҡҡа. Ғафури районы биләмәһендә көньяҡ-көсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм Ағиҙел йылғаһына ҡоя (669 км уның тамағынан). Оҙонлоғо — 55 км, бассейн майҙаны — 380 км².
Көгөш | |
---|---|
Йылға Красноусол курорты янында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 55 км |
Бассейн | 380 км² |
Һыу сығымы | 3,1 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Таҡаты һырты, Айыулы тауынан 1,5 км төньяҡҡа |
· Координаталар | 53°49′43″ с. ш. 56°50′53″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Ағиҙел |
· Урынлашыуы | 669 км уның тамағынан |
· Координаталар | 53°59′10″ с. ш. 56°22′20″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
Район | Ғафури районы |
РДҺР | 10010200712111100018593 |
— инеше, — тамағы | |
Көгөш Викимилектә |
Күбеһенсә ҡар һыуы менән туҡлана. Йылға тамағындағы һыу ағымы — 3,1 м³/с.
Рельеф түбән таулы, биләмәлә ҡыуышлыҡтар, мәмерйәләр күп. Ландшафт өҫкө ағымда киң япраҡлы урмандарҙан тора, урман эседәге тупраҡ һоро, уйһыулыҡта ҡара ер. Түбәнге ағымда, бассейндең һөрөнтө ерҙәре яҡынса 35 %.
Ҡушылдыҡтары: уң яҡтағылары — Юрмаш, Ләмйән; һулда — Төлкәс һ. б. Усолка (Көгөш) бассейнында Красноусольский минераль сығанаҡтары бар.
- Исеме
Русса исеме Усолка, тәржемәһе «тоҙло йылға» тигәнде аңлата; урыҫ исеме лә, йылғаның шул уҡ сифатын сағылдыра. Урындағы халыҡ — башҡорттар был йылғаны Көгөш тип атап йөрөтә[1] [2]
Государственный водный реестр РФ: Усолка. Архивировано 23 января 2013 года.</ref>.
Һыу реестры дәүмәлдәре
үҙгәртергәМәғлүмәттәр буйынса Россия дәүләт һыу реестры ҡарай Кама бассейны өлкәһе, йылға — Ағиҙел, һыу хужалығы учаскаһы: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан башлап Охлебинино һыу кимәлен үлсәү постына тиклем (Сим, йылғаһы инмәй) — Ағиҙел йылғаһы бассейн аҫты. Йылға бассейны — Кама[3].
Мәғлүмәттәр буйынса геомәғлүмәт һыу хужалығы системаһын бүлеү Рәсәй территорияһында Федераль һыу ресурстары агентлығы[3] тарафынан әҙерләнгән.
- Дәүләт һыу реестрында һыу объекты коды — 10010200712111100018593
- Гидрологик өйрәнелгән код (ГӨ) — 111101859
- Бассейн коды — 10.01.02.007
- ГӨ буйынса том һаны — 11
- ГӨ буйынса сығарыу — 1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ bashgazet.ru › Матур үтһен ялығыҙ
- ↑ tabin.ru/megarif/3719-baryy-la-eben-tora.html
- ↑ 3,0 3,1 Государственный водный реестр РФ: Усолка . Архивировано 23 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тоҙйылға // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.